+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Июнь 2020, 12:17

ЙОҒОШЛО СИРГӘ ҠАРШЫ ДАУА БАР.

Донъя ғалимдары һәм фармакология компаниялары көсөргәнешле рәүештә коронавирусҡа ҡаршы дауа эҙләү менән шөғөлләнә. Әлеге мәлдә донъяның иң алдынғы илдәрендә дарыу етештереүселәр туҡһанлап йүнәлеш буйынса эш алып бара. Алда әйтеүебеҙсә, Рәсәй ғалимдарының 9 препараты Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тарафынан хуплауға лайыҡ булды һәм ошо тармаҡта эштәр дауам итә.

Дарыу етештереүҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Хөкүмәт даими контролдә тота, финанс мәсьәләләре хәл ителә, дарыу етештереүҙең мөһимлеге хаҡында финанслауға Рәсәй Өҫтөнлөклө инвестициялар фонды тарафынан заказ бирелеүен иҫкә төшөрөү ҙә етә. Рәсәй ғалимдарының ҡайһы бер препаратары бөгөн клиник һынауҙар үтә һәм дауалау, вакцинациялау мәсьәләләре яҡын айҙарҙа хәл ителер, тип көтөлә.
Ошо көндәрҙә Бөйөк Британияның Оксфорд университеты ғалимдары 1957 йылда уйлап табылған “Дексаметазон” стероид препаратының коронавирустан уңышлы дауалауын иҫбат иткән. Һынауҙар ваҡытында был препарат үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған ауыр сирлеләр араһында үлем осрағын 35 процентҡа кәметкән. Ошо күрһәткес был препаратты коронавирусҡа ҡаршы әлегә иң уңышлы дарыу, тип иғлан итергә мөмкинлек биргән. Дарыу уйлап табыу һәм етештереү буйынса был йүнәлештә эштәр дауам итәсәк.
Читайте нас: