+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Июнь 2020, 19:56

Ә ҠАСАН БЕҘГӘ ЕҢЕЛ БУЛДЫ?

Бөгөн матбуғатҡа яҙылыу барышы тураһында “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһының селектор кәңәшмәһе булды. Үҙебеҙҙең мөмкинлекте файҙаландыҡ, Zoom системаһы аша үткәрҙек. Хәҙер Главпочтамптҡа барып, нисек барып етергә, машинаны ҡайҙа ҡуйырға, нисек үтергә, тип баш ватмайбыҙ. Үҙ йортобоҙҙа селектор кәңәшмәһе ойошторабыҙ.

Бөгөн матбуғатҡа яҙылыу барышы тураһында “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһының селектор кәңәшмәһе булды. Үҙебеҙҙең мөмкинлекте файҙаландыҡ, Zoom системаһы аша үткәрҙек. Хәҙер Главпочтамптҡа барып, нисек барып етергә, машинаны ҡайҙа ҡуйырға, нисек үтергә, тип баш ватмайбыҙ. Үҙ йортобоҙҙа селектор кәңәшмәһе ойошторабыҙ.
Быйыл эштәр ауыр бара, яҙылыуылар аҙ, әлеге коронавирусҡа һылтап ҡына ҡотолоп булыр ине, уҡыусыларыбыҙ менән бәйләнеште өҙәһе килмәй. Шулай ҙа, көрәш дауам итә, тираж өсөн, уҡыусы өсөн тырышабыҙ. Ғөмүмән, баш эйеү, бирешеү тойғоһо юҡ. Баҫмалар барыһы ла сығырға тейеш, яҙылғандарға барып етеү юлы билдәле. Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы ойоштороу эштәренә ныҡлап тотонған. Алға китеш тә бар. Мәҫәлән, социаль селтәрҙәрҙә бығаса күрелмәгән уңышҡа өлгәштек – үҙ ҡулланыусыларыбыҙҙы таптыҡ.
Гәзит-журналдарҙы ла күпләп таратҡы килә. Уҡыусыларыбыҙ менән редакциялар араһында ике яҡлы бәйләнеш күптән һәм уңышлы эшләй.
Кәңәшмә тамамланғас, йәшерәктәр миңә мөрәжәғәт итте. Ни әйтһәң дә, ике тиҫтә йылдан ашыу мөхәррир йөгөн тартам.
– Элек тә гәзит-журналдарға яҙылыу шулай ауыр булдымы? – тип һорайҙар.
Дөрөҫөн әйтәм, һорау мине уйланырға мәжбүр итте. Элек нисек булды икән? Ә ҡасан еңел булды һуң? Журналист икмәге шулай көс түкмәй генә киләме? Анһат эшләнек, бер ҡыйынлыҡ та күрмәнек, гәзитебеҙгә лә яҙылдылар, аҡсаһын да түләнеләр, тип ҡәнәғәт булып ултырғанымды иҫкә төшөрә алманым. Улайға китһә, туҡтағыҙ әле, был илдә йәшәүе ҡасан еңел булды? Билләһи, хәтерләмәйем. Граждандар һуғышы,колликтивлашыу, золом, Бөйөк Ватан һуғышы, емереклектәрҙе төҙәтеү, кукуруз үҫтереү, коммунизм төҙөү, үҙгәртеп ҡороу, билдәлелек, реформалар, прихватизация, яптымизация, һ.б, һ.б. Әллә үҙем игелекһеҙ, әллә хәтер насарланды, ыңғай миҫалдар юҡҡа торошло, һирәк-мирәк булғандары ваҡыт иләгенән ҡойолоп тик тора.
1999 йылдың июлендә “Башҡортостан” гәзитенә баш мөхәррир булып тәғәйенләнгәндә, редакцияла, барлыҡ матбуғат йортондағы һымаҡ, ярты йылдан ашыу эш хаҡы алмайҙар ине. Яңы йылға тиклем бурысты түләп бөттөләр. Ә быға тиклем инде тынысланып, хәл алып, тамаҡ туйып ҡалғас, бер-бер артлы Степашин, Кириенко, Примаков һәм, ниһәйәт, Путин Хөкүмәткә идара итте. Илгә Владимир Путин идара итә башлағас ҡына, хәлдәр көйләнде. Үкенесле хәл, был хаҡта онотоп барабыҙ. Онотмай һуң, шул осор пенсия ала алмай ас ултырған әбейҙәр һәм бабайҙар үлеп бөттө шул.
Ә беҙ йәшәйек. Баҫмаларыбыҙ сыҡһын, интернет та эшләһен, эш хаҡын да мул итеп һәм ваҡытында бирһендәр. Аҙаҡ килер быуындар ҡыҙҙары һәм малайҙары беҙҙән: “Һеҙ нисек йәшәнегеҙ?” – тип һораһалар, беҙ һис икеләнмәйенсә, ғорур төҫтә: “Беҙ бына тигән йәшәнек”, – тип әйтерлек булһын.
Читайте нас: