+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Июнь 2020, 19:53

МАТБАҒА ЙОРТОНА ТАМАРА АПАЙ КИЛГӘН ИКӘН. ИНТЕРНЕТ СЕЛТӘРЕНӘН ШУЛ ХАҠТА БЕЛЕП ҠАЛДЫҠ.

Байтаҡтан бирле күренгәне юҡ ине. Беҙ эшләгән ергә килеп, ҡарап, баһалап, үҙ фекерен әйтеп сығырлыҡ булас, апайыбыҙ, Аллаға шөкөр, ныҡ баҫып йөрөй икән әле. Шулай булһын. Халыҡ шағирәһе исемен күтәреү еңел түгел, Тамара апай күтәрә алды – ижады менән, шәхси батырлығы менән. “Ағиҙел”де элек уҡыусылар “Ағиҙел”дә эшләгән Тамара Ғәниеваны әле һаман һағынып һөйләй. Тура һүҙле, ҡыйыу, ғәҙел көрәшсе шағирә булғаны өсөн, поэмалары, очерктары әле лә көнүҙәк һәм мөһим яңғырай.Апайбыҙға матбаға йорто оҡшамаған. Туҙған, ҡаралмаған, ремонт талап итә, тигән. Дөрөҫ әйтә, беҙҙең үҙебеҙгә лә оҡшамай ул.

МАТБАҒА ЙОРТОНА ТАМАРА АПАЙ КИЛГӘН ИКӘН.
ИНТЕРНЕТ СЕЛТӘРЕНӘН ШУЛ ХАҠТА БЕЛЕП ҠАЛДЫҠ.
Байтаҡтан бирле күренгәне юҡ ине. Беҙ эшләгән ергә килеп, ҡарап, баһалап, үҙ фекерен әйтеп сығырлыҡ булас, апайыбыҙ, Аллаға шөкөр, ныҡ баҫып йөрөй икән әле. Шулай булһын. Халыҡ шағирәһе исемен күтәреү еңел түгел, Тамара апай күтәрә алды – ижады менән, шәхси батырлығы менән. “Ағиҙел”де элек уҡыусылар “Ағиҙел”дә эшләгән Тамара Ғәниеваны әле һаман һағынып һөйләй. Тура һүҙле, ҡыйыу, ғәҙел көрәшсе шағирә булғаны өсөн, поэмалары, очерктары әле лә көнүҙәк һәм мөһим яңғырай.
Апайбыҙға матбаға йорто оҡшамаған. Туҙған, ҡаралмаған, ремонт талап итә, тигән. Дөрөҫ әйтә, беҙҙең үҙебеҙгә лә оҡшамай ул. Ярай, заманында, 2018 йылдың октябрен әйтәм, Радий Фәрит улы Хәбиров властҡа килеп, Матбуғат йортон бөлдөрөүҙән һәм оятһыҙ һатып ебәреүҙән ҡотҡарып алып ҡалды. Юғиһә, эшһеҙ, эшләр урынһыҙ, хатта ашһыҙ тороп ҡала яҙҙыҡ. Гәзит-журналдарыбыҙҙы уҡыған халыҡ бар бит әле, тимәк, беҙ кәрәкбеҙ.
Тамара апайға, моғайын, лифт оҡшамағандыр, тип уйлайым. Ой, ул лифттар туҙған! Көн һйын 400-500 кеше өс лифтҡа бер секунд та тын алырға бирмәй өҫкә-аҫҡа, аҫҡа – өҫкә ҡыуһын әле, пластик түгел, тимер лифттарың сыҙамаҫ. Ә беҙ Полиграфкомбинатта 7-се-8-се ҡатҡа көн дә күтәрелеп, һереләнгән халыҡ бындағы тормошто ожмахтан кәм баһаламайбыҙ.
Хәҙер предприятиебыҙҙың генераль директоры Венера Миҙхәт ҡыҙы Хәкимова һәм Үҙәк директоры Айнур Хәсән улы Дәүләтбәков гәзит-журналдар сығарырлыҡ шарттар булдырыу менән мәшғүл. Бөлгәнде, бөлдөрөлгәнде аяҡҡа баҫтырыу еңел түгел шул. Үҙебеҙ көн һайын эшкә килгәс, күреп торабыҙ, эште яйға һалыу ай-һай, ауыр.
Тамара апай, кеше мәшәҡәтләмәйем, тигәндер инде, берәүгә лә әйтеп тормаған. Ҡаршы алып, самауыр ҡуйып, сәй эсеп, әңгәмә ҡороп ултырыр инек, баҫалҡы кеше баҫалҡы инде, ысын халыҡ шағирәһе. Беҙҙә һәйбәт ғәҙәт бар – үҙебеҙгә килгән шағир булһынмы, яҙыусынымы, бергәләп фотоға төшөп, сайтҡа ҡуябыҙ. Билдәле инде, улар ышығында үҙебеҙ ҙә күренеп ҡалабыҙ. Халыҡ та оҡшата буғай.
Тамара апай! Һинең ижадыңды 70-се йылдар уртаһынан бирле беләм, ижад донъяһында бергә яндыҡ, ғүмер үткәрҙек. Ҙурыраҡ баһалар алғаныңды күрге килә.
Иҫән-һау бул, Тамара апай, тағы ла килерһең әле, ҡаршы алырбыҙ!
Читайте нас: