ФОТОЛАҒЫ КЕШЕЛӘРҘЕ КҮРӘҺЕГЕҘМЕ?
Ҡабыҡҡыуыш батырҙары шулар була инде.
Интернет киңлектәрендә ошо фотолар күренгәс, йәһәт кенә күсереп алдым. Беҙҙең ауылдыҡылар бит. Береһен дә танымайым, тип әйтер инем, сырамытам, атай-әсәйҙәренә оҡшатам. Авторы Артур Ергисович, тип яҙылған. Араларында берәүһе Рәйес дуҫҡа оҡшаған, паспортса Ергис була инде. Ҡалғандарын кемгә оҡшағанын әйтеп тормайым, бәләнән баш-аяҡ, шик-шөбһә һалмайым. Хоҙай һаҡлаһын!
Ә былай беҙҙең ауылда егәрле, уңған, тырыш халыҡ йәшәй. Элек уларҙың атай-олатайҙары, әсәй-өләсәйҙәре эшкә тырыш ине, ләкин үткән ҡоролош машина алырға түгел, ат тоторға ла рөхсәт итмәне. Ябай халыҡ барына күнеп, алғанын мөрхәтһенеп көн итте, йәғни бөтәһе лә бер сама – ярлы ла түгел, бай ҙа түгел – йәшәне. Беҙ үҫкәндә ауылда бер-ике еңел машина бар ине. Хәҙер өй һайын икешәр-өсәр түгелме икән? Улдары-ҡыҙҙары ҡырҙан ҡайтһа, күберәк булмағайы.
Эштән буш арала халыҡ көрәш менән мауыға. Араларында Рәсәй чемпиондары бар хатта. Эшен дә эшләйҙәр, көрәшһәләр, еңәләр.
Уңыштар, һаулыҡ теләйем ауылдаштарға!