+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Июнь 2020, 21:30

БЕҘҘЕҢ ПРЕМЬЕР-МИНИСТР КЕМ БУЛЫР?

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында көн тәртибендә булмаһа ла, Республика Хөкүмәте премьер-министры мәсьәләһе лә ҡаралды. Премьер-министрҙың әле булһа юҡлығы, уның ҡарауы, премьер-министрҙың беренсе урынбаҫарының көсөргәнешле һәм уңышлы эшләүе күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу тойғоһо уятмай ҡалмай.

Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары булып эшләүсе Андрей Назаров был вазифаға ҙур бизнестан килде һәм ҙур, өмөтлө эштәр башҡарырға өлгөрҙө. Республика Башлығы Радий Хәбиров Андрей Назаровты был вазифаға ҡоҙалаған, йәки өгөтләгән ваҡытта ниндәй һүҙҙәр тапҡандыр, беҙ белмәйбеҙ. Уның ҡарауы, беҙҙең күҙ алдында эшен күрһәткән Республика Башлығы-Хөкүмәт премьер-министрының беренсе урынбаҫары тандемының үҙен аҡлауына күптәр шаһит. Хәҙер беҙҙең тормошта төп урында – сәйәсәт түгел, ә эшлекле, етештереүсән, республика халыҡтары мәнфәғәтен яҡларлыҡ эш тәртибе өҫтөнлөк итә.
Премьер-министр мәсьәләһен күтәреп, “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитеты башлығы, парламенттың вице-спикеры Рөстәм Әхмәҙинуров, премьер-министрҙы вазифаһына билдәләргә ваҡыт түгелме, тигән һорау ҡуйҙы. Республика Башлығы Радий Хәбиров: “Хөкүмәт эшенә мин үҙ баһамды бирҙем. Ул – юғары. Һәр мәсьәләнең үҙ ваҡыты бар”, – тип кенә яуап бирҙе.
Фото: Википедия.
Читайте нас: