+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Июнь 2020, 20:23

РЕСПУБЛИКА ҒОРУРЛАНЫРЛЫҠ ҺАНДАР.

Санкциялар, иҡтисади көрсөк көн һайын янап торғанда Башҡортостан сәнәғәтендә үҫешкә өлгәшеүе еңел түгел. Ғөмүмән, бөтә Рәсәйҙә күҙәтелә бындай ауырлыҡтар. Шулай ҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышында Республика Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһап, өмөт уятырлыҡ ҡына түгел, ғорурланырлыҡ һандар әйтте. Былтыр, мәҫәлән, тулайым төбәк продукты, йәки етештерелгән продукция күләме, алдағы йыл менән сағыштырғанда, 2,5 процентҡа артҡан һәм 1,7 триллион һум тәшкил иткән. Республика бындай күрһәткескә беренсе тапҡыр өлгәшә, тип әйтергә мөмкин. Хатта һәр беребеҙҙе борсоған уртаса эш хаҡында ла үҫеш бар һәм ул 36600 һумға еткән.

Бөгөн республика сәнәғәте – үҫеш юлында. Иң яҡшы күрһәткестәрҙе “Газпром Нефтехим Салауат”, “Башнефть”, “Нефаз”, “Башмедь”, “ОЗНА”, “Башҡорт сода компанияһы” ИСКОЖ компаниялары, предприятиелары, республика аграрийҙары – 170 миллиард һумлыҡ продукция етештергән. Экспорт 1,5 тапҡыр артҡан.
Быйыл еңел булмаясаҡ. Көтмәгәндә килтереп һуҡҡан пандемия байтаҡ күрһәткестәрҙе яңынан ҡарарға мәжбүр итәсәк. Республика ойошҡанлыҡ менән йоғошло сирҙән ҡотолоп килә. Шулай булғас, киләсәккә ҡараш ташларға кәрәк. Ә ул нисек төҫмөрләнә һуң?
“Системалы эш һөҙөмтәһендә инвестициялар күләме 15 процентҡа артты, – ти Радий Хәбиров, – Был, ысын мәғәнәһендә, ынтылыш. Инвестициялар торошоноң милли рейтингында Стратегик инициативалар агенстлығы республиканы 23 урындан 16 урынға күтәрҙе. Беҙ закондарҙы камиллаштырабыҙ, ярҙам механизмдарын эшләйбеҙ, һалым льготалары бирелә, үҫеш биләмәләре, индустриаль парктар барлыҡҡа килә. Инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ сәғәттәре ыңғай һөҙөмтә бирә. “Алға” махсус иҡтисади биләмәһен ойоштороу республика өсөн мөһим ҡаҙаныш булып тора”.
Республика етәкселегенең дөйөм тырышлығы төбәкте Рәсәйҙең иң ҡеүәтле унау иҫәбендә һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирҙе.
Фото: Башинформ.
Читайте нас: