+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Июнь 2020, 12:31

ҠАТЫН МЕНӘН ИР АЙЫРЫЛЫША, БАЛАЛАР ЗЫЯН КҮРӘ.

Мазовтар ғаиләһенең фажиғәһе менән бәйле, күпселек шаңғыу хәленән әле сығып бөтмәгән. Ғаилә электән үҙенең ҡәҙимге булыуы менән айырылып торған, ул-был ваҡиғалар теркәлмәгән. Был осраҡта, әйтәйек, ҡатнаш никахты ғәйепләү, өсөнсө кешеләрҙе эҙләү урынһыҙ.

Мазовтар ғаиләһенең фажиғәһе менән бәйле, күпселек шаңғыу хәленән әле сығып бөтмәгән. Ғаилә электән үҙенең ҡәҙимге булыуы менән айырылып торған, ул-был ваҡиғалар теркәлмәгән. Был осраҡта, әйтәйек, ҡатнаш никахты ғәйепләү, өсөнсө кешеләрҙе эҙләү урынһыҙ. Хәҙер күҙ алдына килтереп ҡарайыҡ, ир менән ҡатын айырылышҡан һайын балаларын харап итә башлаһалар, беҙгә нисек йәшәргә? Ғаилә институты хәҙерге дәүерҙә ауыр һәм ҡатмарлы үҙгәрештәр кисерә. Шул уҡ ваҡытта күпселек традицион ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, өләсәй-олатайҙарҙы ҡыуандырып йәшәргә теләй. Мәҫәлән, Артем Мазов тураһында бер кеше лә насар һүҙ әйтмәгән. Мәктәптә яҡшы уҡыған, спортсы, призлы урындар яулаған, юғары белем алған, эштә ышаныслы булған, атаһы менән әсәһе лә беҙ күреп өйрәнгән, һыналған, боронғоса әйтһәк, совет ғаиләһе. Олатай менән өләсәй өсөн ейәндәрен мәктәптән йәки балалар баҡсаһынан алып паркта йөрөү һәр буш ваҡытты уларға арнау үҙе бер бәхеткә тиң.
Балалары ул фажиғәле көндө аталарын көтөп алғандар һәм уға ышанып автомобиленә ултырып киткәндәр. Күрәһең, атай кеше көн элгәре барыһын да хәл иткәндер, тик бына арҡан ғына һатып алырға онотҡан һәм хужалыҡ тауарҙары магазинына инеп уныһын да һатып алып сыҡҡан.
Кисә балаларҙы һуңғы юлға оҙаттылар. Матбуғат сараларының береһендә ерләүгә Артемдың килеп сығыуы ихтимал, тигән фекерҙәр ишетелеп ҡалды.
Атай кеше ни йәне етеп улдарының ҡулын бәйләп, тын тултырылған матрацтан һалҡын һыуға төртөп төшөрҙө икән? Ә үҙе балалар артынан һыуға ташланғанмы? Әле тикшереү эштәре дауам итә, күпселек фараздар яһау менән генә шөғөлләнә.
Тәфтиш алып барыусылар атай кешенең һыуға батыуын өҫтөнлөклө, тип баһалай. Бары тик уның йылға уртаһында һыуға батыуы һәм яҙғы ташҡын ваҡытында алыҫыраҡ ағып китеүе генә ихтимал. Беҙҙе, мәҫәлән, Мазовтың нисек үлеүе бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмай. Ул ни өсөн балаларының йәнен ҡыйыу һымаҡ кеше аңламаҫлыҡ ҡот осҡос аҙымға барған?
Хәҙер телевидение, интернет аша тере кешеләрҙе ҡырыуҙы себен үлтереү ише лә күрмәйҙәр. Күргәнегеҙ барҙыр, боевиктарҙа, блокбастерҙарҙа дошмандарҙы ҡырыуҙы ниндәйҙер бер кинәнес, йәм һәм тәм табып һүрәтләйҙәр.
Белеүемсә, әле белгестәр Артем Мазовтың социаль-психологик портретын асыҡлау менән шөғөлләнә. Әлбиттә, уларға өлгөлө атайҙан балаларының йәнен ҡыйған йыртҡыс әүәләү һис тә еңел булмаҫ. Ләкин улар сәбәптәрен табыр, ҡағыҙ – түҙер, шуның өсөн дә психолог улар. Ләкин ғаилә тарҡалған өсөн генә үҙ балаларыңды харап итеүҙе бер нисек тә аңлап та, аҡлап та булмай, хатта быға мохтажлыҡ та юҡ. Шуныһы ҡурҡыныс, тимәк, бындай енәйәтте, яуызлыҡты теләһә-кемдән генә түгел, осраған бер кешенән көтөргә мөмкин. Мин был осраҡта ғаилә тарҡалыуға ихтыяж булдымы икән, тигән һорауға яуап эҙләгем килмәй. Сөнки һәр ике никахтың берәүһе тарҡала йәки тарҡалыу сигендә булыуын күҙ уңында тотһаҡ, ғаиләләге балаларға ҙур ҡурҡыныс янай һәм был хәл йәмғиәтте борсомай ҡалмай.
Артем Мазовтың ҡатыны Эльвираның хәлен аңларға була. Уны ғәйепләргә теләүселәр бөгөн күберәк һәм уларҙың тауышы нығыраҡ ишетелә. Аңлайбыҙ, уға һис тә еңел түгел. Шундай фараз ғына бар: бындай ваҡиғалар миллиондарса айырылышыуға бер генә тапҡыр ҡылына. Әгәр Артем урынында икенсе бер ир булһа, бәлки был енәйәт ғөмүмән ҡылынмаҫ ине. Ләкин был һығымта күпселеккә тыныслыҡ килтермәй. Сөнки биш һәм һигеҙ йәшлек ике сабыйыҙың фажиғәле һәләкәте күпселек өсөн бер нисә йылдан бөтөнләй онотоласаҡ. Сираттағы енәйәт ҡылынғанға тиклем. Йәмғиәтте дауалау өсөн ниндәй дарыуҙар талап ителә икән?
Читайте нас: