+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Июнь 2020, 13:10

ТАРИХТА ҠАЛЫР КӨНДӘР.

Йәйге көндәргә иҙрәп еләк сүпләү менән мауығып, йоғошло сир хаҡында онотоп ҡуймайыҡ. Оноторлоҡмо һуң инде. Тап ошо көндәрҙә Ер шарында 10 миллионынсы сирле теркәлде. Һәм тап ошо минуттарҙа 500 меңенсе кеше коронавирустан вафат булды. Ҡәҙимге грипптан вафат булыусылар һанының 0,01-0,001 процент булыуын иҫәпкә алһаҡ, пандемия ҡорбандары 5 процент самаһы тәшкил итә. Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы белдереүенсә, был һандар бик юғары һәм кешелек аяуһыҙ сир менән көрәшеүен дауам итә.

Беҙҙә шик бар: һуңғы арала күмәк кешеләр ҡатнашыуындағы саралар йыш үтә. Әллә беҙ йоғошло сир хаҡында онота ла башланыҡ инде? Иртәрәк түгелме икән?
Әлеге Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы коронавирустан ҡотолоу юлы бар, тик уның ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәк, тип раҫлай. Күмәк кешеләр ҡатнашҡан урынға бараҫҡа, социаль дистанцияны һаҡларға, битлекте һәм бирсәткәре сисмәҫкә, ҡулдар менән теләһә-ҡайҙа тотонмаҫҡа, һуңынан да ауыҙ, танау, бит тирәһенә теймәҫкә.
Читайте нас: