+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Июль 2020, 14:31

РАДИЙ ХӘБИРОВ ӨСӨН ХӘЛ ИТМӘҪЛЕК МӘСЬӘЛӘЛӘР ЮҠ.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, оҙаҡ йылдар дәүләт хеҙмәтендә эшләү барлыҡ мәсьәләләрҙе лә хәл итергә өйрәткән. Ләкин хәл итәһе мәсьәләләр араһында уның өсөн ҡатмарлыҡтар тыуҙырған проблемалар ҙа бар.Мәҫәлән, демография проблемаһын хәл итеү өсөн республикала тыуымды нисек арттырырға? Хатта бер нисә ай элек был мәсьәләгә ҡағылышлы, Республика Башлығы, хәл иткес әһәимәткә эйә булыуы ихтимал, тип тә әйткәйне. Ошо йүнәлештә бала табыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, балалар тәрбиәләүҙә ярҙам итеү үҙенең емештәрен бирә башланы. Быйыл тәүге ярты йыллыҡта 19930 сабый тыуған, был һан, былтырғы осорға ҡарағанда, 698-гә, йәки 3,1 процентҡа күберәк. Шул иҫәптән, сабыйҙарҙың 1,7 проценты ғаиләлә – өсөнсөһө, ә 6,4 проценты – дүртенсеһе, бишенсеһе, йәки артабанғыһы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, оҙаҡ йылдар дәүләт хеҙмәтендә эшләү барлыҡ мәсьәләләрҙе лә хәл итергә өйрәткән. Ләкин хәл итәһе мәсьәләләр араһында уның өсөн ҡатмарлыҡтар тыуҙырған проблемалар ҙа бар.
Мәҫәлән, демография проблемаһын хәл итеү өсөн республикала тыуымды нисек арттырырға? Хатта бер нисә ай элек был мәсьәләгә ҡағылышлы, Республика Башлығы, хәл иткес әһәимәткә эйә булыуы ихтимал, тип тә әйткәйне. Ошо йүнәлештә бала табыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, балалар тәрбиәләүҙә ярҙам итеү үҙенең емештәрен бирә башланы. Быйыл тәүге ярты йыллыҡта 19930 сабый тыуған, был һан, былтырғы осорға ҡарағанда, 698-гә, йәки 3,1 процентҡа күберәк. Шул иҫәптән, сабыйҙарҙың 1,7 проценты ғаиләлә – өсөнсөһө, ә 6,4 проценты – дүртенсеһе, бишенсеһе, йәки артабанғыһы.
“Беҙ балалар күберәк тыуһын өсөн уңайлы шарттар тыуҙырабыҙ”, – тип яҙа социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә Республика Башлығы. Быйыл республикала “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 3 меңдән артығыраҡ урынға иҫәпләнгән 24 балалар баҡсаһы сафҡа инәсәк.
Читайте нас: