+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Июль 2020, 20:14

Төндәлектәр. БЕСӘН МӘЛЕ ЕТӘ.

Беҙҙән ике-өс өй аша ғына йәшәгән Рәжәп бабайҙың салғы сүкегән сағын һағынам. Бесән ваҡыты етһә, беҙҙе, туҡ-туҡ-туҡ килеп, бабай уята торғайны. Хәҙер ауылда салғы сүкерлек кеше бармы икән?

Бесән, сабынлыҡ, ауыл халҡын ергә табындырып тотҡан, уны ныҡлыҡҡа һынаған, ә кемдәрҙелер ошо ерҙән ҡасырға мәжбүр иткән төшөнсәләрҙең береһе. Кем әйтмешләй, ер эшен бөтәбеҙ ҙә белә, тик бына эшләргә генә көс самалыраҡ. Ат тураһында һүҙ сыҡһа, “Ат аҫырар булһаң, ат һымаҡ булырға кәрәк”, тиҙәр. Ә ер хаҡында нисек? “Ерҙә эшләргә теләһәң, ергә ныҡ баҫып торорға кәрәк”, тиҙәр. Күрәһегеҙме, халыҡ ер, эш тураһында ниндәй ғәҙел һүҙҙәр әйтеп ҡалдырған!
Әле бесән мәле етә. Хәҙер элекке һымаҡ салғы, тырма, һәнәк тотоп йөрөгән кешеләрҙе күреүе ҡыйын. Күбеһен техника башҡара, сабалар, киптерәләр, күбәләргә әллә өйәләр, әллә юҡ, картуфлыҡ осона ташый ҙа башлайҙар. Шуға иғтибар иткәнем бар, һуңғы йылдарҙа бесәнлек, сабынлыҡ менән бәйле низағтар бик ишетелмәй. Уның ҡарауы, юл ситтәрендә ерҙең ҡыртышына тиклем, үткер салғы менән ҡырып сабыу юҡ, күренмәй. Үҙемсә һығымта яһайым, юл ситтәре менән ваҡланып тормайҙар. Хәҙер миллиондарса гектар ташландыҡ ерҙәр ята, һарыҡ-кәзә һымаҡ ваҡ мал юҡ иҫәбендә, тимәк, “Беларусь” һымаҡ ҡеүәтле техника менән ҙурыраҡ майҙандарҙы барлайҙар. Хәйер, элек ауылда салғы тотҡан ағайҙар, бабайҙар был донъяны ҡалдырып бөттө. Уларға алмаш юҡ дәрәжәһендә. Күптәр ҡырҙа аҡса һуға, улар өсөн бесән мәле бар ни ҙә юҡ ни. Итен, һөтөн, майын һатып алалар.
Ә шулай ҙа беҙҙән ике-өс өй аша ғына йәшәгән Рәжәп бабайҙың салғы сүкегән сағын һағынам. Бесән ваҡыты етһә, беҙҙе, туҡ-туҡ-туҡ килеп, бабай уята торғайны. Хәҙер ауылда салғы сүкерлек кеше бармы икән? Бик нескә, ҡул ныҡлығы, унан бигерәк, күҙ үткерлеге талап иткән эш. Алтын-көмөш менән ювелирҙар шулай эш итә, тип аңлайым. Улайға китһә, мәрхүм бабайым йылдар дауамында нисә тонна алтын эшкәртте икән?
Бар ауырлыҡ салғы сүкеү менән сикләнһә ярар ҙа икән. Бесәнлек күмәк ҡулға сыҙаймы һуң инде, ике-өс аҙнала сабып та бөтәләр. Тәүҙә, әлбиттә, колхозға, күмәк хужалыҡ һыйыры ас ҡышларға тейеш түгел. Партия һөт тә, ит тә талап итә. Быныһы – ғәҙәттәге күренеш. Шунан һуң шәхси хужалыҡтарға бесән әҙерләү башлана. Өйөң тулы балалар булһа ла, һиңә бер һыйыр, бер башмаҡ, дүрт кәзә-һарыҡ – баштан ашҡан. Тимәк, бесән дә шул хәтле тейеш.
Яңыраҡ Карл Маркстың “Капитал”ы хаҡында ҡыҙыҡлы ғына мәғлүмәтәр уҡығайным. Был Маркс тигәндәре бигерәк наҙан кеше булған икән. Әллә күпме орфографик хаталарға юл ҡуйған. Руссаһына тәржемә иткәндә шул хаталар һүҙгә, һөйләмгә, фекергә бөтөнләй башҡа төшөнсә биргән. Ҡыҫҡаһы, беҙҙе дөрөҫ юлдан алып бармағандар. Маркстың хаталары Рәсәй өсөн бик ҡиммәткә төшкән. Беҙ ул хаталарҙы 70-80 йыл буйы ысынға алып йәшәгәнбеҙ. Иң үкенеслеһе шул, шул хаталар, реформалар башланғас, кемдәрҙеңдер эсен тишкән һәм Рәсәйҙе доллар миллиардерҙарының һаны буйынса донъяла, АҠШ менән Ҡытайҙан ҡала, өсөнсө урынға сығарған. Бына һиңә – бесәнлек, бына һиңә – карлы-марлы. Ә хәҙер үҙебеҙҙең бесәнлеккә әйләнеп ҡайтайыҡ. Сабып бөттөк, күбәләргә өйҙөк, һананыҡ, 62 кешегә йәмғеһе 729 күбә сыҡты. Биктимер ҡулы үҙәнендә бесән шәп, һуған һымаҡ, йәм-йәшел. 185 тиме шунда, айырым йәрәбәләргә, тигән тәҡдим булды. Кисен ҡайтҡас: “11,7 күбә тейеш ине, Биктимер ҡулынан, 2,9 күбә тейеш. Тимәк, 11,7 күбә – беҙҙеке”, – тип иғлан итәм. Әсәй ҡыуана, былтырғынан күберәк, ти. Онота яҙғанмын, атлы, машиналы бер нисә көслө генә ир заты күбә генәләребеҙҙе төнгөлөккә ҡарауыллап ҡалды. Ҡаралар яғынан бер нисә кеше иртән күренеп ҡалған, бесәнегеҙ матур сыҡҡан, тип маҡтағандармы, тинеләр. Уларға ғүмерҙә ышаныс юҡ. Урамдарына һарыҡ керһә, һарыҡ сыҡмай, быҙау керһә, уныһы ла эҙһеҙ юғала. Иртән иртүк бесән бүлешергә йыйылабыҙ. Йәрәбәләр алабыҙ, өлөшкә төшкән көмөш шул инде. Шулай бүлеп сыҡтыҡ. 11,7 тигән күбәбеҙ ҙә, төн сыҡҡансы, шыпа бүҫкәргәйне, буйтым йоҡарғайны. Уныһын өндәшеү юҡ, күбәләрегеҙ шыйыҡ булған, тиҙ йәпәште, тип һөйләнә ҡарауылда торғандарыбыҙ. Булғандыр инде, башҡаһына беҙҙең көс етмәй.
2-3 йыл элек, август аҙаҡтарында, шул сабынлыҡтар аша бер үттем. Күптән салғы төҫө күрмәгән бесәнлектәр аяҡ баҫҡыһыҙ булып ҡуйырған, һыубаҫар туғайҙарҙың күпләп ағас үҫкән урындарына тығылып та тормағандар. Эх, тинем мин, беҙҙең әсәйҙәр, атайҙар булһа, һыпыра сабып алырҙар ине.
Ә хәҙер бесән сапҡандарын да күргән юҡ. Беҙгә лә вирус килеп етте, тиҙәрме икән?
---------
Дуҫтар! Беҙҙең әйберҙәрҙе көнөндә уҡыу өсөн, төркөмөбөҙгә яҙылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: