-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Июль 2020, 22:55

Төндәлектәр. БЕЙӘГӘ РӨХСӘТ ЮҠ, АЙҒЫР ҒЫНА.

Егерме йыллап элек булдымы икән, һуңлатып ҡына Мәрйәм апайға килеп төштөк. Ҡыуанып ҡаршы алды апайыбыҙ. Үҙе әйтмешләй, колхоз эше менән мәж килә икән. Ат һатып алған, арба йүнәткән һәм ошо экипажы менән бригаттың бесәнселәрен һыу, сәй, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә. Ни хәл итәһең, әгәр колхозда егеп, йомош-юлға йөрөрлөк тә йылҡы ҡалмаһа. Апайҙың иптәше Әһлиулла еҙнәй үлгәнсе үпкәһендә фашист ярсығы йөрөттө һәм ошо ярсыҡ ҡарт яугирға ғүмер буйы хеҙмәт итте. Беләһегеҙме, ни өсөн?

Егерме йыллап элек булдымы икән, һуңлатып ҡына Мәрйәм апайға килеп төштөк. Ҡыуанып ҡаршы алды апайыбыҙ. Үҙе әйтмешләй, колхоз эше менән мәж килә икән. Ат һатып алған, арба йүнәткән һәм ошо экипажы менән бригаттың бесәнселәрен һыу, сәй, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә. Ни хәл итәһең, әгәр колхозда егеп, йомош-юлға йөрөрлөк тә йылҡы ҡалмаһа. Апайҙың иптәше Әһлиулла еҙнәй үлгәнсе үпкәһендә фашист ярсығы йөрөттө һәм ошо ярсыҡ ҡарт яугирға ғүмер буйы хеҙмәт итте. Беләһегеҙме, ни өсөн? Уны үпкәһе сирле тип таптылар һәм йылҡы аҫырарға рөхсәт иттеләр. Тик бер генә талап – фронтовик йыл һайын рентген аппаратында үпкәһендә эленеп торған мина ярсыҡтарын күрһәтергә тейеш булған һәм медицина комиссияһы үтә ине. Был талапты яҙған кеше, моғайын, бер заман мина ярсыҡтары ирер, йә ҡойолоп төшөр ҙә, ҡарт үҙ аты менән законһыҙ файҙаланыу мөмкинлеге алыр, тип уйланымы икән? Бәлки... Икенсе талап – илен һаҡлап ҡаты яраланған фронтовик аттың да тик айғырын ғына тотонорға тейеш. Бейә малын, үҙегеҙ беләһегеҙ, тыйып булмай, тороға, һөҙөмтәлә, ҡолонлап та ҡуя. Ә совет илендә бер генә ат аҫырарға рөхсәт ителә. Бейә алып, уны ҡолонлатып, малды ишәйтеп, ундай ҡеүәтле илде алдарға ярамай. Тик айғыр ғына. Шундай илдә йәшәү һеҙгә оҡшай инеме?
Әһлиулла еҙнәй иртә үлеп китте. Был барғаныбыҙҙа Мәрйәм апай менән бабайын иҫкә төшөрөп ултырҙыҡ.
– Үпкә сирле ине бит, – тине апай. – Уға бейә тейеш булған. Исмаһам, шуны ла әйтмәгәндәр. Силсәүит ныҡ тора инде: “Һеҙгә айғыр тейеш, бейә хаҡында уйламағыҙ ҙа!” – тине.
Юҡ, йәмәғәт! Беҙгә бындай илде юғалтыуыбыҙға тамсы ғына ла үкенергә кәрәкмәй.

---------
Дуҫтар! Беҙҙең әйберҙәрҙе көнөндә уҡыу өсөн, төркөмөбөҙгә яҙылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: