+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Июль 2020, 22:00

Төндәлектәр. ИҪЕРЕКТЕ АЙНЫТА ТОРҒАН ЭШ

Өсөнсө йыл булдымы икән, Дәүләкән районында бер ауылға барып сыҡтыҡ. Ауыл биләмәһе башлығы ҡыуана-ҡыуана ауыл менән таныштырҙы. Төҙөк, матур ауыл. Әбей-һәбейҙән башҡа, кеше күренмәй, күбеһе эштәлер.– Әллә эскән кешеләр ҙә юҡмы? – тип һорайбыҙ.

Хәҙер еләк бешкәнме икән, ҡасан йыя башлайҙар икән, тип аптыранаһы түгел. Бәйләнештәгеләрҙең һүрәттәренә күҙ һалһаң, күнәктәр ҙурлығынан, еләк-емеш муллығынан күҙҙәр ҡамаша, ауыҙ һыуҙары аға. Былтырғы фотолар булмаһа, әлбиттә.
Дөрөҫ булһа, Ер шарында үҫкән, бешкән, төшкән еләк-емештең, бәшмәктең һәм сәтләүектәрҙең 1 процентын ғына халыҡ файҙалана икән. Ә ҡалғаны вис кенә сереп, юҡҡа сыға. Әгәр шуның 99 процентын да табырға, йыйырға һәм файҙаланырға йәки ашарға өйрәнһәк, Ер шарында бер ас кеше лә бумаҫ ине.
Ә быйыл еләк уңған. 5-6 йыл элек Өфө эргәһендәге барлыҡ баҫыуҙарҙың бесәнен сабып алалар ине. Һуңғы йылдарҙа күренгәндәре юҡ. Ә беҙҙең ер йомарт һәм мәрхәмәтле. Буш ята буламы һуң инде. Боланут баҫты, сәскәләрҙең ниндәй генә төрлөһө юҡ, еләк ҡотороп уңды. Кисен барабыҙ, ҡараңғы төшкәнсе, 2-3 күнәк тула. Ҡайҙа, тиһегеҙме? Карпов ауылы менән М-5 трассаһы араһында. Әллә халыҡ бында еләк үҫкәнен белмәйме икән?
Ә быйыл еләк арзан булмаҡсы. Сөнки юл буйы – халыҡ. Кемуҙарҙан еләк һаталар. Еләк йыйыу һәм һатыу төшөмлө бизнесҡа күптән әйләнде. Әйләнһен, беҙгә эшләргә генә тимәгән, һатырға, һатыулашырға өйрәнергә кәрәк. Һатыулашыу, тигәндән. Беҙҙең ауылдан Әлфиә апай Мединститут бөтөрөп, Әбйәлил районына килен булып төштө, оҙаҡ йылдар райондың кендек инәйе булып эшләне, маҡталды, хәҙер хаҡлы ялда. Ҡыҫҡаһы, Әлфиә апай һөйләне: “Әбйәлил халҡы йүнсел һәм сауҙаға шәп. Беҙгә уларҙан өйрәнергә кәрәк. Сөнки эргәләге ярты миллиондан ашыу кеше йәшәгән Магнитогорск ҡалаһы район халҡын эшләргә, йәшәргә, һатыулашырға өйрәтә. Бына, мәҫәлән, бурысҡа бер тоҡ картуф алып, автобусҡа ултырып, Магнитҡа барып, 4-5 күнәк картуфыңды һатып, туйғансы бер ашап-эсергә, балаларыңа күстәнәс алырға һәм ҡайтҡас, бурысыңды түләргә етә”.
Быйыл картуф хаҡында бер нисә иғлан уҡып, таң ҡалғайным. “Мөгәрәбебеҙ тулы бына тигән картуф ята, килеп алығыҙ, бушлай бирәбеҙ”. Әллә һаман Мысыр картуфын ашайбыҙмы икән?
Юл саттарында һатылған еләктең хаҡы төшкән. Былтыр тулыр-тулмаҫ күнәктәргә меңәр тәңкә һорайҙар ине, быйыл һатыулашһаң, 600-гә, 500-гә лә биреүселәр бар икән.
Өсөнсө йыл булдымы икән, Дәүләкән районында бер ауылға барып сыҡтыҡ. Ауыл биләмәһе башлығы ҡыуана-ҡыуана ауыл менән таныштырҙы. Төҙөк, матур ауыл. Әбей-һәбейҙән башҡа, кеше күренмәй, күбеһе эштәлер.
– Әллә эскән кешеләр ҙә юҡмы? – тип һорайбыҙ.
– Бындай мәлдә кем эсеп йөрөһөн инде? – тип яуап бирә башлығыбыҙ. – Еләк йыялар. Ике алкашты беләм, алама ғәҙәттәрен ташлап, баш күтәрмәй еләк йыйып ҡалалар.
– Ә һуңынан нисек?
– Билдәле инде. Яҡындары, йәки ҡатындары аҡсаларын алып өлгөрмәһә, “фанфурик”ка тығалар.
Бына килде замана. Ә мин еләк йыйыуҙың айныта торған һөнәр икәнлеген белмәй ҙә инем.

---------
Дуҫтар! Беҙҙең әйберҙәрҙе көнөндә уҡыу өсөн, төркөмөбөҙгә яҙылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: