+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Июль 2020, 10:05

Төндәлектәр. ОРСКИҒА – КӨНБАҒЫШ ҺАТЫРҒА!

Ауылдан йылына ике-өс тапҡыр сыҡҡан башҡорт ҡатыны пассажирҙар поезы ҡағиҙәләрен ҡайҙан белһен инде? Башҡалар менән бер ыңғай, шәл тулы сумкаһын һәм береһенән береһе ҙурыраҡ көнбағыш тулы өс тоғон һөйрәп, вагонға үрмәләй башлай. Ә унда тар ишектән киңерәк, йыуан проводник метр ярым өҫтә тора һәм Мәрйәм апайыбыҙ тоғон бер-бер артлы ырғытҡан һайын, вагон хужабикәһе тоҡтарҙы ергә ырғытып бара. Күҙ алдына килтерҙегеҙме? Вагон аҡрынлап ҡуҙғала, проводник һүгенә-һүгенә, ҡапҡа һаҡсыһы һымаҡ, тоҡтарҙы ергә елгәреп өлгөрә, ә апайыбыҙ бер һүҙ өндәшмәй тоҡтарын эләктереп, вагон өңөнә ырғытып бара. Ә поезд тиҙлеге артҡандан-арта, тоҡтар өҫкә лә, аҫҡа ла оса. Юҡ! Мәрйәм апай бирешергә уйламай. Былар ябай тоҡтар түгел, уның хәләл көсө, балаларының ризығы, күҙ терәп торған берҙән-бер өмөтө һәм ышанысы.

Шул барғаныбыҙҙамы, Мәрйәм апай Орск баҙарына барып ҡайтыуы хаҡында һөйләне. Буш ҡул менән йөрөмәгән, унлап шәл, быныһын кешегә һөйләп йөрөмәгеҙ, өс тоҡ көнбағышы булған икән. Ҡыуандыҡта Орскиҙа көнбағыш шәп үтә икән, тигәндәрен ишеткәс, тоҡтарын күтәреп, сыҡҡан да киткән. Хәйер, бының өсөн иң тәүҙә вагонға ултырырға кәрәк бит әле. Поезд туҡтай, әлбиттә, бер нисә минутҡа. Ауылдан йылына ике-өс тапҡыр сыҡҡан башҡорт ҡатыны пассажирҙар поезы ҡағиҙәләрен ҡайҙан белһен инде? Башҡалар менән бер ыңғай, шәл тулы сумкаһын һәм береһенән береһе ҙурыраҡ көнбағыш тулы өс тоғон һөйрәп, вагонға үрмәләй башлай. Ә унда тар ишектән киңерәк, йыуан проводник метр ярым өҫтә тора һәм Мәрйәм апайыбыҙ тоғон бер-бер артлы ырғытҡан һайын, вагон хужабикәһе тоҡтарҙы ергә ырғытып бара. Күҙ алдына килтерҙегеҙме? Вагон аҡрынлап ҡуҙғала, проводник һүгенә-һүгенә, ҡапҡа һаҡсыһы һымаҡ, тоҡтарҙы ергә елгәреп өлгөрә, ә апайыбыҙ бер һүҙ өндәшмәй тоҡтарын эләктереп, вагон өңөнә ырғытып бара. Ә поезд тиҙлеге артҡандан-арта, тоҡтар өҫкә лә, аҫҡа ла оса. Юҡ! Мәрйәм апай бирешергә уйламай. Былар ябай тоҡтар түгел, уның хәләл көсө, балаларының ризығы, күҙ терәп торған берҙән-бер өмөтө һәм ышанысы. Нисек тамамалана инде был алыш? Әлбиттә, Мәрйәм апайҙың еңеүе менән.
– Икәүһен бер ҡулыма тотоп, һулаҡайым менән береһен ырғытыуға, теге мәрйә тимер ишеген ябам ғына тигәйне, икәүһен осороп, артынан үҙем дә килеп индем, – тип хәтерләй апай. – Тегеңә һөйләнә-һөйләнә, мине үткәреүҙән башҡа сара ҡалманы.
Мәрйәм апайҙың вафатына байтаҡ инде. Уны юҡһынғанда йыш ҡына ошо тоҡтарҙы иҫкә төшөрәбеҙ. Барыбер еңеп ҡуйған бит, тип ҡыуанабыҙ.

---------
Дуҫтар! Беҙҙең әйберҙәрҙе көнөндә уҡыу өсөн, төркөмөбөҙгә яҙылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: