+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Июль 2020, 16:10

Тормош күренештәре. "Былай ҙа беләм".

Айсулпан ҡайҙандыр кер ҡыҫтырғыс килтереп сығарҙы ла, минең түбәмә, ҡыҫҡа сәстәремә ҡыҫтырып ҡуйҙы. Минең аптырап: - Быны нимәгә миңә эләктерҙең? - тип һорауыма: - Мин һинең һүрәтеңде төшөрәм! - тип шат йылмайып үҙенең мольбертына ҡарай йүгерҙе бәләкәс. - Миңә ҡараманың да инде, тағы берҙе күҙ һалманың, - тим, сәсемдәге ҡыҫтырғысты ҡапшап. Теге бүлмәнән ҡыҙымдың ышаныслы тауышы ишетелде:

Айсулпан ҡайҙандыр кер ҡыҫтырғыс килтереп сығарҙы ла, минең түбәмә, ҡыҫҡа сәстәремә ҡыҫтырып ҡуйҙы. Минең аптырап:
- Быны нимәгә миңә эләктерҙең? - тип һорауыма:
- Мин һинең һүрәтеңде төшөрәм! - тип шат йылмайып үҙенең мольбертына ҡарай йүгерҙе бәләкәс.
- Миңә ҡараманың да инде, тағы берҙе күҙ һалманың, - тим, сәсемдәге ҡыҫтырғысты ҡапшап. Теге бүлмәнән ҡыҙымдың ышаныслы тауышы ишетелде:
- Мин былай ҙа беләм, кер ҡыҫтырғыстың ниндәй икәнен...
Күп тә үтмәй, ҡыҙыбыҙ мольберты эргәһенән тороп китте.
- Әйҙә, миңә һүрәтеңде һөйлә әле, - тиеүемә:
- Атай, һин үҙең ҡара, - тине Айсулпан ҡулын йыуған арала. Шунан түрбашҡа әсәһе эргәһенә инде. Уның мольбертында мине ошондай һүрәт көтә ине.


Ҡыҙымдың башыма кер ҡыҫтырғысты ниңә беркетеүен әле лә аңламайым. Әллә һүрәтенең, руссанан күсереп әйткәндә, "йөҙөм бөртөклө", серле булыуын теләнеме, әллә башҡа сәбәптәнме? Ошо һорауҙар һәм ҡыҙымдың бөгөнгө ижады әлеге яҙманы теркәп ҡуйыуға этәрҙе.
Читайте нас: