+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Июль 2020, 15:10

Тормош күренештәре. "Ҡайын..."

Айсулпан менән боронғо, туҙған бер китап ҡарайбыҙ. Һүрәттәре сағыу, матур, аҫтына ҡыҫҡа диалогтар, һүҙбәйләнештәр яҙылған. Мин - уҡыйым, ә Айсулпан ҡабатлай. Китап башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән рус телле балалар өсөн төҙөлгән, шуға, геройҙарҙың исемдәре араһында, башҡорт менән бергә, ара-тирә башҡа исемдәр ҙә осрай. Уларына: "Һм..." - тип кенә ҡуя ҡыҙсыҡ. Ниңә улайталыр, һорағаным юҡ.Бер ағас тирәләй баҫҡан балалар һүрәтләнгән битте астыҡ.- Йә, әйт әле, был ниндәй ағас? - тип һорауыма:

Айсулпан менән боронғо, туҙған бер китап ҡарайбыҙ. Һүрәттәре сағыу, матур, аҫтына ҡыҫҡа диалогтар, һүҙбәйләнештәр яҙылған. Мин - уҡыйым, ә Айсулпан ҡабатлай. Китап башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән рус телле балалар өсөн төҙөлгән, шуға, геройҙарҙың исемдәре араһында, башҡорт менән бергә, ара-тирә башҡа исемдәр ҙә осрай. Уларына: "Һм..." - тип кенә ҡуя ҡыҙсыҡ. Ниңә улайталыр, һорағаным юҡ.
Бер ағас тирәләй баҫҡан балалар һүрәтләнгән битте астыҡ.
- Йә, әйт әле, был ниндәй ағас? - тип һорауыма:
- Ҡайын... - тине лә Айсулпан, өҫтәп ҡуйҙы, - өләсәйҙәргә барайыҡ, ҡайын һыуы эскем килә...
Беҙҙең яҡта ҡайын күп. Беҙҙең өйҙән ҡул һуҙымы ғына ерҙә - урман. Баҡсала - орлоҡтан үҙе күтәрелгән, инде өй ҡыйығына еткән ҡайыныбыҙ үҫә.
Читайте нас: