-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Июль 2020, 10:20

АЛЛАҺ ҺАҠЛАНҒАНДАРҘЫ ҒЫНА ЯҠЛАЯСАҠ.

Кисә коронавирус менән сирләүселәрҙең һаны тағы ла 48 кешегә артты һәм 5191-гә етте. Бер ҡараһаң, был һандар күп түгел һымаҡ. Ана, Америкала көн һайын коронавирус менән 50-60 мең кешене дауаханаға һалалар. Ләкин беҙҙең өсөн АҠШ өлгө түгел. Сөнки уларҙа быйыл ноябрь баштарында президент һайлаясаҡтар. Ә унда сир, йоғошло сирҙән бигерәк, бөгөн сәйәси сараға әйләнеп бара.Ә беҙгә үҙ тормошобоҙҙо яйға һалырға, сирлеләрҙе дауаларға, иҫәндәрен һаҡларға кәрәк. Һеҙгә нисектер, миңә ҡалһа, властарҙың карантин тәртибенең ҡайһы бер талаптарын әле булһа һаҡлап ҡалыуы оҡшай. Ләкин Республика Башлығы Радий Хәбировтың: “Битлектәрҙе һалырға ашыҡмағыҙ”, – тигән киҫәтеүен һаҡларға теләүселәр көндән-көн әҙерәк күренә.

Кисә коронавирус менән сирләүселәрҙең һаны тағы ла 48 кешегә артты һәм 5191-гә етте. Бер ҡараһаң, был һандар күп түгел һымаҡ. Ана, Америкала көн һайын коронавирус менән 50-60 мең кешене дауаханаға һалалар.
Ләкин беҙҙең өсөн АҠШ өлгө түгел. Сөнки уларҙа быйыл ноябрь баштарында президент һайлаясаҡтар. Ә унда сир, йоғошло сирҙән бигерәк, бөгөн сәйәси сараға әйләнеп бара.
Ә беҙгә үҙ тормошобоҙҙо яйға һалырға, сирлеләрҙе дауаларға, иҫәндәрен һаҡларға кәрәк. Һеҙгә нисектер, миңә ҡалһа, властарҙың карантин тәртибенең ҡайһы бер талаптарын әле булһа һаҡлап ҡалыуы оҡшай. Ләкин Республика Башлығы Радий Хәбировтың: “Битлектәрҙе һалырға ашыҡмағыҙ”, – тигән киҫәтеүен һаҡларға теләүселәр көндән-көн әҙерәк күренә.
Сирҙең еңел генә үтмәҫен, уның һәр кешегә янауын күпселек аңлайҙыр, тип уйлайым. Шул уҡ ваҡытта, карантин талаптарын үтәргә теләмәүселәрҙең көндән-көн күбәйеүе аңлашылып бөтмәй.
Ни әйтһәң дә, коронавирус айҡанлы, ысынбарлыҡҡа ҡарағанда, уйҙырмалар күберәк. Мәҫәлән, әле булһа йоғошло сир пандемияһын пропаганда, халыҡты ҡурҡытыу сараһы, тип аңлатырға тырышыуҙары, ғөмүмән, мәғәнәһеҙлек. Ошо йәһәттән киләһе аҙнаның аҙағы хәл иткес әһәмиәткә эйә. Сөнки бер аҙна элек карантин талаптары аҙмы-күпме йомшартылды, сауҙа нөктәләре асылды, урамда йөрөүҙәр рөхсәт ителде. Ә инде сирҙең инкубация осоро ике аҙна булыуын иҫәптә тотһаҡ, ошо аҙна аҙаҡтарында сир йоҡтороусылар һанының кинәт артып китеүе күҙәтелеүе ихтимал. Үкенескә ҡаршы, йоғошло сирҙәргә ҡаршы көрәштең иң арзан һәм отошло юлы – ҡәтғи карантин, мөмкин тиклем сикләүҙәр, яҡындан аралашыуҙарҙы кәметеү, һис юғы, битлек һәм бирсәтке икәнлеген аңларға теләмәүселәр әле бар. Йәйге эҫе көндәр төрлө яҡҡа сәфәргә саҡыра, кешеләр уяулыҡты юғалта. Ә эксперттар иһә күпселектең һаулығының артабан да насарайыуын, иммунитетының түбәнәйеүен фаразлай. Белеп булмай, киләһе киҙеү ваҡыты әлеге бөтөп етмәгән коронавирус осоро менән тап килеүе лә бик ихтимал. Ә был осорҙо нисек үткәрергә? Был һорауға яуап табыуы ҡыйын. Шуға күрә беҙҙең бер генә юл бар – һаҡланырға һәм һаҡланыу сараларын башҡаларҙан да талап ителә.
Иҫән-һау булығыҙ!
Читайте нас: