+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Июль 2020, 19:16

Тормош күренештәре. ҠАЙҘА БАРАЙЫҠ, АҒАЙҘАР?

Үҙемде өйрәткән Рөстәм ағай менән ҙур фуражкалы милиционер ултырған “Һигеҙле”нең руле артындағы креслоға арҡамды терәнем. Бөгөн мин имтихан биреп ҡараясаҡмын. Килеп сығырмы, юҡмы? Бирә алмаҫмын һымаҡ. Ҡурҡыта, бәлки ҡалтынамдыр ҙа. Асҡыс, борғостар, баҫҡыстар, старт! Карбюраторлы тимер атым. Мин һинең менән нисәмә сәғәт күнекмә үттем, инструкторҙың йомоштары буйынса ла саптыҡ, һүнеп тә ултырҙыҡ, светофорҙа ҡыҙылға ла үтә яҙҙыҡ. Булды инде, төрлө хәлдәр булды. Бөгөн барыһы ла яҡшы буласаҡ. Иң мөһиме – ҡаушамаҫҡа.

– Әйҙә, ҡуҙғалдыҡ. – Рөстәм ағайҙың тауышы үҙгәргәндәй тойола. Ул да минең өсөн борсола, шикелле. Рөстәм ағай – кәүҙәгә ул тиклем бейек түгел, ҡуңырыраҡ йөҙлө ҡала егете. 25-30 йәштәр барҙыр үҙенә. Тәмәке тарта, фильтрлыны. Күнекмәләр ваҡытында ла тартҡанлыҡтан, машина эсенә һаҫыҡ еҫ һеңгән.
– Юл сатында һулға борол! – Капитан телгә килде.
Ҡала ситенән үҙәккә боролабыҙ, былай булғас. Алда өс еңел машина етеп килә, икеһе - бер-бер артлы, өсөнсөһө яңғыҙ. Тәүгеләре мин еткәнсе, үтеп өлгөрә, өсөнсөһөн көтөп тормай ғына, борола һалырға кәрәк. Акселератор баҫҡысына, йәғни, газға баҫтым. 40 км./сәғәтте үтә яҙып, юлдар сатына еттем дә, аҙ ғына яйлап, рулде һулға борҙом. Үҙемдең һыҙатымдан сыҡманым, кешенекен тапаманым, шикелле. “У” хәрефле өйрәнсектең оятһыҙ ҡылығы ҡаршыға килгән водителгә оҡшамаған, күрәһең, ул тауыш сигналын ҡабыҙып, үтеп китте. Все, бөттөм былай булғас. Инструкторыма ҡарайым. Уның йәне көйгәне күренеп тора, иренен тешләй, ләкин өндәшмәй, түҙеп ултыра. Арттан тауыш ишетелә:
– Больше так не делай. – инспектор тыныс ҡына шелтәләп алды.
– Да, понял, извините, – тинем.
Салондағы көҙгөгә күҙ һалдым, инспектор үҙенең күн тышлы планшетына нимәлер теркәп ҡуйҙы. Хәҙер ҡайҙа барырға? Кире автодромғамы? Әллә ғәфү иттеме инспектор ағай? Бер аҙыраҡ бара биргәс, түҙмәнем, һорарға булдым:
– Ҡайҙа барырға, ағайҙар?
– Светофорҙа артҡа борол да, уңға китерһең.
Әһә, имтиханды өҙмәне инспектор, һынауҙы дауам итәбеҙ. Шартына килтереп, артҡа боролдом. Машиналар күп, тауға ҡарай ҡуҙғалғанда моторҙы илатып, үкертеп алдым. Арыу ғына йөрөнөк тағы. Башҡа иҫ китерлек, ҡағыҙға теркәрлек ваҡиғалар булманы. Һәүетемсә, ғәҙәти үтте был хәл иткес минуттар.
Автомәктәпкә килеп туҡтағанда, футболкам арҡама йәбешкәнсе тирләгән инем. Бер сәғәт көткәндән һуң, был һынауҙы уңышлы үткән курсанттарҙың исемлеген ишеттерҙеләр. Унда...
-------
Дуҫтар, нисек уйлайһығыҙ, инспектор был белекһеҙ курсантҡа "икеле" сәпәгәнме, әллә ыңғай баһа ҡуйғанмы?
Дуҫтар! Беҙҙең әйберҙәрҙе көнөндә уҡыу өсөн, төркөмөбөҙгә яҙылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: