+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Июль 2020, 15:10

Тормош күренештәре. ҒӘҘӘТТӘР ТУРАҺЫНДА

Иғтибар итһәң, эш менән өй араһында гел бер үк урында бер үк кешеләр осрай, бер үк уй мейене быраулай, бер үк ғәҙәттәр булмышты үҙенә буйһондора. Һуңғылары тураһында бөгөн бер кәлимә яҙырға булдым әле."Ярҙам кәрәкмәйме?"Карантинға тиклем әле, ҡабаланып эшкә китеп барғанымда, аптека эргәһендәге тротуар ситендә, оло йәштәге бер ҡатындың ҡолап ятыуын күрҙем. Эргәһенә барҙым, хәлен һораштым, ярҙам тәҡдим иттем. Пенсия йәшен яңыраҡ ҡына үткәнгә оҡшаған ханым миңә ҡарай, ҡулын бирә, ыңғыраша, тик бер һүҙ ҙә әйтә алмай. Үҙе иҫерекә лә оҡшамаған. Эргәбеҙгә бер ҡатын килде.

Иғтибар итһәң, эш менән өй араһында гел бер үк урында бер үк кешеләр осрай, бер үк уй мейене быраулай, бер үк ғәҙәттәр булмышты үҙенә буйһондора. Һуңғылары тураһында бөгөн бер кәлимә яҙырға булдым әле.

"Ярҙам кәрәкмәйме?"
Карантинға тиклем әле, ҡабаланып эшкә китеп барғанымда, аптека эргәһендәге тротуар ситендә, оло йәштәге бер ҡатындың ҡолап ятыуын күрҙем. Эргәһенә барҙым, хәлен һораштым, ярҙам тәҡдим иттем. Пенсия йәшен яңыраҡ ҡына үткәнгә оҡшаған ханым миңә ҡарай, ҡулын бирә, ыңғыраша, тик бер һүҙ ҙә әйтә алмай. Үҙе иҫерекә лә оҡшамаған. Эргәбеҙгә бер ҡатын килде.

- Торорға итә, тора алмай. "Скорый" саҡырайыммы, тиһәм, ҡаршы төшә. Теле әйләнмәй, инсульт түгелме икән? - тип теҙеп киттем. Ҡатын:
- Тиҙ ярҙамды саҡырырға кәрәктер ул, барыбер. Һеҙ шылтыратығыҙ, мин апайҙы ҡарап торайым, - тине.

Мин 112-гә шылтыратып, хәлде һөйләп бирҙем. 15-20 минуттан, машина килгәс, инде байтаҡ йыйылған халыҡ менән ҡатынды носилкаға һалдыҡ, унан - машинаға күтәрҙек. "Скорый" хеҙмәткәре ыңғырашып-ыңғырашып ҡуйған ҡатынға: "Саҡ ҡына түҙ, уңғаным", - тип ишекте ябып, үҙе алға ултырҙы. Машина зәңгәр уттарын балҡытып, сиренаһын ҡысҡыртып, йән фарман алға елдерҙе. Ҡатынға һаулыҡ теләп, бер-беребеҙгә рәхмәттәр әйтешеп, таралыштыҡ.

Ошо аптека эргәһенән үткән саҡта, әлеге хәл иҫкә төшә лә тора. Шунлыҡтан, ошо урында, өйҙәгеләр именме икән, тигән ҡурҡыу солғап ала, яҡындарыма шылтырата башлайым.

"Алай ҙа..."
Ул көнө шул тиклем арыған инем, эшкә барыу түгел, ҡаршыма осраған кешеләргә күтәрелеп ҡарарлыҡ та көсөм юҡ һымаҡ ине. Ундай мәлдәрҙә, билдәле, бөтә нәмә лә күңелде ҡыра. Бәләкәй генә мәсьәлә лә ҙур бәләгә әйләнә. Ә был юлы кәйефте күтәреүҙең иң анһат һәм сығымһыҙ юлын таптым. Ниндәй генә ҡаршылыҡҡа осраһам да, рәхмәт әйтер булып киттем. Мәҫәлән, светофорҙың ҡыҙыл уты янһа: "Алай ҙа янды әле бынау ҡыҙыл ут, исмаһам, ял итеп, машиналар ташҡынын күҙәтеп торорға була", - тинем. Берәй һөмһөҙ водитель юлды ҡаплаһа: "Ҡара , ҡара, бынау кеше ҡайһылай эшлекле, юғары маҡсаттар өсөн үҙ репутацияһын да фиҙа ҡылырға әҙер. Фиҙаҡәрлек өлгөһө өсөн билдәһеҙ юлдашыма рәхмәт", - тигән һылтауҙар уйлап сығарҙым, һ.б. Был һүҙҙәргә бар булмышым ҡаршы, ә күңелдең төпкөлөндә, барыбер, нимәлер ҡыбырлап ҡуйғандай тойола. Ысынлап та, һәр ҡаршылыҡты ыңғайға һыпырыу еңел түгел. Был эш сабырлыҡ талап итә. Шулай ҙа, ошондай уйындан һуң күп тә үтмәй, арҡам турая, аҙымдарым ышаныслыраҡ була бара, арыуым һыпырып алғандай, юҡҡа сыға. Һәм, үҙемдең этлегемдән, йөҙөмдә йылмайыу барлыҡҡа килә. Миңә оҡшай был уйын! Ошо лайфхак башыма тәү тапҡыр килгән урынға етеүем була, тирә-яғыма алҡыштар яуҙырырға тотонам. Эстән генә, әлбиттә.

Һеҙ ҙә иғтибар итегеҙ әле, моғайын, һеҙҙең дә бер кемгә лә ҡамасауламаған, ә тормошоғоҙға мәғәнә, эстәлек өҫтәгән сәйер ҙә, ҡыҙыҡлы ла, хикмәтле лә ғәҙәттәрегеҙ барҙыр?

Читайте нас: