Утыҙға яҡын һайланмыш (әрмегә һайлап алынған) егет-елән, беҙҙе һатып алған майор Мамлеевтың беҙҙе алда көтәсәк тапочкалы хеҙмәт тураһында әкиәтен ысынға алып, уның менән килгән фырт, шаян ефрейторҙың үҙ-үҙен тотошон өйрәнә-өйрәнә, печенье-кәнфит кимереп, поезда шау-гөр килеп "әрмегә" китеп барған сағыбыҙ.
Бер заман егеттәрҙең береһе ҡысҡырып ебәрҙе: "Ә, дүрт гараж!". Ятҡан еремдән үрелеп, тауыш килгән яҡҡа ҡараным. Беҙҙең егеттәр йыйылып киткән, бер өҫтәл артында ефрейтор ниндәйҙер тамаша күрһәтә. Хас та - кәрт фокуссыһы. Берцымды аяғыма нисек етте, шулай эләктерҙем дә, киттем өймәкләшкән иптәштәр яғына. Барып етерлек түгел, үрелеп ҡарайым, аптырашалар, көлөшәләр, ҡарт һалдат серле генә йылмайып, фокусын дауам итә. Әллә ниндәй гараждар тураһында һорай, кемдер ниндәйҙер һан әйтә... Аңламаным был фокустың айышын, кире урыныма киттем. Әсәйем менән атайым йортонан яңы ғына сығып киткәнмен, туғандарымды, этемде һағынам, уйын ҡайғыһы юҡ. Һуҙылып ятып, уйҙарға бирелдем...
Шулай ярты йыл да үтеп китте, беҙгә "молодой"ҙарҙы алып килделәр. Таныштыҡ, тәжрибә уртаҡлашабыҙ. Бер көн ишетәм, "Ленин бүлмәһе"ндә ниндәйҙер шау-шыу ҡупты. Инһәм, беҙҙең призыв егеттәре өҫтәл артында йәштәргә ниҙер күрһәтә, ниндәйҙер һорауҙар бирә, тегеләр яуап эҙләй. Дуҫымдан: "Бында нимә ул?" -тип һораным. Дуҫым: "Иҫләйһеңме, поезда ефрейтор йомаҡ күрһәткәйне, "Гараж" уйыны..." - тине. Минең иҫкә төшкәндәй булды, тик мин был уйындың айышына төшөнмәгәйнем, әле лә дуҫымдан һорап, белмәксе булдым. Ул: "Уйнап ҡара, ҡыҙыҡ ул - тине. Мин өҫтәл артына барып ултырҙым. Уйын етәксеһе булмышына етди төҫ бирергә тырышып, ҡағыҙға бер шаҡмаҡ эшләне лә, беҙҙән: "Гараж нисә бүлмәле?" - тип һораны. Мин: "Бер", - тинем. Барыһы ла дәррәү көлөп ебәрҙе. Йомаҡсыбыҙ бер һалдатҡа өндәште: "Леха, нисә гараж күрәһең?". Тегеһе: "Дүртәүҙе", - тине. Уның яуабы күпселектә хуплау тапты. Артабан ҡағыҙға бер һыҙыҡ һыҙҙы егетебеҙ. Тағы һораны: "Нисә гараж күрәһегеҙ?". Кемдер: "Ике!" - тине. Был юлы яуапты икенсе ҡарт һалдатыбыҙ әйтте: "Туғыҙ гараж!" Мин аптырап, дуҫыма ҡараным. Бер нәмә лә аңламайым, бында ҡайҙа логика? Дуҫым: "Һин өҫтәлгә яҡшылап ҡара, яҡшылап", - тине. Уның эргәһендәге кемдер көлөп ҡуйҙы. Уйынға етәкселек итеүсе хеҙмәттәшебеҙ әҙәм сисә алмаҫлыҡ йомаҡтарын ҡоя торҙо, ҡоя торҙо. Бер заман тегенең ҡулына иғтибар иттем. Ҡағыҙға билдә ҡуя ла, егетебеҙ бармаҡтары менән өҫтәлгә таяна икән. Был хәрәкәт шул тиклем ғәҙәти килеп сыға, хатта эргәһендә ултырып, серле сигналға иғтибар ҙа итмәйһең. Шунда уҡ үҙемдең һанымды әйтә һалдым: "Ике!" Саҡ бармаҡ, тип әйтмәнем. Уйындың серен белгән хеҙмәттәштәр бер тауыштан: "Ильгиз увидел!" - тиеште. Эргәмдәгеләр тағы ла ентекләберәк уйлай башланы.
Шахмат буйынса разряды булған егетебеҙ дуҫы менән бик оҙаҡ баш ваттылар. Әйтәйекме, тиһәк, бирешкеләре килмәй, дауам итәйек, тиҙәр. Улар төрлө схемалар ҙа һыҙҙылар, мейе штурмы ла эшләнеләр, аҙаҡ яуапты белгәс, сәмсел егетебеҙҙең күҙенән йәш бөртөгө атылып сыҡҡанын үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Ғәрләнгәндер. Йыуата, дәртләндерә һалдыҡ. Ул Перельман мәсьәләһе кимәлендәге йомаҡ сисергә уйлаған, ә беҙҙең частың иң көслө шахматсыһына Крыловтың бикһеҙ-йоҙаҡһыҙ һандығын тотторғандар. Шулай ҙа була икән ул!