+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Июль 2020, 12:14

БАЛАҒЫҘҘЫ СМАРТФОНДАН НИСЕК АРАЛАЙҺЫҒЫҘ?

Бынан бер нисә йыл элек танышым үҙенең биш йәшлек ҡыҙына телефон да, планшет та, компьютер ҙа бирмәүҙәре тураһында һөйләп, аптыратҡайны. “Балағыҙҙы нисек был алама ғәҙәттән аралай алдығыҙ?” – тип һорауыма, атай кеше, бөтә ғаилә ағзалары менән бергәләп тотоноп ҡына, бәләкәстең һаулығын һаҡлауға тос өлөш индерә алыуҙарын әйтте. “Мин эштән ҡайтам да, телефондың тауышын баҫып, баланың буйы етмәгән урынға һалам. Ҡатыным да шулай итә. Өлкәнебеҙ, улым, гаджеттары менән тик үҙенең бүлмәһендә, һеңлеһе икенсе бүлмәлә саҡта ғына файҙалана”, – тигәйне. Был һөйләшеүҙән бер нисә йыл үткәс, әлеге танышымдан инде мәктәптә уҡып йөрөгән ҡыҙҙарының смартфондарға иғтибары менән ҡыҙыҡһындым.

“Беренсе синыфҡа барыр алдынан смартфон алып бирҙек, хәҙер –2-лә уҡый. Смартфонын ҡулынан төшөрмәй, тиһәм, хата булмаҫ, – тип һүҙ башланы танышым. – Анауы, Ҡытайҙарҙың “Тик Ток” тигән социаль селтәренә видеолар ҡуйыу менән мауыға. Ҡайһы берҙә, күрмәй ҡалһаҡ, беҙҙе лә кадрға эләктереүҙән тартынмай. Ундайҙарын көс-хәл менән юйҙырабыҙ. Видеоны монтажлай, хәҙер уның йәшендәге һәр бала видео ҡырҡа белә, шикелле. Минең ҡыҙыҡай журналист һымаҡ, һәр ваҡыт, нимә төшөрәйем икән, тигән уй менән йөрөй”.
Әйткәндәй, Рәсәй Президенты Владимир Путин Хөкүмәткә 3 йәштән 16 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә 10 мең һумлыҡ социаль түләүҙәр түләргә ҡушҡас, үткән айҙа Рәсәйҙә хаҡы 10 меңгә тиклемге сегменттағы смартфондар һатыу, былтырғы йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, 48 процентҡа артҡан, ти “Коммерсант”. Мәҡәләлә әйтеүҙәренсә, был күренеш үҙҡамау осоронда килеп тыуған ихтыяжға бәйле, имеш.
Минең биш йәшлек ҡыҙым да бер көн: “Атай, ниңә һинең телефоныңа уйын ҡуйып булмай?” – тип һораны. “Телефонымдың хәтере әҙ”, – тип ҡотолдом был юлы. Шуға, бөгөн төшкө аш мәлендә китап магазинына инеп сығырға иҫәп тотам. Балаларға яңы китаптар килмәгәнме икән? Ҡыҙым һүрәт ҡарарға ярата. Әйҙә, китапҡа әүрәһен әлегә.
Ә һеҙҙең сабыйҙарығыҙ смартфон, телефон менән файҙаланамы?
Читайте нас: