+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Июль 2020, 11:25

Тормош күренештәре. ҺЕҘҘЕҢ ГӘЗИТЕГЕҘ ШӘП!

Редакциянан килеп сығыуым булды, коридорҙа бер апай туҡтатты:- Һаумыһығыҙ, миңә "Шоңҡар" журналы редакцияһы кәрәк ине. Улар ҡайҙа ултыра?- Һаумыһығыҙ! Ана улар, - ҡулымды һоноп, йәштәр журналы коллективы урынлашҡан ишеккә күрһәттем.- Ҡустым, һеҙ ҡайһы яҡтан? - был һорау мине аптыратманы.Миңә уны йыш бирәләр. Айырыуса, ситтә үҙебеҙҙең яҡ кешеләре менән танышҡан саҡта.- Баймаҡтан! - тип яуапланым. Апайҙың асыҡ сырайы тағы ла көләсләнде.- Уй, ҡайһылай һәйбәт булды! Мин - һеҙгә күрше райондан, үҙем шул тиклем баймаҡтарға һоҡланам! Һеҙ ҡайҙа эшләйһегеҙ? "Һәнәк"тәме? (апай ишектәге яҙыуға ҡарап алды).- Эйе, апай.- Һеҙҙең гәзитегеҙ шәп! Беләһегеҙме?..

Редакциянан килеп сығыуым булды, коридорҙа бер апай туҡтатты:
- Һаумыһығыҙ, миңә "Шоңҡар" журналы редакцияһы кәрәк ине. Улар ҡайҙа ултыра?
- Һаумыһығыҙ! Ана улар, - ҡулымды һоноп, йәштәр журналы коллективы урынлашҡан ишеккә күрһәттем.
- Ҡустым, һеҙ ҡайһы яҡтан? - был һорау мине аптыратманы.
Миңә уны йыш бирәләр. Айырыуса, ситтә үҙебеҙҙең яҡ кешеләре менән танышҡан саҡта.
- Баймаҡтан! - тип яуапланым. Апайҙың асыҡ сырайы тағы ла көләсләнде.
- Уй, ҡайһылай һәйбәт булды! Мин - һеҙгә күрше райондан, үҙем шул тиклем баймаҡтарға һоҡланам! Һеҙ ҡайҙа эшләйһегеҙ? "Һәнәк"тәме? (апай ишектәге яҙыуға ҡарап алды).
- Эйе, апай.
- Һеҙҙең гәзитегеҙ шәп! Беләһегеҙме?..
- Ниндәй гәзитте әйтәһегеҙ?
- Район гәзитен, районканғыҙҙы әйтәм, "Һаҡмар"ҙы. Ундағы материалдар! Һоҡланып бөтөрлөк түгел! Мин бит, ҡулыма килеп эләкһә, районкаларҙы гел уҡып барырға тырышам. Күп йөрөгәс, күп сағыштырам. Һеҙҙең гәзит республикала иң шәп гәзиттәрҙең береһе ул! Шуға ла ихтирам итәм мин баймаҡтарҙы!
- Апай, ә һеҙ кем булып эшләйһегеҙ?
- Мин - адвокат...
Адвокат апай менән бик йәнле әңгәмәнән һуң, шуға төшөндөм: яҡшы адвокаттар һәр кемдең ыңғай сифатын таба, һәр төбәктең көслө тармаҡтарын белә, әлеге апай һымаҡ.
Читайте нас: