+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Июль 2020, 11:20

Тормош күренештәре. ИРТӘГӘ - ОШО ВАҠЫТТА...

Кисә мин эштәге вахтала дежурҙа (пандемия ваҡытында һәр редакция берәр көн килгән кешеләрҙең температураһын үлсәп, ҡулдарын антисептик менән бышҡылдатып тороуҙы ойоштора) саҡта бер авторыбыҙ килешеү яңыртырға килде. Мин - вахтала, тиҙҙән алмашым килергә тейеш. Ул килһә, мин үҙебеҙҙең ҡатҡа күтәрелеп, килешеү бланкыһын алып төшәм, автор урында ғына уны тултыра ла, ҡайтып китә. Коллегам ниңәлер оҙаҡлай, автор, 65-70 йәштәрҙәге ағай, минең өҙгөләнеүемде күреп:- Мин иртәгә, тап ошо ваҡытта, тағы килә алам, - тине.- Һеҙ ҡабаланаһығыҙмы? - тип һораным.

Кисә мин эштәге вахтала дежурҙа (пандемия ваҡытында һәр редакция берәр көн килгән кешеләрҙең температураһын үлсәп, ҡулдарын антисептик менән бышҡылдатып тороуҙы ойоштора) саҡта бер авторыбыҙ килешеү яңыртырға килде. Мин - вахтала, тиҙҙән алмашым килергә тейеш. Ул килһә, мин үҙебеҙҙең ҡатҡа күтәрелеп, килешеү бланкыһын алып төшәм, автор урында ғына уны тултыра ла, ҡайтып китә. Коллегам ниңәлер оҙаҡлай, автор, 65-70 йәштәрҙәге ағай, минең өҙгөләнеүемде күреп:
- Мин иртәгә, тап ошо ваҡытта, тағы килә алам, - тине.
- Һеҙ ҡабаланаһығыҙмы? - тип һораным.
- Юҡ, көтә алам. Һеҙгә уңайһыҙ булһа, тигәйнем...
- Көткәс, тағы аҙ ғына көтәйек инде.
Шул ваҡыт келт итеп хәтергә төштө: сумкамда бер бланкы йөрөй ине. Ысынлап та, бар икән. Авторҙан ғәфү үтенеп, бланкыны уның алдына һалдым. Ул ентекләп, тултырҙы ла, рәхмәт әйтеп, хушлашып, Матбуғат йортонан сығып китте. Иртәгә киләйемме, тигәс, мин уны яҡында ғына йәшәйҙер, тип уйлағайным. Килешеүҙә ҡаланың икенсе яҡ осонда урынлашҡан адрес күрһәтелгән ине. Совет осоро кешеләренең сыҙамлылығына, егәрлелегенә һәм һорағанды шунда уҡ эшләй торған булыуына иҫем китә.
Читайте нас: