+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Июль 2020, 15:10

Тормош күренештәре. ТЫУҒАН ЯҠҠА - ӨНҺӨҘ СӘЛӘМ...

Йөк машинаһының тентлы бортында сүкәйеп ултырғанбыҙ. Командировкаға ебәрҙеләр. Беребеҙ тенттың осон асып ебәрҙе. Ҡараңғы борт эсенә көҙгө һалҡын ҡояш уҡтары ҡаҙалды. Ҡояшта балта элерлек ҡуйы саң борлай. Нығыраҡ астыҡ япманы, тын юлдарыбыҙ асылып, донъялар яҡтырып ҡалғандай булды. Барыбыҙ ҙа юлдағы машиналарҙы күҙәтәбеҙ. Юлда тағы нимә эшләйһең? Ғәҙәти күренеш: еңел, етеҙ машиналар әллә ҡайһы арала беҙҙең иҫке "Урал"ды ҡыуып етә лә, үтеп тә китә.Ҡапыл бер машинаға иғтибар иттек. Уның аҙаҡҡы һандары беҙҙең төбәктекенә оҡшаған. Ысынлап та! 102 тип яҙылған! Башҡортостандан! Күрше Свердлов өлкәһендә ни эшләп йөрөй был мосафир?

Йөк машинаһының тентлы бортында сүкәйеп ултырғанбыҙ. Командировкаға ебәрҙеләр. Беребеҙ тенттың осон асып ебәрҙе. Ҡараңғы борт эсенә көҙгө һалҡын ҡояш уҡтары ҡаҙалды. Ҡояшта балта элерлек ҡуйы саң борлай. Нығыраҡ астыҡ япманы, тын юлдарыбыҙ асылып, донъялар яҡтырып ҡалғандай булды. Барыбыҙ ҙа юлдағы машиналарҙы күҙәтәбеҙ. Юлда тағы нимә эшләйһең? Ғәҙәти күренеш: еңел, етеҙ машиналар әллә ҡайһы арала беҙҙең иҫке "Урал"ды ҡыуып етә лә, үтеп тә китә.

Ҡапыл бер машинаға иғтибар иттек. Уның аҙаҡҡы һандары беҙҙең төбәктекенә оҡшаған. Ысынлап та! 102 тип яҙылған! Башҡортостандан! Күрше Свердлов өлкәһендә ни эшләп йөрөй был мосафир?

Руль артында урта йәштәрҙән саҡ ҡына олораҡ булыр, мыйыҡлы бер ағай ултыра. Ҡыуанысыбыҙҙы тыя алмай, яҡташҡа ҡул болғай башланыҡ. Йәнәһе, һаумы, яҡташ, тип сәләмләйбеҙ. Ул беҙҙе күрмәй ҙә, ишетмәй ҙә, "обгон" маневры өсөн уңайлы мәл көтә. Әлегә юл борма-борма. Хәҙер, хәҙер ҡаршы яҡҡа йүнәлтәсәк тә "тимар аҡбуҙатын", артабан осасаҡ.

Шул ваҡыт арабыҙҙа бер шаян егет, ҡулдарын алға ҡуйып, ҡурай уйнаған һымаҡ ишара яһаны. Уның был хәрәкәтен пассажир ултырғысында ултырған апай күрҙе, шикелле, водителгә нимәлер тип өндәшкәндәй итте. Улар тиҙлектәрен бер аҙ яйлатылар һәм ҡаршы яҡҡа сығыу өсөн тоҡандырылған боролош уттарын һүндереп, беҙҙең машинаға яҡынлаштылар. Пассажир апай артта ултырған юлдаштарына нимәлер һөйләр өсөн артҡа боролған, ә водитель, киң йылмайып, беҙгә һаҡ ҡына ҡул болғай ине.
Читайте нас: