Элегерәк бесәнде ат тырмаһы менән йыйыу киң таралған ине. Хәҙер генә аттар ҙа, тырма-арбалар ҙа тракторҙар менән алмаштырылды. Ат тырмаһы тигәнем - тырмаһын күтәреп-төшөрөп була торған яйламалы бер күсәрле арба. Хас та бәйге арбаһы һымаҡ. Һуңғыһынан айырмалы, тырманың тәгәрмәстәре ҙур һәм шау тимерҙән яһала. Ундай тәгәрмәстәр асфальтта буш бидон тәгәрләткәндәй шатыр-шотор тауыш сығара.
Хәҙер телгә алынасаҡ хәлгә 15-20 йыллап ваҡыт үткәндер. Ауылдан дүрт саҡрымда ятҡан бесәнлегебеҙҙән әлеге лә баяғы тырмалы атта ҡайтырға торам. Ҡап-ҡара болоттарын ҡабартып, йәшен ҡамсыларын уйнатып, ямғыр етеп килә. Шуға, ғәҙәттәгенән иртәрәк эште йомғаҡланыҡ. Туғандарым, улар еңел машина менән ҡайтасаҡ, йыйынып ҡалды, мин, бар дәүләтем өҫтөмдәге плащтан һәм аҫтымдағы фуфайканан ғына торғас, ҡайтырға әҙерләндем.
Аттың хужаһы, Әхәт апам (беҙҙеңяҡта атайҙан оло ир кешегә ололап әйтәләр): “Атта әллә үҙем генә ҡайтайыммы?” – тип һораны. Күренеп тора, мине йәлләп һүҙ ҡушыуы. Йәшендән шөрләүемде белдермәҫкә тырышып, мөмкин тиклем битараф тауыш менән: “Яҡ (кире ҡағыуҙы аңлатҡан һүҙ), үҙем дә ҡайып етәм", – тинем. Ҡуҙғалдым. Ямғыр ҡоя ла башланы. Бейә тигеҙ генә юртып бара. Ике-өс секунд һайын ялтлаған йәшенгә иғтибар ҙа итмәй малҡай. Ә мин, эргә-тирәм, күк йөҙө яҡтырған һайын: “Бер, ике, өс, дүрт, биш, алты, ете”, -тим.
Кемдер миңә, әгәр йәшен уты күренеү мәле менән тауыш ишетелеү мәле араһында ете секунд ваҡыт үтһә, ул йәшен уты ҡурҡыныс түгел. Ә шартлау аҙыраҡ ваҡыт эсендә ишетелһә, был заряд һине һуғып ҡуйыуы бар, тип аңлатҡайны. Шунан бирле, үҙемде тынысландырыу өсөн йәшен ваҡытында һанарға ғәҙәтләндем.
Был эштән бушаған арала берсә йәшенде әрләп маташам, сөнки йәшендең йәне бар, тип ышанам, берсә өләсәй өйрәткән өс-дүрт доғаны ҡабатлайым. Ә бейә асфальт юл ситенән бер сама юртыуын белә. Ямғыр ҙа, йәшен дә көсәйҙе. Атты атлауға күсерҙем. Йә, йәшен атып ҡуйыр, баяғы. Йәшен уты хәрәкәткә эйәрә, ти ололар.
Бер аҙҙан арттан машина ҡыуып етте. Атайым икән. Салондағыларҙың күҙҙәре миңә төбәлгән. “Нисек хәлдәр? – тип һорай атай, пассажир тәҙрәһен асып. – Үҙең ҡайтып етәңме?“. “Әйе (эйенең беҙҙеңсә варианты), һеҙ ҡайтығыҙ”, – тим, ҡурҡыуымды һиҙҙермәҫкә тырышып. Ә үҙемдең башта бер генә уй: "Имен-аман ҡайтып етәмме, юҡмы".
Әхәт апам һөйләүе буйынса, мин ул көндө: "Йәшен атһа, ыҙалатмаһын, ә шунда уҡ үлтергәнсе генә атһын инде", - тип һөйләнгәнмен. Үҙем онотҡанмын. Туғандар тағы бер ҡыҙыҡлы һүрәтте иҫтәрендә ҡалдырған: арба өҫтөндә шәм һымаҡ, "смирно" ултырғанмын. Йәшендең емергес көсөнә ышаныуым шул тиклем булғандыр инде, ҡыбырларға ла ҡурҡҡас. Үҫмер саҡ, бар донъя бер минең тирәләй генә өйөрөлә, ырыҫ-далан, бәхет йә хәүеф-хәтәр килһә, бер миңә ҡағыла, тип ышанғанмын.
Был хәлде яңыраҡ Иҙел ҡустым хәтергә төшөрҙө. Көлөшөп, иҫләп алдыҡ. Әйткәндәй, фотонан күреүегеҙсә, хәҙер Әхәт апа (фотола тырма өҫтөндә үҙе ултыра) тын тултырылған шәп тәгәрмәсле тырмаһына француз тимер атын ғына егә. Рулдә Әхәт апаның улдары Илһам йә Заһит ҡустылар булырға тейеш.