Ял тураһында һүҙ сыҡҡас, яҙ башында йылы яҡтан ялдан ҡайтып төшкән танышым:
- Беләһеңме, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә башҡа бармаҫҡа булдым. Ялым етһә, ябайыраҡ илдәрҙе һайлаясаҡмын, - тип аптыратты.
- Оҡшаманымы ни әмирлектә?
- Оҡшамаған ҡайҙа ул! 9 миллион халҡының 7 миллионы - ситтән килгән кешеләр, ти, шул тиклем яҡшы ҡарайҙар туристарҙы, күтәреп кенә йөрөтмәйҙәр.
- Ә ниңә бүтән бармаҫҡа булдың?
- Һуң, уларҙа бит ябай ғына манго емешен дә ситтән килтерәләр, үҙҙәрендә үҫмәй, ти. Ә үҙе беҙҙә һатылғандан йомшағыраҡ, хаҡы ла беҙҙәгеләренән осһоҙораҡ.
- Шунан? Бармаҫлыҡ сәбәп күрмәйем?..
- Шул, улар баҡсаларына сөсөләндерелгән диңгеҙ һыуы һибәләр, пляждарындағы һары ҡом урынына, ситтән аҡ ҡом килтереп түшәйҙәр, матур булһын өсөн. Яһалма утрауҙар ҡалҡыталар...
- Аңламайым, һине нимә ҡәнәғәтләндермәй?
- Үҙ граждандарына миллионлап аҡса бүләләр, уларҙы торлаҡ менән тәьмин итәләр... Хатта сит илдәрҙән ялланып эшләгән хеҙмәткәрҙәренә лә эш хаҡын мул түләйҙәр, улары бер-ике йыл бында тир түгә лә, үҙ иленә ҡайтып, ресторан-кафе, башҡа бизнес аса икән, тинеләр... Тағы барһам, шунда эшкә ҡалыу сараһын йүнләй башлармын, тип ҡурҡам. Шуға, Дубайға бүтән бармайым.