+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Июль 2020, 10:42

Тормош күренештәре. ҠУНАҠ.

Эштә компьютер артында һәүетемсә генә эшләп ултырам. Бер заман асыҡ тәҙрәнән турғай саҡлы, ә үҙе ҡара ғына бер ҡош осоп килеп инде. Бар бүлмәне урап үтте лә, кире тәҙрәгә йомолдо. Тәҙрә төбөнә өйөлгән китаптар, жалюзи тип аталған ҡорған эргәһендә себен һымаҡ, туп та туп килеп, тәҙрәнең ныҡлығын һынарға тотондо.

Яҙа башлаған фекерем әллә ҡайҙа осто, бар булмышымды ҡош биләп алды. 4-5 секунд тәҙрәгә һуғылып аҙапланғандан һуң саҡырылмаған ҡунаҡ туп-тура миңә осоп килә башланы. Күҙҙәре минең күҙҙәр менән осрашты. Һөжүм итәме әллә? Башыма төкөлдө, тигәндә генә, боролош яһап, кире тәҙрәнең баяғы урынына барып ҡунды бисара.

Иң ҡыйыу уйым дөрөҫкә сыҡты - өҫтәлемдең иң кәрәкле өлөшөн ҡанатлы истребитель "бомбаға тотҡан" икән. Биологик бомбаһының бер ярсығы минең клавиатурамды ла пыран-заран килтергән хатта. Бүлмәне яңғыратып, ҡырағай тауыш менән көлөп ебәрҙем. Тороп баҫтым хәҙер.

Ҡошто сығарырға кәрәк. Ана, ул жалюзи артында сәбәләнә-сәбәләнә лә, тынып тора, унан тағы тәҙрә менән алышын дауам итә. Ни эшләп минең өҫтәлде бысратты икән? Минең эшкә баһаһы шул булдымы, әллә һөжүм генәһе икенсе сәбәптәргә бәйлеме?

Уңайын тура килтереп, һаҡ ҡына тотоп алдым тегене. Тырнаҡтарын тиремә батырып, бер бармағымды мытҡып эләктереп алды ҡунағым. Хас та сабый бала инде. Әллә мин уны эләктергәнмен, әллә ул мине тотоп алған. Һыуһаған, арыған, ауыҙы асылып киткән. Асыҡ тәҙрә эргәһенә килдек. Ҡулымды аҙ ғына алға һоноп, йомола биргән усымды саҡ ҡына асҡайным, ҡошсоҡ, тәпәйҙәре менән этенеп, осоп та китте. Имгәтмәгәнмен икән, тип еңел һуланым. Ә тышта уны юғалтыуҙанмы, әллә июль эҫеһе арҡаһындамы, уғата сыр-сыу килгән ҡәрҙәштәре оса ине.
Читайте нас: