+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Июль 2020, 10:55

Тормош күренештәре. ШЫЛТЫРАТЫРҺЫҢ.

Бынан 9 йыл элек эшем буйынса 5-6 көнлөк сәфәрҙә йөрөп ҡайтырға тура килде. Әүҙем йәмәғәтсе Илһам (исеме үҙгәртелде) ағай мине үҙенең юлъяҙмасыһы итеп ялланы. Өфөнән Мәскәү аръяғына, Рәсәйҙең көнбайыш сигенә тиклем барып етеп, шунда үткән бер мәҙәни сарала уңышлы ҡатнашып, бик һәйбәт йөрөп ҡайттыҡ. Һөҙөмтәлә, гәзиткә сара тураһында мәҡәлә яҙып бирҙем. Бер нисә тапҡыр шылтыратып, хужабикәбеҙҙән мине һорап алып киткән ағай аҙаҡ яҙғандарымдан ҡәнәғәт ҡалдымы, юҡмы, белмәйем. Ул йылда минең хәбәрсе булып эшләүемә йыл ярым-ике йыл ғына ине, шикелле. Шунлыҡтан, ҡытыршылыҡтар булғандыр инде. Илһам ағай, бик тыйнаҡ, мәҙәниәтле кеше булараҡ, минең эшемә баһа биреп, үҙ бәҫен төшөрмәне. Әлеге сәфәрҙән әллә күпме ҡыҙыҡлы хәлдәр ҡалды. Шуларҙың береһен уҡыусылар хөкөмөнә тәҡдим итмәксемен.

Бынан 9 йыл элек эшем буйынса 5-6 көнлөк сәфәрҙә йөрөп ҡайтырға тура килде. Әүҙем йәмәғәтсе Илһам (исеме үҙгәртелде) ағай мине үҙенең юлъяҙмасыһы итеп ялланы. Өфөнән Мәскәү аръяғына, Рәсәйҙең көнбайыш сигенә тиклем барып етеп, шунда үткән бер мәҙәни сарала уңышлы ҡатнашып, бик һәйбәт йөрөп ҡайттыҡ. Һөҙөмтәлә, гәзиткә сара тураһында мәҡәлә яҙып бирҙем. Бер нисә тапҡыр шылтыратып, хужабикәбеҙҙән мине һорап алып киткән ағай аҙаҡ яҙғандарымдан ҡәнәғәт ҡалдымы, юҡмы, белмәйем. Ул йылда минең хәбәрсе булып эшләүемә йыл ярым-ике йыл ғына ине, шикелле. Шунлыҡтан, ҡытыршылыҡтар булғандыр инде. Илһам ағай, бик тыйнаҡ, мәҙәниәтле кеше булараҡ, минең эшемә баһа биреп, үҙ бәҫен төшөрмәне.

Әлеге сәфәрҙән әллә күпме ҡыҙыҡлы хәлдәр ҡалды. Шуларҙың береһен уҡыусылар хөкөмөнә тәҡдим итмәксемен.

Беҙҙең водитель, пенсия йәшенә яңы ғына аяҡ баҫҡан еңел кәүҙәле, теремек, асыҡ сырайлы Марат (исеме үҙгәртелде) ағай, бер кис минең эргәмә килде лә:
– Һин ҡайһы яҡтан булаһың? – тип һораны.
– Баймаҡ районынан мин, Темәстән, – тип яуапланым.
– Ә, һеҙҙең яҡҡа мин йәш саҡта һуған ташыным, – тине ағай ҡарашын бер нөктәгә төбәп. Моғайын, йәшлек хәтирәләре иҫенә төшкәндер. – Сибай һеҙҙең яҡтамы әле?
– Эйе. Мин как раз Сибайҙа уҡыным, – тип йәнләнеп киттем. Ер аяғы-ер башында һинең тыуған яғың тураһында иҫкә төшөрһәләр, ҡыуанаһың инде ул. Яңы кешеләр менән шулай асылып һөйләшәм дә китәм шул мин, үҙебеҙҙең яҡ, беҙҙең кешеләр тураһында бер йылы һүҙ ишетһәм, яңы танышымды күтәреп йөрөтөргә әҙермен.
– Ул саҡта Сәрмәндән уң яҡҡа юл юҡ ине әле. Сибай эргәһендәге бер ауылға барып еттек, ниндәйҙер ауылды эҙләйбеҙ, юл һорашабыҙ, өйрәтеп ебәрҙеләр, ә беҙ – аҙаштыҡ. Ҡараңғы төштө, ямғыр быҫҡаҡлай. “Камаз”дың тенты тишек, һуғаныбыҙға һыу төштө... Һуғанды, боҙолғас, урманда ауҙарып китергә тура килде. Һуған еҫе яман, кейемгә түгел, тәнгә һеңә. Ҡайтҡас, еңгәйең юл кейемдәремде шунда уҡ ебетергә һалды, – тип көлдө шофер ағай.

Бер көн Марат ағай:
– Ҡустым, һин бик арыу кешегә оҡшағанһың, минең телефонды яҙып ал, мин пенсияға сыҡҡансы Хөкүмәт гаражында эшләнем, оло-оло түрәләрҙе йөрөттөм. Донъя хәлен белеп булмай, ярҙам кәрәкһә, шылтыратырһың, – тип ҡыуандырҙы.

Марат ағай үҙенең телефон һандарын ике тапҡыр әйтеп яҙҙырҙы, ә мин уларҙы блокнотымдың иң артыҡы битенә теркәп, аҫтына һыҙып уҡ ҡуйҙым. Йәғни, ябай кешенең телефоны түгел былары. Бер нисә сәғәттән Марат ағай мине үҙенә саҡырып алды ла:
– Илгиз, автобусты ҡарап тор әле, балалар тәҙрәһен ватмаһын, – тип ҡайҙалыр китеп юғалды. Мин гәзиткә материал туплаған арала автобустҡа ла күҙ-ҡолаҡ булдым.
Автобусты ныҡ ҡарауылланым, берәү ҙә тәҙрәһен ярманы, тәгәрмәстәрен тишмәне, хатта уларын серетерлек алама ғәмәл дә атҡарманы, шикелле. Бер юлдашыбыҙ ғына, ҡайтҡан саҡта салонда тәмәке тартам, тип янай-янай, күңелде төшөрҙө. Ә былай, командировкабыҙ уңышлы ғына тамамланды.

Ярты йыл самаһы үткәс, егет саҡ, ҡуртымға алған фатирҙы һатырға булдылар һәм миңә урамда ҡалыу ҡурҡынысы янаны. Аптыранған башҡа бер шәп уй килде: Марат ағайҙан ярҙам һорарға!

Блокнотым ҡул аҫтында. Хәҙер ағай минең хәлемде белеп, үҙенең элеке гараждаш дуҫтарына шылтыратасаҡ, ә улары, башҡа йоғонтоло дуҫтарын йәлеп итеп, миңә дөйөм ятаҡтан урын табышыр, һис юғы берәй социаль торлаҡ программаһына баҫтырыр, тип уйланым. Эх, йәш, саҡ!

Тулҡынланып, уңайһыҙланып ҡына блокнотымдағы һандарҙы йыйҙым. Тик гудок урынына: “Был һандар дөрөҫ йыйылманы” – тигән яуап ишеттем. Был ни хәл? Бәйләнеш насармы? Тағы баҫтым, тағы шул уҡ яуап – “Не правильно набран номер”. Водитель ағайҙың телефоны һүнгәнме?

Бер нисә минут аҙаплана торғас, күреп ҡалдым: игелекле ағайҙың ике тапҡыр ҡабатлап әйткән һандарында бер һан төшөп ҡалған булған. Хәҙер телефонға яңы һандар һаҡлаған саҡта мотлаҡ яңы танышыма шылтыратып, бәйләнеште дөрөҫләп ҡуйырға ғәҙәтләнгәнмен.
--------
Фотоны шул сәфәр ваҡытында төшөрөп алдым.
Читайте нас: