+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Июль 2020, 15:10

Тормош күренештәре. ТӘРЖЕМӘЛӘРЕМ.

Миңә текстарҙы икенсе телгә ауҙарыу процесы оҡшай. Был хеҙмәт айырыуса талапсанлыҡ, һүҙгә иғтибарлы булыуҙы талап итә. Ҡайһы бер таныштарым минең был ҡыҙыҡһыныуымды белә, әгәр үҙҙәренең ваҡыты булмаһа, миңә мөрәжәғәт итә. Бер дуҫым, мәҫәлән, алтаҡталар эшләгәндә тәржемәләрҙе миңә ышанып тапшыра, икенсе танышым рус телендәге берәй терминдың ауҙармышын һорап, смс ебәрә. Уларға ярҙам итә алһам, минең түбәм күккә тейә яҙа. Бер рәхмәт ишетеү өсөн тауҙар аҡтарырға әҙермен. Хәлдән килһә, табышам, таба алмаһам, яҡынса мәғәнәһен яҙып ебәрәм. Уңышлы эшләйем, тип әйтмәҫ инем, тәржемәләрем шәплек критерийҙарының иң түбәнге баҫҡыстарына ла яҡын килмәйҙер бәлки. Шулай ҙа, теге йәки был мәсьәләгә икенсе кеше күҙлегенән ҡарарға ынтылыу мине ылыҡтаыра. Бик сәйер ҡыҙыҡһыныу, ҡайһылайтаһың. Тәржемә, тигәндәй, һуңғы осорҙа үҙемә мөрәжәғәт иткән өс кешенең ышаныстарын аҡлай алманым, шул тынғы бирмәй.

Миңә текстарҙы икенсе телгә ауҙарыу процесы оҡшай. Был хеҙмәт айырыуса талапсанлыҡ, һүҙгә иғтибарлы булыуҙы талап итә. Ҡайһы бер таныштарым минең был ҡыҙыҡһыныуымды белә, әгәр үҙҙәренең ваҡыты булмаһа, миңә мөрәжәғәт итә. Бер дуҫым, мәҫәлән, алтаҡталар эшләгәндә тәржемәләрҙе миңә ышанып тапшыра, икенсе танышым рус телендәге берәй терминдың ауҙармышын һорап, смс ебәрә. Уларға ярҙам итә алһам, минең түбәм күккә тейә яҙа. Бер рәхмәт ишетеү өсөн тауҙар аҡтарырға әҙермен. Хәлдән килһә, табышам, таба алмаһам, яҡынса мәғәнәһен яҙып ебәрәм.


Уңышлы эшләйем, тип әйтмәҫ инем, тәржемәләрем шәплек критерийҙарының иң түбәнге баҫҡыстарына ла яҡын килмәйҙер бәлки. Шулай ҙа, теге йәки был мәсьәләгә икенсе кеше күҙлегенән ҡарарға ынтылыу мине ылыҡтаыра. Бик сәйер ҡыҙыҡһыныу, ҡайһылайтаһың.


Тәржемә, тигәндәй, һуңғы осорҙа үҙемә мөрәжәғәт иткән өс кешенең ышаныстарын аҡлай алманым, шул тынғы бирмәй. Өс үтенес тә шул тиклем тығыҙ ваҡытҡа тура килде, уларҙы үтәй алманым. Тәүгеһенән, апайымдыҡынан, шунда уҡ баш тартырға тура килде, икенсеһен көнөндә үтәй алманым, ә өсөнсөһө... Был ваҡиға тураһында ентекләберәк яҙайым. Ул минең һәм дуҫымдың холоҡтарыбыҙҙы асырға ярҙам итер. Бер көн дуҫым шылтырата:


- Һиңә бер ҙур үтенесем бар бит әле. Башҡортса тексты руссаға тәржемә итерлек берәй кеше тәҡдим ит әле.
- Г. апайға әйтеп ҡара, унан да яҡшыраҡ тәржемә оҫтаһын белмәйем.
Апай баш тартҡан, тәржемә менән шөғөлләнмәй икән. Был турала дуҫымдан хәбәр килде. Дуҫыма шылтырата һалдым:
- Булмаһа, үҙем генә ауҙарып бирәйем тексыңды, әгәр рөхсәт итһәң.
- Уй, Илгиз, күләмле бит ул, ваҡыт та тығыҙ, эшләй алырһыңмы?
- Нисә бит?
- 50 самаһы.
- Әйҙә, улай булғас, бүлешәйек тә, һин - башын, мин - урта өлөшөн тәржемәләй торайыҡ. Һин миңә ебәр, бушаған арала, эшләп ҡарармын, тип тәҡдим иттем. Тартай теленән таба, тигәндәре шул инде. Мин бит юҡ тип әйтә белмәйем.


Ебәрҙе, тексты, асып, уҡып ултырам. Бик матур, халыҡсан телдә яҙылған, махсус терминдарға бай. Башланым да тәржемәләргә, һалып торҙом. Ғәҙәттәгесә, эшемдән баш ҡалҡыта алмай йөрөгән саҡ. Әллә ай аҙағы булды, әллә номер тапшырғам мәл... Ҡыҫҡаһы, иң хәл иткес ваҡыттың үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Уңайһыҙланыуымдан, ер тишегенә инеп китерҙәй булып, дуҫыма йәнә шылтыраттым. Хәл-әхүәл һорашҡас:
- Мин һине ныҡ ҡына төп башына ултырттым бит, дуҫ? Һин ғәфү итерһең тип көтмәйем, эштән бушамай йөрөп, ваҡыттың үткәнен күрмәй ҡалғанмын. Ни, үҙең иҫләтмәгәнһең, - тип, башымды эйҙем. Ул нимә генә тип әрләһә лә лә, хаҡлы булыр ине. Шуны белеп, тынып ҡалдым. Телефондың теге яҡ осонда мине әрләү түгел, көсһөҙлөгөмә төрттөрөп алыуҙы ла кәрәк тип тапманылар. Дуҫым ихласлап көлдө лә:
- Һинең ваҡытың юҡлығын белеп торам бит, юҡҡа аптырама, уны апайым менән бүлешеп, тәржемә итеп, тапшырып ҡуйҙым, - тимәһенме. Күңелдән ауыр йөк төшкәндәй булды.
Ана шундай "тәржемә"ләрем дә бар минең.
Читайте нас: