+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Июль 2020, 10:00

Төндәлектәр. ҠАҘАН ДА, ҠАҘАН, ТИҘӘР... Өсөнсө киҫәк.

Атайымдың күңеле һиҙгән икән шул, ауылға ҡайтҡас, был ваҡиға билдәле булғас, мине ныҡ ҡына шелтәләне. Беҙ тоҡтар артынан ынтылдыҡ, Наил менән Әхмәтйән бәләкәйерәк, йылғырыраҡ һәм йылдамыраҡ, улар суйын тәгәрмәсле ҡыҙыл трамвай мөйөшөндә юҡ булғанда мин: “Әхмәтйән!” – тип кенә ҡысҡырып өлгөрҙөм. Трамвай алдында бер урыҫ миңә: “Куда прешь!? Жить надоело?” – тип әллә этеп ебәрҙе, әллә һуҡты.

Төндәлектәр.
ҠАҘАН ДА, ҠАҘАН, ТИҘӘР...
Өсөнсө киҫәк.


Атайымдың күңеле һиҙгән икән шул, ауылға ҡайтҡас, был ваҡиға билдәле булғас, мине ныҡ ҡына шелтәләне.
Беҙ тоҡтар артынан ынтылдыҡ, Наил менән Әхмәтйән бәләкәйерәк, йылғырыраҡ һәм йылдамыраҡ, улар суйын тәгәрмәсле ҡыҙыл трамвай мөйөшөндә юҡ булғанда мин: “Әхмәтйән!” – тип кенә ҡысҡырып өлгөрҙөм. Трамвай алдында бер урыҫ миңә: “Куда прешь!? Жить надоело?” – тип әллә этеп ебәрҙе, әллә һуҡты. Танауыма терәлеп, тигәндәй, ғифриттай трамвай үтеп киткәндә мин ниндәй бәләнән ҡотолоуымды аңларлыҡ һәм төшөнөрлөк хәлдә түгел инем әле. Ҡат-ҡат ҡаранып, рельстар аша үттем, ә тегендә мине Әхмәтйән менән Наил аптыранып көтөп тора.
Бер ҡатлы бала саҡ. Был хаҡта оҙаҡламай директорыбыҙ ҙа белде, өсөбөҙҙө ныҡ ҡына әрләп алды, ләкин беҙгә ҡарата мөнәсәбәте үҙгәрмәне, тип әйтерлек. Сөнки беҙҙе алда яңынан-яңы мажаралар, Өфө-Ҡаҙан маршруты буйлап тимер юл вагонында мауыҡтырғыс сәфәр кәтә, беҙ плацкарт урындарҙы бүлешәбеҙ һәм үҙебеҙ өсөн уңайлы урындар эҙләйбеҙ. Беренсе ҡатта ултырыу, ҡапыл һикереп торғанда икенсе ҡатҡа баш бәрелеүен иҫәпкә алмағанда, байтаҡ өҫтөнлөктәргә эйә һымаҡ. Ә икенсе ҡатта тирә-яҡты ятып ҡарарға мөмкин. Урын барыбыҙға ла етте, беҙ ваҡлана торған халыҡ түгел, әлегә вагон тормошон өйрәнәбеҙ, состав буйлап теге башҡа ла, был башҡа ла үтәбеҙ, юлға алынған ҡоро-һары ла беҙҙе ҡәнәғәтләндерә, ҡиммәт булһа ла, сәй ҙә бар. Һәр хәлдә, йәшәргә мөмкин.
Директорыбыҙ, әйтергә онотҡанмын, өҫтәүенә, беҙҙе географиянан уҡыта һәм мөмкинлек сыҡҡан һайын, беҙҙең белемдәребеҙҙе һынап ҡарай. Беҙ үҙебеҙ ҙә төшөп ҡалғандарҙан түгел. Вагон стенаһындағы маршрут картаһына ҡарап, юлыбыҙҙы барлайбыҙ һәм күңелле сәфәр көтәбеҙ.
Беҙҙең поезд Ульяновск ҡалаһында байтаҡ ҡына торғанда шуныһы иҫтә ҡалған, директорыбыҙ ҡайҙандыр хуш еҫле, ап-аҡ, йомшаҡ булкалар алып килде. Уның беҙгә етмәй ҡалыуы әле лә хәтерҙә. Нисауа, алда беҙҙе Ҡаҙан көтә. Унда нимәлер бешәлер, һыйланыр көндәребеҙ алда әле.
Бер аҙ торғандан һуң, ни ғәжәп, алға елдергән поезд, килгән яғына, тиҫкәре яҡҡа, ҡуҙғалды ла китте. Директорыбыҙ аңлатып бирҙе: “Поезд машина түгел, ул борола белмәй, тура һыҙыҡ буйынса алға бара, тура һыҙыҡ буйынса – артҡа”.
Сит яҡтарҙың ере лә икенсе төрлө. Беҙҙәге һымаҡ, ҡап-ҡара тупраҡ түгел, әллә ҡом, әллә көл төҫөндәге һорғолт балсыҡ. Ярай, быныһына ла күнербеҙ. Алда – Волга, тинеләр.
Аһ, бындай ҙа йылға булыр икән! Хәтерем алдамаһа, күперҙең оҙонлоғо ғына 6 километрҙан ашыу һәм поезд был күперҙе10 минуттан артығыраҡ үтә, тинеләр. Беҙҙән аҫта ваҡ-ваҡ пароходтар ҡалҡыуыс һымаҡ ҡына күренеп ҡала. Ҙурлығы, киңлеге! Беҙҙең бәләкәйлегебеҙ алдында мөһабәт күренеш асыла. Беҙ байтаҡ ҡына зиһенебеҙҙе йыя алмай шым барабыҙ, хатта телһеҙ ҡалдыҡ һәм нимә әйтергә лә белмәйбеҙ. Хәйер, ошондай ҙа мөһабәтлек һәм ҡеүәт алдында нимә әйтерһең? Баш етерлек түгел бит, малайҙар! Бөтәһе лә шул тиклем тетрәнде, ләкин Әхмәтйән дуҫым бөтә эште уйҙы ла ҡуйҙы һәм тәьҫораттарҙы юҡҡа сығарҙы:
– Абый, был Ҡара диңгеҙме ул? – тип һораны ауыл малайҙарына хас бер ҡатлылыҡ менән.
Әле генә шым торған директорыбыҙ ауыҙ эсенән генә нимәләрҙер тип әйтте һәм һөйләнә башланы:
– Ә һин Волганың ҡайҙа ҡойғанын беләһеңме? – тине ул.
– Каспий диңгеҙенә ҡоя, – тип яуап бирҙе Әхмәтйән шартлатып.
– Йә, уйлап ҡара, – тине директор. – Шулай булғас, беҙ Ҡара диңгеҙгә ҡайһы күперҙән барырға тейешбеҙ?
Алда беҙҙе Ҡаҙан көтә. Килеп еттек. Вокзал тиһәләр, хәҙер ҡот оса торғайны, ярай, бында ремонт юҡ икән. Кемдәрҙәндер һорашып, белешеп, үҙебеҙ туҡталасаҡ мәктәпкә барып еттек. Кәйефтәр күтәрелде. Ни өсөн, тиһегеҙме? Директорыбыҙ бер ашханаға алып кереп, беренсе, икенсе блюдолар ашатты, сәй эсерҙе. Күҙҙәр асылды, кәйефтәр күтәрелде, йәшәге килә башланы. Беҙ тамаша һәм икмәк менән генә сикләнмәнек, үҙебеҙ йәшәгән урынды тулыһынса ҡарап сыҡтыҡ һәм кисәге таныштарыбыҙға тап булдыҡ. Бәй, былар бит – ишембайҙар! Әхмәр тигән ауыл бар икән. Әйтерһең, туған-тыумаса булмаһа ла, боронғо таныштар. Ҡыҙҙар-малайҙар күрешеп, таныша ла башланыҡ. Бер генә малайҙары бар, Миҙхәт Хәйбуллин исемле. Алғараҡ китеп әйтәм, бынан ике тиҫтә йылдар самаһы элек беҙ уның менән осрашып, Ҡаҙанға сәфәребеҙе иҫкә төшөрөп, хәтирәләргә бирелеп ала инек. Ифрат аҡыллы, көслө, күптәрҙә булмаған, үҙен генә хас ғилемгә эйә ине. Хатта үҙенең асыштары менән таныштырҙы. Ундағы ғилми көскә, уның фараздарына әле лә һоҡланам. Үкенескә ҡаршы, һуңғы осорҙа үҙен күргәнем, ишеткәнем юҡ, бәйләнешкә сыҡмай. Иҫән-һау була күр, Әхмәрҙән сыҡҡан Миҙхәт дуҫ.
Ә әхмәрҙәр йылғыр икән. Беҙ ятаҡлаған мәктәпән алыҫ та түгел, әллә күпме баҡса күрәгәндәр, хатта байтаҡ ҡына алма алып ҡайтҡандар. Алмалары эре, ләкин, беҙҙең ауылдар әйтмешләй, әлегә туң, тәм дә инмәгән. Уны-быны уйлап тороу юҡ, үҫмер организмдары, алда киҫәттем, витаминдар һәм аҙыҡ һорай. Беҙ ҙә барып, байтаҡ емеш менән ҡайттыҡ. Эх, бер ҡатлы малайҙар! Эргәбеҙҙән эйәреп килеүсе бер бәлтерәп бөткән бабай ошо тирәнән үтеп барыусы ғына булмаған икән. Ул – ошо баҡсаларҙың хужаһы, әллә ҡарауылсыһы, беҙҙең ҡайҙа урынлашыуыбыҙҙы әллә күҙәтеп, әллә юллап килгән.
Әллә кемдәр килеп етте, тикшереү эштәре башланды, әлеге, беҙгә ныҡлап тотонорҙар ине, малай-шалайҙан нимә алаһың, етәксебеҙҙе, йәғни, директрыбыҙҙы талап итәләр. Ә ул, һәр ваҡыттағыса, юҡ һәм тоҡтарын күтәреп, мәшәҡәттәрен хәл итеп йөрөйҙөр, тип фараз ҡылам хәҙер. Уның ҡарауы, Әхмәр уҡыусыларының етәксеһе беҙҙең өҫкә менеп килә һәм иң ҡаты язаға тарттырыуҙарын талап итә. Шул ваҡыт барымтабыҙҙа яҡташтарыбыҙҙың да туранан-тура ҡатнашыуы мәғлүм булды һәм ваҡиғалар бөтөнләй икенсе йүнәлеш алды. Ул арала булмай, ҡайҙандыр директорыбыҙҙы ла тотоп килтерҙеләр.
Ваҡиғаларҙың үҫешен артабанғы яҙмабыҙҙа уҡырһығыҙ.


1. 2 3 4 5
-------
Дауамын көнөндә уҡыр өсөн беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: