+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Июль 2020, 11:00

Төндәлектәр. ҠАҘАН ДА, ҠАҘАН, ТИҘӘР... Дүртенсе киҫәк.

Беҙ Ҡаҙанда нисә көн булдыҡ, хәтерләмәйем. Дүрт көнмө, биш көнмө, бәлки алты көндөр. Ағай менән апайҙың тоҡтары йоҡара, тимәк, ҡайтыр көндәребеҙ ҙә яҡыная. Беҙ ил-йортобоҙҙо, айырыуса, әсәйҙәребеҙҙең бешергән аштарын һағынып та өлгөрҙөк, беребеҙҙә лә аҡса юҡ. Тәүге көндәрҙә күстәнәскә, тип алынған тәмлекәстәр көн эҫелегенән эремәй, ә беҙҙең туя белмәгән ашҡаҙанларыбыҙҙа урын таба һәм юҡҡа сыға. Билләһи, мин әйтәм, былары – ваҡ-төйәк, беҙ бит Ҡаҙанға сәфәр ҡылдыҡ һәм башҡалар. Ҡайтыу хаҡында һүҙҙәр йышыраҡ сыға. Беҙ әхмәрҙәр менән дуҫлашып бөттөк, уларҙың ҡыҙҙары барыһы ла Нурфәйезгә ғашиҡ булды һәм уны менән дуҫлашыу юлдарын эҙләй башланы. Ул беҙҙең арала иң өлкәне һәм ул өндәшмәй, бик һөйләшеп бармай.

Төндәлектәр.
ҠАҘАН ДА, ҠАҘАН, ТИҘӘР...
Дүртенсе киҫәк.


Баҡ тиһәң, алма баҡсаһына юлды беҙ түгел, әхмәрҙәр һалған булып сыҡты. Әхмәрҙең матур һәм йылғыр ҡыҙҙары, алма баҡсаһына төшкәндән һуң, беҙ ауыҙ асып ултырырға тейешме ни? Ҡыҫҡаһы, уларҙың етәксеһе, күҙлекле, спорт яратыусы ағай, үҙенекеләрҙе язаға тарттырыу өсөн киске эңерҙә урамға йүгертеп алып сығып китеүҙән башҡа сара тапманы.
Шул көндән һуң ашап-эсеүгә иғтибар артты, ләкин хәтеребеҙҙә унда ашаған тәмһеҙ икмәк, эскән хлорлы һыу нығыраҡ хәтерҙә ҡалған. Хәҙер башҡасараҡтыр, тип уйлайым. Ҡаҙан йөҙөн шаҡтай яҡтыртты, ҡыҙыҡлы туризм үҙәктәренең береһенә әйләнеп бара. Беҙгә уларҙан өйрәнергә һәм үҙләштерергә кәрәктер.
Әлегә беҙ 1970 йылда Ҡаҙанды һәм уның тарихи, иҫтәлекле урындарын барлайбыҙ. Хәтеремдә бик ныҡ соҡонам, барларға, табырға тырышам, ләкин беҙ, 12-14 йәшлек үҫмерҙәр, моғайын, күбеһен аңлап та, белеп тә, ҡабул итеп тә бөтмәгәнбеҙҙер. Ул осорҙа күргәндәрҙе ҡабул итеү бер төрлө булһа, хәҙер бөтөнләй икенсе. Мәҫәлән, бер ял паркы эсендә революция ҡорбандарына ҡуйылған һәйкәл ята ине. Эйе, йөҙтүбән ҡараған, ҡап-ҡара, баҡырҙан ҡойолған һын, уң һулын алға һоноп, ятҡан килеш ҡайҙалыр ынтыла. Ҡайҙа ынтылһын? Шул, еңергә ынтыла инде. Ул ятһа ла, беҙҙән бейек һымаҡ, хатта оҙон, беҙҙең эргәһендә йүгерешеп йөрөп уйнауыбыҙҙы хәтерләйем. 2000 йылдарҙан һуң төрлө һылтау менән Ҡаҙанға сәфәр ҡылырға тура килгеләне, мин әлеге революция ҡорбандарына һалған һәйкәлде күрергә теләк белдерҙем. Барып, күрҙем һәм алданыуыма төшөндөм. Сөнки йөҙтүбән ятҡан ҡорбан һәйкәле ике метр самаһы, йәғни, минән саҡ ҡына оҙонораҡ ине. Бала саҡ дәүмәлдәре менән өлкәндәр масштабы бер үк түгел икән.
Ярты көн сират торғандан һуң Ҡаҙан дәүләт университетында даһи Ленин уҡыған парта эргәһенән үтеү, хатта Кокошкиноға барып етеү әллә ни тәьҫораттар уятманы. Кокошкино тигәндә, хаталаныуҙан ҡурҡам, даһи Лениндың универститеттағы мажараларынан һуң һөргөнгә ебәрелгән урыны булманымы икән?
Бәлки миңә генә шулай тойолғандыр, йөҙҙәрсә, бәлки меңдәрсә ас, һыуһаған, арыған бала аҡылы нимә генә үҙләштереп өлгөрҙө, ниндәй генә тәьҫораттарға дусар булды икән? Сөнки алдан уҡ бедереп, байтаҡ көттөрөп, мәҫәлән, планетарий тигән урынға алып барҙылар. Көмбәҙҙе ҡараңғылатыу менән, беҙ барыбыҙ ҙа йоҡоға сумдыҡ һәм был хаҡта ҡулдарыбыҙҙан иҙәнгә төшөп киткән ваҡ-төйәктең шаҡылдауы ғына хәбәр итеп тора ине. Тағы бер мәл бөйөк Ғабдулла Туҡайҙың ҡәберенә зыярат ҡылыу булды. Кешенең күплегенә, сәскәләрҙең өйөлөп ятыуына хайран ҡалыуыбыҙ ғына иҫтә ҡалған һымаҡ.
Һуңғы сәфәрҙәремдең береһендә Татарстан мәҙәниәт министрлығында, пьесаларым ҡуйылыу менән бәйле, килешеү төҙөргә тура килде, бер аҙ буш ваҡыт бар ине, Туҡайҙың ҡәберенә нисек барырға һәм ерҙә ятҡан революция ҡорбаны һәйкәлен ҡайҙан табырға икәнлеген һораным. Ҡорбандың һәйкәлен бик тиҙ аңлатып бирҙеләр, ә бына Туҡайҙың һуңғы төйәге менән бәйле аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡты, күрһәтә алманылар. Мин ғәжәпләнмәнем. Мәҙәниәт министрлығында яуаплы вазифа биләүсе чиновник бәлки барыһын да белергә лә тейеш түгелдер.
Беҙ Ҡаҙанда нисә көн булдыҡ, хәтерләмәйем. Дүрт көнмө, биш көнмө, бәлки алты көндөр. Ағай менән апайҙың тоҡтары йоҡара, тимәк, ҡайтыр көндәребеҙ ҙә яҡыная. Беҙ ил-йортобоҙҙо, айырыуса, әсәйҙәребеҙҙең бешергән аштарын һағынып та өлгөрҙөк, беребеҙҙә лә аҡса юҡ. Тәүге көндәрҙә күстәнәскә, тип алынған тәмлекәстәр көн эҫелегенән эремәй, ә беҙҙең туя белмәгән ашҡаҙанларыбыҙҙа урын таба һәм юҡҡа сыға. Билләһи, мин әйтәм, былары – ваҡ-төйәк, беҙ бит Ҡаҙанға сәфәр ҡылдыҡ һәм башҡалар.
Ҡайтыу хаҡында һүҙҙәр йышыраҡ сыға. Беҙ әхмәрҙәр менән дуҫлашып бөттөк, уларҙың ҡыҙҙары барыһы ла Нурфәйезгә ғашиҡ булды һәм уны менән дуҫлашыу юлдарын эҙләй башланы. Ул беҙҙең арала иң өлкәне һәм ул өндәшмәй, бик һөйләшеп бармай. Ишембәттәр – үҙ баһаһын белгән, олпат халыҡ. БСТ-нан Таһир Вәхитовты ҡарағыҙ. Уның өләсәһе, Фруза апай, беҙҙең ауылдыҡы – Ишембәттәр тоҡомонан.
Хәҙер уйлайым, шуның өсөн дә серле, яғымлы һәм хисле тойолғандыр Нурфәйез ағай. Килеп, егәрле, ипле, өлгө алырлыҡ егет ине. Атаһы ла, әсәһе лә матур кешеләр, ҡустылары, һеңлеләре үҙҙәре һымаҡ – яғымлы һәм ихлас. Байтаҡ йылдар үткәс Нурфәйез, армиянан ҡайтып барышлай уҡ, беҙҙең янға, институтҡа киләсәк, әҙерлек курсына уҡырға инәсәк, ҡаты ауырыуға дусар буласаҡ, күҙ алдында, ике-өс көндә, шәм һымаҡ һүнәсәк. Ә беҙ был хаҡта әлегә белмәйбеҙ. Беҙ Ҡаҙанда.
Ура! Беҙ ҡайтабыҙ! Бер нисә көндән өйҙә буласаҡбыҙ! Ләкин беҙҙең хаҡта түгел, тоҡтары хаҡында уйлаған директорыбыҙ беҙҙән: “Йә, балалар, нимә менән ҡайтабыҙ? Пароход менәнме, әллә поездамы?”– тип һорауына, беҙ бер ауыҙҙан: “Пароход менән!” – тинек һәм үҙебеҙҙе сираттағы һынауҙарға дусар иттек. Хәйер, беҙ түгел, директорыбыҙ егермеләп йонсоған һәм ас баланы аҙна буйы, ти әйтерлек, ҡарап алып ҡайтыуҙы уйларға тейеш ине. Ә әхмәрҙәр нимә эшләне? Уларға беҙгә эйәреүҙән башҡа сара ҡалманы. Мажаралар дауам итә. Яҙған булһа, ҡалғанын иртәгә уҡырһығыҙ.
1. 2 3 4 5
-------
Дауамын көнөндә уҡыр өсөн беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: