Төндәлектәр.
ҠАҘАН ДА, ҠАҘАН, ТИҘӘР...
Бишенсе киҫәк.
Ҡаҙандың ҡайнап торған йылға порты. Меңдәрсә кеше йылға вокзалының таш баҫҡыстарына ныҡлы баҫып, өҫкә күтәрелә йә түбән төшә. Беҙ шул ағымға ҡушылып, вокзал эсенә инәбеҙ һәм бер мөйөшкә һыйынабыҙ. Ҡайҙа булһындар инде, ҡыуанышып, әхмәрҙәр килеп сыҡты. Пароходты, төштән һуң була, тинеләр. Беҙ тирә-йүнде байҡайбыҙ һәм, ғәҙәттәгесә, оҙатып йөрөүселәребеҙҙе көтәбеҙ. Бына “Петр Комаров” исемендәге пароходҡа ултырырға саҡырҙылар. Беҙ ваҡ-төйәк тоҡсайҙарыбыҙҙы, әйберҙәребеҙҙе йөкмәп, кеше ыңғайына, бер пароходты аша үтеп, икенсеһенә инәбеҙ һәм урындарыбыҙҙы барлайбыҙ. Беҙҙең ҡарамаҡта ҙур-ҙур бер нисә каюта һәм урын етмәгәндәргә аҫта трюмдарҙа, поездағы һымаҡ, үтәнән-үтә күренмәле, ярым ҡараңғы, кәртәләнгән урындар. Биш-алты малай, беҙ – өҫкә урынлаштыҡ, уңға-һулға йөрөп, ҡуҙғалып китергә торған пароходты үтәнән-үтә сығып, шул арала иң өҫкө палубанан ҡыуылып төшөргә лә (унда капитанға һәм уның ярандарына ғына менергә рөхсәт ителә икән) өлгөрҙөк. Машина бүлегендә булып, кәрәсин еҫкәп, әллә йыуанлығы берәр метрлы ине, ялтыр шатундарҙың аҫҡа-өҫкә геүләтеп эшләгәнен күрҙек.
Бына, беҙ ҡуҙғалып киттек. Беҙ ҡыуанабыҙ, шатлығыбыҙ йөҙҙәребеҙгә сыҡҡан. Ниңә ҡыуанмаҫҡа? Беҙ бит ҡайтып барабыҙ! Эй, бер ҡатлы бала саҡ! Беҙ әле үҙебеҙҙең пароходта аҙнаға яҡын йонсоробоҙҙо, был сәйәхәттән тамам арырыбыҙҙы белмәй инек.
“Петр Комаров”. Ул космонавт түгел, ниндәйҙер бер ғалим, тинеләр. Ләкин кем булыуы мөһим түгел, сөнки ошо сәйәхәт мәңгелеккә минең хәтеремә уйылып ҡалды, йылғала йөҙөү, пароходҡа ултырыу хаҡында һүҙ сыҡһа, мин шунда уҡ ошо сәфәрҙе иҫкә төшөрәм һәм хатта кәмәгә булһа ла, ултырып йөрөүҙән баш тартам.
Һуңғы 15-20 йылда Өфө-Ҡаҙан-Өфө маршрутында сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт әһелдәре йәй һайын иҫтә ҡалырлыҡ осрашыуҙар һәм сәфәр ойоштора. Республика матбуғат сараларына ошо күренекле сәнғәт әһелдәре ҡатнашҡан сәфәрҙе яҡтыртыу бурысы ҡуйыла һәм иң тәүҙә баш мөхәррир саҡырыла ине. Күңелем тыныс, мин бер тапҡыр ҙа барманым. “Башҡортостан”дан бармаған кеше ҡалманы, тип әйтерлек. Бында ҡурҡыу йәки ниндәйҙер фобия эҙләмәгеҙ. Теләгем юҡ һәм барғым килмәй.
Беҙ пароходты ентекләп ҡарап сыҡтыҡ. Миңә, мәҫәлән, трюмдағы урындар оҡшаны. Бында Максим Горькийҙың “На дне” трагедияһындағы һымаҡ, халыҡтың ниндәйе генә юҡ. Беҙ улар менән яҡындан танышып, дуҫлашып алдыҡ. Күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ, ярым ҡараңғы арандар, тоноҡ ҡына итеп лампочка яна, эргәлә генә – йомро тәҙрәләр. Аҙаҡ беҙ уның иллюминаторҙар икәнлеген белдек. Ваҡыт-ваҡыт тәҙрәләрҙә һыу сайҡала һәм ниндәйҙер, беҙ әле булһа күреп етмәгән, бәлки беҙ көҫәгән шом һәм серлелек һиҙелә. Ә инде эргәнән генә, һеҙ бында ни эшләп йөрөйһөгөҙ, һеҙҙе бында кем керетте, тигән ҡиәфәттә хужа булып йөрөгән асыулы ҡомаҡтар беҙҙең беҙҙең колхоздың сусҡа фермаһындағыларҙан күпкә вағыраҡ, тимәк, хәүефһеҙерәк тойола.
Ҡабатлағым килмәй, сәйәхәтнамәмдең һуңғы өлөшөндә мин принципҡа барып, махсус рәүештә ашау хаҡында бер һүҙ ҙә яҙмаясаҡмын. Хәйер, нисәлер көн йөҙгәс, беҙҙе етәксебеҙ пароходтың ресторанына саҡырҙы. Беҙҙе унда берәр ҡалаҡ бутҡа көтә ине. Ул бутҡаның тәмен мин әле лә хәтерләйем.
Шулай тура килде, беҙҙең менән пароходта капитаныбыҙҙың ғаиләһе лә сәфәр ҡыла булып сыҡты. Уның ике малайы һәр урында үҙҙәрен хужа итеп тоя һәм ваҡ ҡына сәбәп өсөн дә низағ эҙләп йөрөй, һуғышырға самалай ине. Ә ҡатыны иһә, бер тапҡыр нимә өсөндөр тауыш сығарып йөрөгәнен генә хәтерләйем. Ҡалғанын иҫләмәйем, тимәк, лайыҡ түгел.
Әйткәндәй, лайыҡ түгелдәр хаҡында. Зирәк уҡыусы, айырыуса, минең һиҙгер ауылдаштарым, сәфәрҙәштәрем, Аллаға шөкөр, Нурфәйез мәрхүмдән башҡаһы, күбеһе тере һәм иҫән-һау, һиҙгәндер, мин барыһын да яҙып бөтмәйем, сөнки кәрәк тә түгел. Яҙғандарымды ла мин тулыһынса, тип әйтерлек, йомшарттым, ваҡ-төйәкте һүҙ ыңғайы ғына иҫкә алдым, унда ла көлкөгә һабыштырырға тырыштым.
Бына, мәҫәлән, Яр Саллы эргәһенән үтеп барабыҙ. “Камаз” төҙөлөшөнөң яңы моронлаған сағы. Беҙгә шул хаҡта һөйләргә кеше табып, палубаға саҡырҙылар. Татарстандың географияһы менән камил таныш түгелмен. Яр Саллы Волга йә Кама ярында ултырамы икәнен белмәйем. Хәйер, ике яғы яр менән сикләнгән, йылға уртаһында нимә күрәһең дә, нимә һөйләйһең? Ҡалғанын сәфәрҙәштәремдән һорағыҙ. Онотмаһалар, әйтерҙәр. Ә минең хәтерҙән сығараһым юҡ.
Беҙ ҡайтып барабыҙ. Мин белмәйем, пароход нисә көн йөрөй икән? 4 көнмө, 5 көнмө? Һәр хәлдә, арыған, йонсоған бала өсөн бик күп. Шуны беләм, Волганан Камаға йөҙөү бик ауыр булды. Беҙгә ҡотҡарыу сараларын кейергә ҡуштылар. Бөтәбеҙгә лә етмәне. Өҫтәүенә, төн уртаһы ине, Каманан Ағиҙелгә, былай, мәшәҡәтһеҙ күстек. Бер нисә көндән Бөрө ҡалаһының ҡомло ярҙарын күрергә лә насип булды. Һәр береһе үҙ мәшәҡәттәре менән йәшәй, алға ынтыла, тиҙерәк ҡайтып етергә тырыша.
Бер көн барыбыҙҙы ҡыуандырып: “Өфө! Ана, Өфө күренә!” – тип ҡысҡырҙылар. Йүгерешеп, пароходтың ике яғын барлайбыҙ, ҡайҙа бында Өфө? Ярҙарҙан башҡа, бер нимә лә юҡ та инде.
Күҙҙәребеҙгә бейек завод торбалары һәм уларҙан сыҡҡан ҡара төтөн күренде. Беҙҙең уйыбыҙса, Өфө булғас, хәҙер, Ҡаҙандағы һымаҡ, гөрләп торған йылға вокзалына килеп төшәбеҙ ҙә, поездға йә автобусҡа ултырып, Стәрлегә ҡуҙғалабыҙ. Ә унан беҙҙең ауылға 70 километр ғына, нибары 3-4 сәғәтлек юҡ.
Ҡапсығыңды киңерәк тот! “Петр Комаров” төтөнлө торбаларҙы әллә тәүлеккә яҡын ураны ла ҡуйҙы. Етәксебеҙ беҙҙе иртәнсәк Өфө тимер юлы вокзалына, уның ремонтланыуы хаҡында алдан яҙҙым, өйөрөп ҡуйҙы һәм тағы юғалды.
– Бында ултырмайбыҙ! – тип бөтәбеҙҙе лә ағастар араһына, саф һауаға алып сыҡты. Хәҙер уйлайым, ул, өлкән булғас, беҙгә ҡарата ҡылынған, нисек әйтергә, йомшағыраҡ һүҙ эҙләйем, әллә ғәҙелһеҙлекме, бәлки битарафлыҡтыр, йә яуапһыҙлыҡмы, яҡшыраҡ аңлағандыр. Мин бында ла барыһын да яҙып бөтмәйем. Нурфәйез беҙҙән өлкәнерәк, ул күберәкте күргәндер. Уның шунда ҡылған ғәмәле миңә оҡшаны, хөрмәт тойғоһо уятты, мин уны әле лә һаҡлайым.
Беҙ, ҡараңғы төшкәнсе, төнгө сәғәт 1 тулғансы, Өфө-Күмертау поезды ҡуҙғалғансы, вокзалда йонсоноҡ. Хатта билеттарыбыҙҙы тотоп килеп сыҡҡан директорыбыҙҙы битараф ҡаршы алдыҡ. Беҙҙең өсөн барыбер ине. Ләкин беребеҙ бер һүҙ өндәшмәне. Беҙ инде кешеләр түгел, ике аяҡлы йәндәрҙән торған көтөү инек.
Етмешенсе йылдарҙа төнгө берҙә Өфөнән көньяҡҡа ҡуҙғалыусы поезда сәфәр ҡылырға яратыусылар, хәтерләйһегеҙҙер, уның вагондарындағы мәхшәрҙе. Етмәһә, көтөүебеҙҙән берәүебеҙ, мәктәбебеҙҙең ғорурлығы булған уҡыусыбыҙ, аймылыш булып, тороп ҡалған. Ҡараңғы вагондарға ултырғас, уның юҡлығы асыҡланды. Директорыбыҙ, асыулы һөйләнеп, уны эҙләп сығып китте. Ярай әле, ҡайҙандыр барып тапҡан. Нимәлер тип ҡысҡырған, ҡыҙ бала шаңғыған. Ул ҡайтып еткәнсе илаған, өйөнә инеп йығылғансы, иҫенә килә алмаған.
Төнгө поезда, ярай, ҡыҙҙарыбыҙға ултырырға урын таптыҡ, беҙ иһә, малайҙар, аяҡ өҫтө йоҡлап, әйберҙәребеҙҙе урлатмаҫҡа тырышабыҙ. Ә юлдаштарыбыҙҙың кеме генә юҡ. Күбеһе иҫерек һәм бик шикле бәндәләрҙән торған юлаусыларыбыҙ беҙҙе төрткөләп, тегеләй ҙә үтә, былай ҙа үтә. Былары беҙҙең өсөн ваҡ-төйәк. Беҙ инде, һынауҙарҙы, утты-һыуҙы үткән халыҡ, Ҡаҙандың үҙен күреп, тере ҡалып, ниһәйәт, ҡайтып барабыҙ.
Стәрлетамаҡҡа таң менән килеп төштөк, шунда уҡ автовокзалға йүгерҙек, Стәрлебашҡа билетты беҙ тәүге булып алдыҡ. Иртәнге туғыҙҙарҙа беҙ үҙебеҙҙең Стәрлебашта инек. 2-3 сәғәт үттеме, юҡмы, ауылыбыҙҙан йөк машинаһы килеп, беҙҙе тейәп алды. Беҙ хәҙер өйҙә!
Арығайныҡ, йонсоғайныҡ. Мин арлы-бирле сәй эстем дә, тамаҡ туйҙырҙым да, йоҡлап алырға булдым. Кискә клубҡа сығырбыҙ, дуҫтар менән осрашырбыҙ. Мин баҡсалағы йәй көнө йоҡлай торған таҡтанан ҡоролған бүлмәмә индем һәм башымды йомшаҡ, таҙа мендәргә терәнем.
Бер мәл уянып китһәм, эргәлә генә әсәйем шыжылдатып һыйыр һауып ултыра. Һикереп тора һалдым, ашарға ла, клубҡа сығып, кино ҡарарға кәрәк! Үҙем арлы-бирле кейемдәремде барлайым һәм нимәлер әллә етмәй, әллә артыҡ икәнлеген һиҙәм.
– Улым, ашап ал да, канторға бар, Фәүәз менән икегеҙгә һарыҡ көтөүе бирәләр. Шуны көтөрһөгөҙ.
– Ниңә кискә? Иртәгә иртән барырбыҙ.
– Һуң, әле иртән икәнлеген һиҙмәйһеңме ни? – ти.
Мин ҡояшҡа ҡарайым. Бәй, көнсығыштан яңы сығып килә лә инде. Тимәк, әле кис түгел, икенсе көндөң таңы, мин тәүлеккә яҡын йоҡлағанмын була түгелме һуң? Ярай, клубҡа бөгөн кис барырбыҙ.
Ул арала булмай, Фәүәз, көтөүҙәшем, мине эҙләп килеп етте. Беҙ йүгерә-атлай һарыҡ фермаһы яҡына ыңғайланыҡ. Беҙ шат инек, беҙ әлегә бәләкәй, ләкин беҙгә 450 һарыҡтан торған көтөү ышанып тапшырҙылар.
Мин, хәҙер килеп, тап ошо көндә бала сағым менән хушлашыуыма төшөндөм.