Төрлө мәғлүмәттәргә ҡарағанда, быйыл Башҡортостанда 150-нән артыҡ кеше һыуға батҡан. Былтырғынан ике тапҡыр күберәк, тигән һүҙ. Бының сәбәптәрен көндәрҙең эҙе тороуынан ғына эҙләү дөрөҫ булырмы икән? Йәнәһе, былтыр йәй булманы, ҡояш быйылғылай ҡыҙҙырманы, шуға былтыр һыуға ла әҙерәк сыҡтылар.
Фажиғәләрҙе ҡояшҡа ғына һылтап ҡалдырыу дөрөҫ түгел. Махсус ҡомлоҡтар етерлек булһа ла, күпселек үҙ аллы, тәбиғәт ҡосағында ял итеүгә өҫтөнлөк бирә. Ә беҙҙең халыҡ ағас араһында спиртлы эсемлектәрҙән тыш ял итергә күнекмәгән. Батып үлеүселәрҙең күпселеге – эшкә һәләтле иҫерек ирҙәр. Ҡатын-ҡыҙҙар ҡорбандар араһында бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Тимәк, ғаилә усағын ҡыҙыу тотоусылар араһында үҙ-үҙеңде һаҡлау тойғоһо көслө.
Үкенескә ҡаршы, йәй бөтөргә әле иртәрәк, көн һайын батып үлеүселәр хаҡында хәбәрҙәр килеп тора. Ҡасан йәй үтә лә, ямғырҙар ҡоя башлай инде.