-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Август 2020, 12:24

ТУЙҘАН ҺУҢ - 2 Хикәйә.

Мансур һиҫкәнде... Ҡурҡышынан Булатҡа ҡарап ҡуйҙы. Ярай, уныһы башҡортса бик аңламай, шикелле. Күҙҙәрен сылт-сылт йомғолап тора, нимә хаҡында һүҙ барғанын аңларға тырышалыр инде.

Булды шул. Бар ундай гонаһ икеһендә лә. Рита менән Мансур еҙнәһе, шаярышып һөйләшә торғас, бер-береһенә эҫенеп тә киткәйнеләр. Ялға ҡайтҡан бер көнөндә ҡыҙыҡай апаһын юллап килеп тә кергәйне. Мансурҙың да өйҙә, етмәһә, ҡыҙмаса булып ултырған сағына тура килде. Ҡалаға киткән Мәрйәм апайы ла бик тиҙ ҡайтып етмәне. Һүҙ артынан һүҙ, сәй артынан мәй, еҙнә менән балдыҙ икеһенең бер юҫыҡта аунашыуҙарын һиҙмәй ҙә ҡалдылар...
Мансур менән Мәрйәм, ҡайтырға, тигән булып, урамға сыҡтылар. Шул саҡ эргәләренән саң уйнатып “Крузак” үтеп китте һәм бер аҙ барғас, туҡтаны. “Тойота”нан Айҙар килеп төштө һәм быларға ҡарай атланы.
– Кемдәр икән, тиһәм, үҙемдең класташтар икән! – тине ул Мансур менән Мәрйәм эргәһенә килеп. Еңелсә генә хәл-әхүәл белештеләр, һауа торошона иғтибар иткән булдылар. Ҡояшлы йәй өсөһөнә лә оҡшай икән. Мансур уңайһыҙланып ҡына үҙенең шаҡтай донъя күргән, мажараларға юлыҡҡан, тотонолған “Хундай”ына ҡарап алды. Ошо урында ул, әгәр саҡ ҡына ирлек намыҫы булһа, һабаҡташының “Лэнд Круизер”ына иғтибар итергә, һис юғы, джип менән ҡыҙыҡһынырға, Айҙарҙы ҡотларға, уңышлы юлдарҙа йөрөүен теләргә тейеш ине. Эйе, Мансурға ҡыйын, эсе көтөрләй, ҡан баҫымы күтәрелә, йыш-йыш тын ала һәм әллә ҡайҙарға китерлек низағ өсөн, бәләкәй генә булһа ла, сәбәп эҙләй.
Ә Айҙар?... Нимә Айҙар, уның донъяһы түңәрәк, ата-әсәһе иҫән-һау, шундай егәрле һәм бай улдары булғас, уларға ла еңелдер инде.
Мәрйәм өндәште:
– Сәғирә апай менән Нурғәле ағай ни хәлдә?
– Төрлөсә булып китә, – тип яуап бирҙе Айҙар. – Ауырып та алалар...
– Ҡайһылай шәп машина алғанһың! Нисек атала ул? – тип ҡыҙыҡһынды Мәрйәм.
– Түрәләрҙең, олигархтарҙың, бандиттарҙың иң яратҡан машинаһы, – тине Мансур, буласаҡ бәхәскә нигеҙ һалып.
Айҙармы һуң инде, бындай ваҡ-төйәккә иғтибар итеп, ваҡлана торған кеше. Ҡысҡырып, көлдө лә ҡуйҙы. Хатта эргәһенә килеп:
– Дөрөҫ әйтәһең. Юлда барған кешеләр ситкә ҡасырға тырыша. Хатта ҡайһы ваҡыт уңайһыҙ, – тип һөйләнеп ҡуйҙы.
– Оҙаҡҡамы? – тип һораны Мансур.
– Мин бит пенсияға сыҡтым, – тине Айҙар. – Хәҙер ваҡыт иркенәйҙе, атай менән әсәйҙе ҡарарға кәрәк, үҙемдең, кем әйтмешләй, уллыҡ бурысымды теүәл үтәргә тырышам.
– Ә һин шулай булдың инде, – тине Мансур һаман да класташын кәзекләп.
Урамға Ританың атаһы Тәлғәт килеп сыҡты. Тәлғәт байтаҡтан бирле эсмәй, тигәйнеләр, айныҡ. Ҡыуанып, Айҙарҙы ҡосаҡлап алды һәм барыһын да өйгә саҡырҙы. Күмәкләшеп кереп өҫтәл артына ултырҙылар. Еҙнәһе менән апаһының килеп инеүҙәрен күргәс, Ританың шунда уҡ кәйефе төштө.
– Еҙнә! – тип ҡысҡырҙы ул өҫтәлдең теге башынан. – Һеҙ ҡайтып киткәс, ни ҡыуанырға, ни ҡайғырырға белмәнем.
– Шуға ла керҙем инде, – тине Мансур. – Ҡыуанырһың да, ҡайғырырһың да.
Шул ваҡыт урамға асылған ҙур ҡапҡа алдына туҙып бөткән бер “Жигули” килеп туҡтаны һәм унан бала күтәргән бер ҡыҙ килеп төштө.
– Ах, не ждали!? – тип ҡысҡырҙы ул бер ҡулына баланы тотоп, икенсеһен табындағыларға болғап.
– Вот и я, кое-как успела.
Бала күтәргән ҡатындың килеп инеүе бар табынды тын ҡалырға мәжбүр итте. Иң тәүҙә хужаларға һораулы ҡараштарын төбәнеләр. Улары яурынбаштарын һикертеүҙән башҡа, бер нимә лә әйтә алманылар.
– Әйҙә, әйҙә, рәхим итегеҙ! – тине хужа тирә-яғына ҡаранып. – Кемегеҙгә эйәреп килде был нәмә?
Балалы ҡатын өҫтәлде барлап сыҡты һәм арты менән ултырған һәм ни әйтергә белмәй ҡалтыранған Мансур эргәһенә килеп, тегегә еңелсә һуғып ебәрҙе.
– Нимә, әллә ҡасырға итәһеңме?
– О, Валерия, килеп тә еткәнһең икән! – тине Мансур.
Нимә әйтһен инде Мансур. Йә, инде! Мәсхәрәһе ни тора? Һөйәркәһе Төмәндең үҙенән килеп еткән бит әле. Мәрйәме – ярай инде, бында ҡан дошманы – Айҙар ултыра бит әле. Мансур сайҡала-сайҡала урынынан тора. Хәҙер уның өсөн бер генә юл ҡала – башты дүрәккә һалып, иҫерек булып ҡыланырға кәрәк. Ләкин ул ҡуҙғалып өлгөрмәне, эргәһенә килеп Валерия аҫылынды.
– Ҡасмай тор, йәнем, – тине ул, сикәһенән үбеп тә алды. – Ҡайһылай йәтеш килеп төшкәнмен! Туйға эләгермен, тип һис уйламағайным, рәхмәт инде.
Мансур, нимә эшләргә белмәй, тирә-яғына ҡаранды:
– Ә һиңә юлды кем өйрәтте бында?
– Аҡса өйрәтте, аҡса! Мин әйтәм, беҙҙең атай былай еңел генә йөрөмәһен әле, ул да ҡыҙын тәрбиләүҙә ҡатнашһын, ярҙам итһен, алиментын түләһен.
– Әйҙә, бынан китәйек, Валерия. – Мансур ҡатынды ҡултыҡлап алды.
Тегеһе тартҡылаша башланы:
– Ебәр! Мине ситкә алып китеп, өгөтләмәк булаһыңмы? Поздно! Күпме шылтыраттым, ниңә трубканы алманың?
Бәхәс ошо урында туҡталды, сөнки өйҙән Ританың әсәһе Талиға менән еңгәләре килеп сыҡты һәм бар иғтибарҙы үҙҙәренә йәлеп итте. Талиға хатта ҡыҙарынған, сәсе-башы туҙған, иҫерек тиһәң, иҫерек түгел, айныҡҡа ла бик оҡшамаған.
– Хөрмәтле ҡунаҡтар! – тине ул. – Ғүмерҙә күрелмәгән, ишетелмәгән ғибрәтле оятһыҙлыҡ ҡылынды. Бына, ҡарағыҙ, – ул һанай башланы. – Бер, ике, өс, дүрт, биш, ун. Теүәл ун конверт – буш! Эх, халыҡ, ағай-эне! Ни өсөн һеҙ йәштәрҙең тормошон ялғандан башлайһығыҙ?
– Нимә булған тағы? – тип аптыранды Айҙар. – Ниндәй конверттар һөйләй ул?
Тәлғәт, Айҙарға араҡы ҡойоп тора ине, аңлатып бирҙе:
– Конверт менән, йәнәһе, аҡса бирәләр, бүләк итеп. Беҙ исемлек буйынса барлай инек, халыҡ алдында конвертын йырта инек, күпме төшкәнен күрә инек. Ә был юлы аҡсаны һанаусы ла, исемлек төҙөүсе лә булманы. Бына, мәҫәлән, Шәрәфетдин ҡоҙа – йомарт кеше...
Шәрәфетдин:
– Ниңә мине ҡыҫтыраһың? Башҡа кеше бөткәнме ни? – тип һөрәнләй ҙә башланы.
– Атыу, ярай, мин булам. Ике кеҫәмдә – ике конверт, йәнәһе. Аҡсаны һанаһалар, аҡсалыны бирәм, аҡсаны һанамаһалар, буш конверт тотторам, – тип бәхәскә нөктә ҡуйырға уйлағайны, Айҙар тороп баҫҡайны, көлөшкән, уфтанышҡан халыҡ тынды.
– Талиға еңгәй, күпме аҡса етмәй? Күпме һалып еткермәгәндәр? – тине Айҙар. Еңгәһе эргәһенә үк килде:
– Ун конверт инде, ун конверт. Өсәр меңдән дә – утыҙ мең, – тип һыңғырлап алды.
Шул ваҡыт Айҙар кеҫәһенән байтаҡ ҡына аҡса сығарҙы ла, һанап та тормай, еңгәһенә тотторҙо:
– Мә, еңгә, йәштәргә – йәл түгел! – тине ул.
Буйтым иҫергән өҫтәл һелкенеп ҡуйҙы һәм бер тауыштан аһ итте. Бәхәс күңелле йыр һәм аҡсаның 35 мең икәнлеген асыҡлау менән тамамланды. Шау-шыуҙан файҙаланып, Мансур еңелсә генә “тайырға” уйлағайны, бер яҡтан Мәрйәме, икенсе яҡтан мәрйәһе быны ныҡ тотоп ултырҙылар. Мансурҙың Айҙарға асыуы килде. Һай-һай, эре ҡыйлана! Ҡара, үҙе, бер нәмә лә булмағандай, ултыра бит әле! Кантор Нурғәленең малайы, тип кем әйтер. Иренә бер аҙ төрттөрөп алмаһа, Мәрйәм буламы һуң инде:
– Йә, Мансур, һин, һабаҡташың һымаҡ, шулай аҡса сығарып тоттора алыр инеңме? – тине.
Мансур ҡатынының уға ҡанығыуын аңлай. Үпкәһе ҙур. Ана бит, балаһын күтәреп килеп инделәр. Хәҙер был бала менән нимә эшләргә икән? Ул арала булмай, сабыйҙың ныҡлап илағаны ишетелә башланы. Йүргәген алыштырығыҙ, тип кәңәш бирҙе береһе, икенсеһе, ашатырға кәрәктер, тип фараз итте.
– Исемең Валерия бит әле, дөрөҫ аңлаһам, – тине Мәрйәм ҡатынға ипле генә өндәшеп. – Әйҙә, булмаһа, сабыйҙы ашатып киләйек, шунда һөйләшербеҙ. Ә һин, Мансур, ҡасырға уйлама!
– Ни эшләп ҡасырға тейеш мин? – тип батырайҙы Мансур ҡатынына тештәрен күрһәтеп.
– Мин һине утыҙ йылдан артыҡ беләм, – тине Мәрйәм иренә ҡарап. – Инде нисә тапҡыр проблемалар яһап, мәшәҡәттәр өйөп, ҡалдырып китәһең, уларҙы башҡалар хәл итһен өсөн.
– Бушты һөйләмә! Бер ҡайҙа ла ҡасмайым, – тине Мансур.
Мәрйәм менән Валерия эргәләге бәләкәй өйгә инеп кителәр. Өҫтәл дә аҡрынлап тымды һәм үҙ мәшәҡәттәренә күмелде. Айҙар Мансур эргәһенә килде. Уның кәйефе һәйбәт, шуға кеше һымаҡ хушлашып ҡына китергә теләгәйне.
– Нимә, минең ауыр хәлгә ҡалып бахырланыуымды күрергә теләгәйнеңме? – тине Айҙарға мыҫҡыллы ҡарап.
– Ә нимә булды? – тине Айҙар аптыранып. – Мин һинең бахырланыуыңды күрмәйем.
Был һүҙҙәр Мансурҙы айнытып ебәргәндәй булды.
– Нимә хаҡында һүҙ барғанын белмәйем, тип әйтергә теләйһеңме? – тине.
Шул ваҡыт уларҙың эргәһеннә Рита менән Булат килде. Улар икеһе лә Айҙарға рәхмәт әйттеләр. Рита эй, тырышты инде. Күренеп тора, уға төрттөрөргә, йөрәген үртәргә теләй. Мансур ситкә китте һәм Мәрйәм менән Валерияны эҙләп, кесе йортҡа инде. Инһә, тегеләр бәпесте йыуындырып торалар.
– Мансур, ҡара әле, был сабый, ысынлап та, һиңә оҡшап тора ла инде, – тине Мәрйәм үҙе ҡыҙарынып киткән, ҡулдарына сабыйҙы алып, иренә күрһәтте.
– Мин дә шулайтып торам, – тип Валерия ҡушылды.
– Ә ҡыҙҙың минеке икәнлеген нисек иҫбатларға итәһегеҙ?
– ДНК-ға анализ бир, – тине Валерия.
– Миңә кәрәкмәй. Һиңә кәрәк икән, һин бирәсәкһең.
– Ә минең аҡсам юҡ, – тине Валерия. – ДНК анализын Хөкүмәт иҫәбенә үткәрергә, әгәр атайлығың раҫланһа, һиңә түләргә тура киләсәк. Ә Хөкүмәт күберәк аласаҡ. Мин риза, йә, ҡасан барабыҙ?
(Дауамы бар.)
Дуҫтар! Хикәйәнең дауамы иртәгә донъя күрәсәк. Уны көнөндә уҡыу өсөн беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

1 2 3 4 5


Читайте нас: