+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Август 2020, 09:00

ТУЙҘАН ҺУҢ – 6 Хикәйә.

Оло юлда уҙыш бара! “Хундай” менан Ватан автопромы вәкиле, “Жигули”, бер-береһенә һыр бирмәҫкә тырыша. Мансур һүгенә, кисәге коллегаларына йоҙороҡ күрһәтә, үҙе юлды барлай һәм 010 номерлы автомобилде күреп ҡалырға тырыша. Ләкин, хәҙер ғалимдар билдәләүенсә, утлы нөктәлә бер генә тапҡыр, ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа ла булыу, бер ваҡытта ла эҙһеҙ үтмәй һәм яугирҙы ғүмеренең аҙағына тиклем оҙатып йөрөй.Үкенесле хәл, был юлы ла тап шулай булды. “Хундай”, ҡоторған эт һымаҡ, ҡаршы яҡтан ҙур фураны үтеп китәм тип килеп сығыуға, ҡаршы килгән “Камаз”дың артынан тағы бер “камикадзе”ның күренеүен һиҙмәй ҡалды. Бәрелешеү ҡот осҡос булды...Мансурҙы оҙаҡ тотманылар, ерләү йолалары ике-өс көн ваҡытты алды. Ҡайғылы мәшәҡәттәрҙең күп өлөшөн Айҙарға күтәрергә тура килде. Ауылдаштар, яҡташтар, хеҙмәттәштәре уның ярҙамынан бик ҡәнәғәт ҡалды. Хатта ауыл тарихында беренсе тапҡыр зыяратҡа барғанда ҡаланан саҡырылған оркестрҙың матәм көйҙәрен үҙәккә үткәреп уйнауын, бишме, алтымы һалдаттың табутты төшөргәндә “калаш”тарҙан залп биреп тороуын яҡташтары Айҙарҙың тырышлығы, тип тапты һәм һәр береһе рәхмәттәр уҡыны. Мәрхүм “мент” булһа ла, тәртип урынлаштырам, тип пистолет болғап йөрөмәһә лә, иҫән сағында үҙен хөрмәт иттеләр. Ап-аҡ “крузак”та барлыҡ эштәрҙе башҡарған, хатта байтаҡ финанс сығымдары һалған Айҙарҙы барыһы ла мәрхәмәтлек күрһәтеүсе тип түгел, етәксе итеп ҡабул итте, ҡайғынан ҡарайған Мәрйәм дә аҙаҡ үҙенең рәхмәт һүҙҙәрен йәлләмәне. Хәйер-саҙаҡаға аҡсаһы табылһа ла, башҡа сығымдарҙы Айҙар рөхсәт итмәне.Өсөн, етеһен уҡытып, арлы-бирле ҡайғынан арынғас, инде нимә булғанына төшөнгәс, Мәрйәм кис ҡырын Нурғәле ағайҙың өйөнә килде. Сабыйҙы, Альбинаны, балалар арбаһына һалып алған, уныһы, тамағы туҡ булғас, мышҡылдағаны ишетелмәй. Мәрйәм ваҡытын да махсус һайланы. Йөрөп киләм, тип сыҡты ла, ап-аҡ “крузак” ишек алдында күренмәгән саҡта ишек шаҡыуҙы кәрәк, тип тапты. Бер килке Мансурҙы яҡшы яҡтан иҫкә алып, һөйләшеп ултырҙылар, Нурғәле ағай бер ваҡиғаны ла һөйләне. 90-се йылдарҙа теге “сатан” Нурый менән “ҡош тотар” Аҫылбай һарыҡ фермаһынан ике тоҡ яңы ғына ҡырҡылған йөн урлағандар һәм һатып алыусы эҙләй башлағандар. Ике тоҡ үҙе – утыҙ кило, тигән һүҙ, йәғни, ун һарыҡтың йөнө. Нурғәленең шылтыратыуы булған, Мансур килеп еткән, урамды бер генә үткән дә, туп-тура “сатан”дың өйөнә барып кергән. Керһә, тегеһе йөндө бесән араһына күмеп булаша, етмәһә, көтөп тор, хәҙер сығам, тип ҡысҡыра икән. Мансурҙың гөпөлдәтеп бер атыуы булған, теге, тоғон ҡосаҡлап, килеп тә төшкән һәм илап ебәргән. Ярай, Мансур яҡлап ҡалған, эште ҙурға ебәрмәгән. Юғиһә, ултыртырҙар ине тегеләрҙе.Мәрйәм ипләп кенә үҙенең Айҙар менән булған һөйләшеүен, эшкә ялланыуы хаҡында иҫкә төшөрҙө.

ТУЙҘАН ҺУҢ – 6
Хикәйә.
Оло юлда уҙыш бара! “Хундай” менан Ватан автопромы вәкиле, “Жигули”, бер-береһенә һыр бирмәҫкә тырыша. Мансур һүгенә, кисәге коллегаларына йоҙороҡ күрһәтә, үҙе юлды барлай һәм 010 номерлы автомобилде күреп ҡалырға тырыша. Ләкин, хәҙер ғалимдар билдәләүенсә, утлы нөктәлә бер генә тапҡыр, ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа ла булыу, бер ваҡытта ла эҙһеҙ үтмәй һәм яугирҙы ғүмеренең аҙағына тиклем оҙатып йөрөй.
Үкенесле хәл, был юлы ла тап шулай булды. “Хундай”, ҡоторған эт һымаҡ, ҡаршы яҡтан ҙур фураны үтеп китәм тип килеп сығыуға, ҡаршы килгән “Камаз”дың артынан тағы бер “камикадзе”ның күренеүен һиҙмәй ҡалды. Бәрелешеү ҡот осҡос булды...
Мансурҙы оҙаҡ тотманылар, ерләү йолалары ике-өс көн ваҡытты алды. Ҡайғылы мәшәҡәттәрҙең күп өлөшөн Айҙарға күтәрергә тура килде. Ауылдаштар, яҡташтар, хеҙмәттәштәре уның ярҙамынан бик ҡәнәғәт ҡалды. Хатта ауыл тарихында беренсе тапҡыр зыяратҡа барғанда ҡаланан саҡырылған оркестрҙың матәм көйҙәрен үҙәккә үткәреп уйнауын, бишме, алтымы һалдаттың табутты төшөргәндә “калаш”тарҙан залп биреп тороуын яҡташтары Айҙарҙың тырышлығы, тип тапты һәм һәр береһе рәхмәттәр уҡыны. Мәрхүм “мент” булһа ла, тәртип урынлаштырам, тип пистолет болғап йөрөмәһә лә, иҫән сағында үҙен хөрмәт иттеләр. Ап-аҡ “крузак”та барлыҡ эштәрҙе башҡарған, хатта байтаҡ финанс сығымдары һалған Айҙарҙы барыһы ла мәрхәмәтлек күрһәтеүсе тип түгел, етәксе итеп ҡабул итте, ҡайғынан ҡарайған Мәрйәм дә аҙаҡ үҙенең рәхмәт һүҙҙәрен йәлләмәне. Хәйер-саҙаҡаға аҡсаһы табылһа ла, башҡа сығымдарҙы Айҙар рөхсәт итмәне.
Өсөн, етеһен уҡытып, арлы-бирле ҡайғынан арынғас, инде нимә булғанына төшөнгәс, Мәрйәм кис ҡырын Нурғәле ағайҙың өйөнә килде. Сабыйҙы, Альбинаны, балалар арбаһына һалып алған, уныһы, тамағы туҡ булғас, мышҡылдағаны ишетелмәй. Мәрйәм ваҡытын да махсус һайланы. Йөрөп киләм, тип сыҡты ла, ап-аҡ “крузак” ишек алдында күренмәгән саҡта ишек шаҡыуҙы кәрәк, тип тапты. Бер килке Мансурҙы яҡшы яҡтан иҫкә алып, һөйләшеп ултырҙылар, Нурғәле ағай бер ваҡиғаны ла һөйләне. 90-се йылдарҙа теге “сатан” Нурый менән “ҡош тотар” Аҫылбай һарыҡ фермаһынан ике тоҡ яңы ғына ҡырҡылған йөн урлағандар һәм һатып алыусы эҙләй башлағандар. Ике тоҡ үҙе – утыҙ кило, тигән һүҙ, йәғни, ун һарыҡтың йөнө. Нурғәленең шылтыратыуы булған, Мансур килеп еткән, урамды бер генә үткән дә, туп-тура “сатан”дың өйөнә барып кергән. Керһә, тегеһе йөндө бесән араһына күмеп булаша, етмәһә, көтөп тор, хәҙер сығам, тип ҡысҡыра икән. Мансурҙың гөпөлдәтеп бер атыуы булған, теге, тоғон ҡосаҡлап, килеп тә төшкән һәм илап ебәргән. Ярай, Мансур яҡлап ҡалған, эште ҙурға ебәрмәгән. Юғиһә, ултыртырҙар ине тегеләрҙе.
Мәрйәм ипләп кенә үҙенең Айҙар менән булған һөйләшеүен, эшкә ялланыуы хаҡында иҫкә төшөрҙө.
– Беләм, беләм, беҙ һине көтәбеҙ, – тине Нурғәле ҡарт. – Сәғирә апайың да көтә. Әгәр ундай теләгең бар икән, беҙ ҡаршы түгел. Төрлө кешене барлап ҡарағайныҡ, һинән дә ҡулайын тапманыҡ. Хәҙер үҙе ҡайтырға тейеш. Һөйләшеүҙе яңыртып, килешеүҙе төҙөп ҡуяйыҡ.
Килешеү тураһында ишеткәсме икән, Мәрйәм уңайһыҙланғандай булды:
– Мин рәсмиләштереү яғында түгел. Кеше әллә нимә уйлар. Мин, мәҫәлән, аҡса түләмәһәгеҙ ҙә, эшләр инем.
– Нисек аҡса түләмәһә лә? Бушҡа эшләү хәҙер юҡ ул, килен. Как хоти, мин риза булһам да, Айҙар риза булмаясаҡ. Ана, ҡайтып килә.
Ул арала булмай, ҡапҡанан “Тойота” ла килеп инде. Хәл-әхүәл белештеләр, киләсәккә маҡсаттар ҡорған булдылар.
– Һөйләшеү үҙ көсөндә ҡала, – тине Айҙар Мәрйәмдең күҙҙәренә тура ҡарап. – Үҙең беләһең, хәлдәр ҡырҡа үҙгәрҙе, һин хәҙер бер үҙең түгел, һеҙгә төп яҡтан атайым менән бер бүлмә ҡараныҡ. Сабыйға ла урын бар. Шунан һуң, үҙең беләһең, минең эшҡыуарлыҡ байтаҡ ҡына бол бирә, һин һораған эш хаҡын мин әҙ тип табам. Баланы ла ҡушып иҫәпләп, мин һиңә 30-35 мең тәҡдим итәм.
– Мин – риза, – тине Мәрйәм. – Рәхмәт, Айҙар! Һинән был изгелекте һис көтмәгәйнем. Бала өсөн дә түләрһең, тип уйламағайным да.
– Бәлки уны, Альбинаны әйтәм, һиңә опекаға алырға кәрәктер? Мәғариф идаралығы менән һөйләшеп ҡарайыҡмы? Һәр хәлдә, Мансурҙың ҡыҙы, тип иҫбатларға нигеҙ бар бит.
– Әлегә был хаҡта уйламайым, – тине Мәрйәм. Тәүҙә юристар менән кәңәшләшәйек, улар үҙ һүҙен әйтһен. Ә сабый тыныс, ул-был сире тойолмай.
– Ә Валериянан бер хәбәр ҙә булманымы? – тип һораны Айҙар.
– Шылтыратып әйткәндәр, һәр хәлдә, Мансурҙың һәләк булыуы хаҡында ул белә. Полиция идаралығынан шылтыратҡас, Мансурҙың үлемен әйткәс, Альбина хаҡында һорағас, трубканы ташлаған. Мин унан бер изгелек тә кәтмәйем.
– Ярай, бер сабыйҙы ғына ҡарарбыҙ әле, ярҙам итербеҙ, – тине Айҙар ҡәтғи итеп. – Балалар йортона тапшырыу хаҡында һүҙ юҡ. Мин уны беҙгә Мансурҙың үтенесе сифатында ҡабул итәм. Әйҙә, әсәйем янына керәйек. Ул һине күптән көтә бит.
Улар Сәғирә инәйҙең бүлмәһенә кергәндә, әбей көйләп-көйләп Ҡөрьән уҡып ултыра ине. Ишек тауышы ишетелеү менән, инеүселәргә күтәрелеп ҡараны һәм ҡыуанып сәпәкәй итеп ебәрҙе:
– Ә мин, Мәрйәм ниңә килмәй, тип аптырайым, – тине ул ап-асыҡ итеп.
Мәрйәм Айҙар менән Нурғәле ҡартҡа ҡараны һәм ҡарсыҡҡа Мансурҙың фажиғәһе хаҡында әйтеп, борсоп тормауҙарына төшөндө һәм дөрөҫ эшләгәндәр, тип тапты.
– Бына, килдем. Бөгөн – йома, Сәғирә инәй, эште бергәләп башлап ебәрәбеҙ. Һеҙ – хәҙер минең хужабикәм. Нимә ҡушһағыҙ ҙа, үтәргә әҙермен.
– Улай булғас, мин һинең һурпалы ашыңды һағындым, минең бик эҫе булмаған мунсала йыуынғым килә, мин бөгөн дә намаҙ уҡырға теләйем. Ошоларҙы һин үтәй алаһыңмы? – тине ҡарсыҡ шаян йылмайып.
– Әлбиттә! Мин ғүмер буйы хыялланған маҡсатыма ирештем. Һеҙҙең менән бергә булыу – минең өсөн бәхет. Хәҙер үк эшкә тотонам – аш һалам, мунса яғам, өйҙө йыйыштырам. Ә сабыйҙы бүлмәһенә керетеп торайым.
Мәрйәм йорт эштәренә кинәнес менән, хатта ҡомарланып тотонғандай булды. Бында хәҙер кем хужа икәнлеен күрһендәр, тинеме икән, бер арала урамға ҡараған ҙур тәҙрәләрҙе эстән-тыштан йыуып сығарғайны, ихатаға нур инеп, ҡояш сыҡҡанда яҡтылып сәсеп торҙо. Әле һуң түгел, тип сәскәләр ултырта һалды. Байтаҡтан бирле ҡаралмаған ҡарағат ағастарын тәрбиәләп сыҡты.
Был күҙгә күренеп торған үҙгәрештәргә ауыл халҡы нисек ҡараны икән? Аптыраманылар. “Санта Барбара” һымаҡ сериалдарҙы яттан белгән халыҡ был яңылыҡтарҙы күндәм ҡабул итте. Хатта, шулай булырға тейеш, тип тә уйланы. Бер ауылда ла ят кеше юҡ, һәр береһенең биографияһын хатта кешенең үҙенән дә яҡшыраҡ беләләр. Иң ҡыҙығы шул, халыҡ хәтере һайланыусан. Улар изгелекте бер йылдан, яҡшылыҡты икенсе көнөнә үк онотһа, һинең тиҫкәре ҡылыҡтарыңды бер ваҡытта ла хәтеренән сығармай. Хәйер, бында әллә ни яңылыҡ юҡ. Айҙар – ошо ауылдыҡы, ата-әсәһе ғүмер буйы ошонда эшләне. Ә Мансурҙың ҡатыны иһә, Мәрйәм, бик аҙҙарҙы ҡыҙыҡһындыра. Ярай, ҡасандыр Айҙар менән дуҫлашып йөрөгән дә, ул миңә барыбер өйләнмәй, председатель малайы минең һымаҡ ябай колхозсы балаһына ни эшләп күҙ һалһын, ә бына Мансур, яңы эш башлап йөрөүсе милиционер, ҡарағыҙ, формаһы ҡайһылай килешә, бөгөн булмаһа, иртәгә Мәрйәм өсөн йәнен бирергә әҙер.
Хәҙер барыһы ла үҙ урынына ҡайтты, утыҙ-ҡырҡ йыллап ваҡыт үткәс. Көн һайын таң менән балалар арбаһы этеп, Нурғәле ҡарттың урыҫ ҡапҡаһы эсенә инеп киткән Мәрйәм башҡа ҡыҙыҡһындырманы.
Шулай итеп, ике-өс ай ваҡыт үтеп тә китте. Айҙар үҙенең эше менән мәшғүл, күңеле тыныс, әсәһе ҡараулы, атаһының тамағы туҡ. Айҙар менән Мәрйәм көн һайын арлы-бирле генә һөйләшәләр. Күберәк һүҙ магазиндан нимә алып ҡайтыуға, Мәрйәмгә нимә бешереүгә ҡайтып ҡала. Айҙар – аныҡ кеше, Мәрйәмдән бер нисә шаҡтай ҡатмарлы аш бешертеп ҡарағандан һуң, уның бешергәндәре йомшаҡ һәм тәмле, тип тапты.
Бер көндө Мәрйәм Айҙарҙы баҡсаға алып керҙе һәм ике алмағас араһын күрһәтте:
– Ошонда ҙур ғына бассейн төҙөргә кәрәк. Сәғирә инәйгә тәүҙә йөҙөргә, аҙаҡ күнекмәләр яһарға һәм көн һайын иртәле-кисле массаж яһарға кәрәк булыр. Шунда Айҙар Мәрйәмдең әсәһен аяҡҡа баҫтырыуға ныҡлап тотоноуына төшөндө. Ике-өс көн дә үтмәне, бассейн барлыҡҡа килде, эргәһендә тирмәне хәтерләткән палатка ултыра ине. Эсендә бөтә шарттар ҙа бар. Ошонда хатта йәшәргә, ашарға әҙерләргә мөмкин. Сәғирә әбей тәүҙә бик уңайһыҙланды, тирә-яҡты байҡаны, күрмәйҙәрме, йәнәһе, оят булмаҫмы. Аҙаҡ өйрәнеп ките, хатта, һыуҙан сығарып булмай башланы. Һыуыҡ көндәрҙә бассейндағы һыуҙы электр менән йылытыуға күстеләр.
Айҙарҙың был яңылығын ауыл хылҡы күҙәтеп тора икән. Ҡайһы бер йорттарҙа төрлө ҙурлыҡтағы бассейндар күренә башланы. Ә инде тағы бер аҙҙан Айҙарҙың, текә булмаһа ла, етди эшҡыуар икәнлеге тамам мәғлүм булды. Бер көн кис кешеләрҙе аптыратып, ҡаҙҙарҙы ҡаңғылдатып, һыйырҙарҙы өркөтөп, һауала вертолет пәйҙә булды һәм мал-тыуарҙы өркөтөп йөрөйҙәр, тип халыҡ асыуланып өлгөргәнсе, үҙҙәренең өйөнән алыҫ та түгел бер асыҡ урынға килеп ҡунды. “Робинсон”дың хужаһы, Айҙар була инде, осҡосон бикләп тә тормай, йәйәүләп, өйөнә ҡайтып етте.
– Һуң, Айҙар туған, берталетыңды бикләп тә торманың, түгелме һуң? – тип аптыранды Ғәлимйән.
– Ә ниңә бикләргә?
– Бер-бер нәмәһен урлап ҡуйһалар, осоп китһәләр, емерелеп, ҡолаһалар, был хаҡта телевизорҙан һөйләйәсәктәр бит, – тип ныҡышты һаман Ғәлимйән.
– Унда урларлыҡ бер нимә лә юҡ. Ҡолаһа, яңыһын һатып алырбыҙ, тик имгәнеп ҡуймаһындар, – тине Айҙар. – Әллә һаҡларға, ҡарауылларға теләгең бармы?
– Әллә тағы, күпме түләүеңә ҡарап инде, – тине тартынып ҡына тегеһе.
– Мең тәңкә етәме? – тип һорағас, “бүкән” Ғәлимйән сайҡалып ҡуйған, телһеҙ ҡалған һәм ризалашҡан.
Һуңынан һөйләй икән:
– Бай абзыйымдың килеүенә, бер күнәк һыу килтереп, күлдәгемде сисеп, вертолетты, тәгәрмәстәренә тиклем, ялтыратып йыуып ҡуйҙым. Килде лә, бер ҡап шырпы сығарған һымаҡ, меңлекте кеҫәмә тыҡты ла, осоп китте лә барҙы.
Ә оҙаҡламай, ике-өс аҙна үттеме, юҡмы, ваҡиғалар үҙгәреп китте. Көн матур ғына башланғайны, ҡалала үҙенең бизнесы мәшәҡәттәре менән йөрөгән Айҙарға көтмәгәндә Мәрйәм шылтыратты:
– Айҙар, тиҙ генә ҡайтып ет, – тине ул илай-илай.
Әсәйгә, йә атайға нимәлер булғандыр, тип Айҙар ҡолап китә яҙҙы:
– Нимә булды, Мәрйәм?
– Альбинаны... Альбинаны урлап киткәндәр.
– Ниндәй машинала?
– Нурғәле ағай күреп ҡалған, ҡыҙыл машина. Балаҡайымдың арбаһы ғына ултырып ҡалған.
(Дауамы бар.)
Дуҫтар! Хикәйәнең дауамы иртәгә донъя күрәсәк. Уны көнөндә уҡыу өсөн беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
1 2 3 4 5 6
Читайте нас: