-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Август 2020, 14:48

ТҮРӘЛӘРҘЕҢ ИСЕМ-ФАМИЛИЯҺЫН ӘЙТЕП, УҢАЙҺЫҘ ХӘЛГӘ ҠУЯ КҮРМӘГЕҘ.

Рәсәйҙә капитализмдың, ниһәйәт, ныҡлап тамыр йәйеүенә, төрлө кимәлдәге түрәләрҙең ара-тирә самаһыҙ ҡотороп китеүенән дә белергә мөмкин. Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ленара Иванова Хөкүмәт тарафынан аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә бүленгән аҡсаны, “халява” (хәлүә була лыр инде) бөттө, тип иғлан иткәйне һәм уға етди тәнҡит утында янырға тура килде. Дәүләт пособиеһы иҫәбенә йәшәгән һәм балалар үҫтергән ғаиләләр вице-премьерҙың бер нисә ҡат аҡланыуын онотоп та өлгөрмәне, Нефтекама ҡалаһынан Мәшғүллек үҙәге етәксеһе урынбаҫары, шул тирәлә билдәле ханым, тура эфирҙа: “Эшһеҙҙәр пособиены күп ала”, – тип меңдәрсә кешене асыуланырға мәжбүр итте. Ай һайын иң кәмендә йылы һәм уңайлы кабинетта бер нисә тиҫтә мең эш хаҡы алған ханым эшһеҙҙәргә түләнгән 5175 мең һум аҡсаны күп тип тапҡан. Өҫтәүенә, эшһеҙҙең һәр балаһы иҫәбенә Хөкүмәт өсәр мең һум (ҡот осҡос!) өҫтәп түләй һәм Хөкүмәтте бөлдөрә икән.

Туҡ ҡиәфәтле ханым аҡыллы төҫ менән Нефтекама телевидениеһы аша: “Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр, ғәҙәттә, балаларҙы күп үҫтерә. Мәҫәлән, биш балалы булһа, өсәр мең һумдан пособиены ҡушһаң, айына 15 мең һум килеп сыға. Ул минималь эш хаҡынан да бғары икән. Ундай кеше мәшғүлек үҙәгенән айына 15-әр мең һум ала икән, ни эшләп эшләп торһон?” – тип фәҡирҙәрҙе фашлай исеме аталмаған ханым. Әлбиттә, 50-60 мең эш хаҡы алған түрә менән эшһеҙ алған 15 меңде сағыштырыу уңайһыҙ. Һәр хәлдә, ошо уҡ эшһеҙ балаларын ашатыу өсөн супермаркетта бер тауыҡ урлап тотолһа, уны, исем-фамилияһын атап, бар донъяға фаш итәсәктәр. Ә был ханымдың фамилияһын әйтеүсе юҡ. Тимәк, уны борсорға, мәшәҡәтләргә ярамай. Ә ул ханым ошо кешеләр, ябай һалым түләүселәр иҫәбенә йәшәүен һәм уларҙың һалымынан аҡса алыуын беләме икән?
Читайте нас: