-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Август 2020, 17:39

Илдә ниҙәр генә юҡ... ҒАИЛӘ ТОРМОШОН БАШЛАҒАНДА УҢЫШҺЫҘЛЫҠҠА ДУСАР ИТЕЛГӘН ДОНЪЯ ЧЕМПИОНЫ.

Иғтибар иткәнһегеҙҙер, нисек кенә сәйер тойолмаһын, “Һәнәк” ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалауға, һаҡлауға ҙур иғтибар бүлә. Башҡа сара юҡ, әхлаҡтың баһаһы төшкән заман, етмәһә, сайтыбыҙҙы ҡулланыусыларҙың 40 проценты – 18 йәшкә тиклемге, 26 проценты 44 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар. Ярай, 18 йәшкә тиклемгеләр аңлашыла, әсәйҙәренә, апайҙарына, еңгәләренә телефон һатып алып, бүләк иткәндә теркәлгәндәрҙер һәм иҫәпкә бар, һанға юҡ, булып йөрөйҙәрҙер. Ә инде 44 йәшкә тиклемгеләр – донъя күргән, тәжрибә туплаған, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн баштан-аяҡ кисергәндәр, уларҙы өйрәтергә түгел, хөрмәт итергә кәрәк. Шуға беҙ уларҙың ихтыяждарына яуап бирерлек мәҡәләр баҫтырғыбыҙ, фекер алышырға саҡырғыбыҙ килә. Кем белә, бәлки әле беҙ күтәргән тема һеҙҙең күңелгә оҡшап ҡуйыр.

Илдә ниҙәр генә юҡ...
ҒАИЛӘ ТОРМОШОН БАШЛАҒАНДА УҢЫШҺЫҘЛЫҠҠА ДУСАР ИТЕЛГӘН ДОНЪЯ ЧЕМПИОНЫ.
Иғтибар иткәнһегеҙҙер, нисек кенә сәйер тойолмаһын, “Һәнәк” ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалауға, һаҡлауға ҙур иғтибар бүлә. Башҡа сара юҡ, әхлаҡтың баһаһы төшкән заман, етмәһә, сайтыбыҙҙы ҡулланыусыларҙың 40 проценты – 18 йәшкә тиклемге, 26 проценты 44 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар. Ярай, 18 йәшкә тиклемгеләр аңлашыла, әсәйҙәренә, апайҙарына, еңгәләренә телефон һатып алып, бүләк иткәндә теркәлгәндәрҙер һәм иҫәпкә бар, һанға юҡ, булып йөрөйҙәрҙер. Ә инде 44 йәшкә тиклемгеләр – донъя күргән, тәжрибә туплаған, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн баштан-аяҡ кисергәндәр, уларҙы өйрәтергә түгел, хөрмәт итергә кәрәк. Шуға беҙ уларҙың ихтыяждарына яуап бирерлек мәҡәләр баҫтырғыбыҙ, фекер алышырға саҡырғыбыҙ килә. Кем белә, бәлки әле беҙ күтәргән тема һеҙҙең күңелгә оҡшап ҡуйыр.
Ирекле көрәш буйынса донъя чемпионы Заурбек Седаков 24 йәше тулғанда өйләнергә ҡарар итә. Көн тәртибе бер нисә йылға алдан уҡ төҙөлгән чемпионға әлеге пандемия һәм Токио олимпиадаһының киләһе йылға күсерелеүе ярҙамға килә. Етмәһә, Төньяҡ Осетияның иң сибәр ҡыҙҙарынан иҫәпләнгән Мәҙинә менән таныша һәм ғашиҡ була.
Туйға биш йөҙләп кеше саҡыралар, 8 миллион аҡса тотоналар, Мәскәү ҡунаҡтары ғына бер самолет самаһы йыйыла. Туй бик күңелле башлана. Тиҫтәләрсә лимузиндар оҙатыуында кейәү менән кәләш никах һарайында теркәлеү үтә һәм туйҙың төп саралары үтәсәк мәҙәниәт йортона килә. Осетин йолаларына ярашлы, көн тәртибендә бер яҡта ир-егеттәр, икенсе яҡта кәләштең әхирәттәре буйҙаҡ тормоштан ҡотолоуҙы тантаналы билдәләй.
Күңелле музыка, уйын-көлкө, йыр һәм бейеүҙәр иң юғары нөктәһенә еткәндә ҡатын-ҡыҙҙар өлөшөнә ғәрләнеүҙән һәм асыуланыуҙан башы-күҙе аларған кейәү үҙе килеп инә һәм ап-аҡтан кейенгән кәләшен сәстәренән һөйрәп алып сығып, таш болдорҙан ырғыта.
Баҡтиһәң, әле генә ҡунаҡтарҙың күбеһе кәләштең элекке тормошонан ҡалған асыҡтан-асыҡ төшөрөлгән ләкин уға һис тә абруй өҫтәмәгән интим йүнәлештәге фотоһүрәттәр һәм видео-кадрҙар ала. Был мәсхәрәне ойоштороусы йәки үс алыусы, күрәһең, туйҙың көн тәртибен яҡшы белгән, иң уңайлы ваҡытты һайлаған һәм был бысраҡ һүрәттәрҙе тик билдәле кешеләргә генә йүнәлткән.
Шулай итеп, туй хурлыҡлы рәүештә боҙола. Кейәү үҙенең иптәштәре менән ҡайғыһын йыуыу өсөн тауҙарға китә, Мәҙинә үҙенә ҡул һала, ләкин бәхеткә, дауаханала ҡотҡарып алып ҡалалар. Атаһы йөрәк өйәнәге менән дауаханаға эләгә.
Сафлыҡ мәсьәләһе тураһында фекер йөрөтөүселәр Мәҙинәнең туйға тиклемге мажараларын түгел, уның йәшенә иғтибарҙы йүнәлтә. Йәнәһе, 25 йәшкә тиклем үҙеңде һаҡлап мәшәҡәтләнеү аҡлаймы икән? Кейәүгә лә 24 тулып уҙған. Буласаҡ кәләш, ысынлап та, эскорт сафтарында бай миллиардерҙарҙы донъя буйлап оҙатып йөрөгәндер бәлки. Хатта уның өсөн йән атып йөрөгән “Форбс” исемлегендә лайыҡлы урын тотҡан бер миллиардерҙы ла йыш иҫкә төшөрәләр. Ә икенсе бер сығанаҡ Заурбектың бер гүзәл зат менән ихлас мөнәсәбәттәре һәм Мәҙинәнең уны өҙөүе менән бәйләй. Әлеге ваҡытта ҡыҙ Владикавказдан Мәскәүгә киткән һәм яңы тормош башларға ынтыла. Улар никах таныҡлығы алып өлгөргәс, хәҙер айрылышыуҙы ла рәсмиләштерергә кәрәк бит әле. Иптәштәре Заурбекты бик ихлас, тиҙ ышаныусан кеше итеп һүрәтләй. Хатта егет өйләнешеү тураһында тәҡдим яһар алдынан тәүбәгә килһә, Мәҙинә үҙенең бай һәм мажаралы үткәне хаҡында һөйләһә, был низағ булмаҫ, булған осраҡта ла бындай шау-шыу тыуҙырмаҫ һәм әлеге кимәлгә күтәрелмәҫ ине, тип әйтеүселәр ҙә бар.
Ошо урында хәтергә Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, фашистарҙың баҫып алған территорияларҙан совет ҡатын-ҡыҙҙарын Германияға ҡоллоҡҡа йәки мәжбүри эшкә ҡыуғанда барлыҡҡа килгән бер мәғлүмәт иҫкә төшә. Ҡағиҙә буйынса, барыһын да түгел, һайлап, медицина комиссияһы үткәреп, физик яҡтан һау-сәләмәт һәм көслөләрҙе генә ҡоллоҡҡа алып китәләр. Тикшереү үткән ҡатын-ҡыҙҙарҙың 90 проценты самаһының саф булыуы фашист табиптарын таң ҡалдырған һәм уйланырға мәжбүр иткән. Артабан, дөрөҫ булһа, Гитлерҙың ярандарының береһе әхлаҡ кимәле юғары булған бындай илде еңеү мөмкин түгел, һуғышты туҡтатырға кәрәк, тип фюрерҙың үҙенә мөрәжәғәт итә. Һуғыш һөҙөмтәләре уның хаҡлы икәнлеген раҫлай.
Үкенескә ҡаршы, был мәсьәлә үҙенең әһәмиәтен шыпа юғалтып бара, йәмғиәт тә уға түҙемле ҡарай, донъя чемпионы һымаҡ фажиғәләштерергә теләүселәр ҙә юҡ кимәлендә. Әгәр ил рухи ҡоллоҡтан яңы ҡотолоп, демократик йәмғиәт төҙөй, матбуғат, телевидение, интернет аша көнө-төнө ошо хаҡта һөйләй икән, үҙеңде һаҡлап ҡалыу һис тә еңел түгелдер. Ә был 500-ләп ҡунаҡ ҡатнашҡан, 8 миллион һум аҡса түгелгән булмаған туй хаҡында беҙ ниңә, һеҙҙең ваҡытығыҙҙы алып, һөйләп аҙапланабыҙ әле? Бәлки һеҙ был хаҡта күптән ишетеп, онотоп бөткәнһегеҙҙер ҙә әле. Сәбәбе ябай ғына. Рәсәйҙә барған үҙгәрештәр, һуңғы ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрһәк, аңлашыла һымаҡ. Рәсәй хәҙер элекке һымаҡ түгел, яңы йәмғиәт төҙөүҙә кире әйләнеп ҡайтмаҫлыҡ аҙымдар яһаны, нисек кенә ауыр булмаһын, беҙгә лә, властарға ла, күнеүҙән башҡа, сара юҡ. Тик барыбер үҙгәрештәр айырым кешеләрҙең түгел, күпселек халыҡтың тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелергә тейеш.
Читайте нас: