+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Август 2020, 13:01

ШӘКЕЛӘР ЯҘМЫШЫ.

Бынан йөҙҙәрсә миллион йылдар элек ер әле тулыһынса һыу менән ҡапланған дәүерҙә икһеҙ-сикһеҙ исемһеҙ океандарҙың, диңгеҙҙәрҙең барлыҡ тереклектәре әле ғәйәт ҙур бәхәстәр тыуҙырған шәкеләр урынлашҡан ергә ағылған. Һөҙөмтәлә, хәҙерге Йөрәктау, Ҡуштау, Торатау һәм юҡҡа сығып бөтә яҙған Шаһтау барлыҡҡа килгән. Шәкеләрҙең барлыҡҡа килеүенә бәйле, ғалимдар төрлө фараздар әйтә. Бәлки бында ҡасандыр диңгеҙ йәйрәп ятҡандыр, йә һыуҙың үҙенсәлеге сифаты үҙенә ылыҡтырғандыр. Йөҙәр миллион йылдар буйына һыу тереклектәрен бер нисә нөктәгә йыйыу өсөн ниндәй көс һәм ҡөҙрәт кәрәк! Әле һуңыраҡ, миллиондарса йылдар үткәс, Европа һәм Азия ҡитғалары бер-береһенә килеп ҡушыла, йөҙҙәрсә километрға һуҙылған Урал тауҙары теҙмәһе барлыҡҡа килә. Ғалимдар раҫлауынса, шәкеләр был дәһшәтле ҡушылыуҙы ла кисерә. Хатта барлыҡ нигеҙе менән шәкеләр теҙмәһе тиҫтәләрсә метрға өҫкә күтәрелә ә Себер яғы, киреһенсә, аҫҡа төшә. Көнсығыш Себер уйһыулығы – шуның дәлиле. Башҡа фараздар ҙа бар.Ғалимдар раҫлауынса, Ер шарында башҡа бындай шәкеләр теҙмәһе юҡ. Бәлки башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадында ҙур урын алып торған легендаларға нигеҙ булған шәкеләр тәбиғәт ҡомартҡыһы булараҡ ҡына билдәлелек яуларҙар ине, әгәр тормош алға китеп, сода етештереүселәр ошондағы тауҙарҙа эзбиздең күп булыуын һәм уны етештереүҙең табышлы икәнлеген иҫбатламаһалар.

Бынан йөҙҙәрсә миллион йылдар элек ер әле тулыһынса һыу менән ҡапланған дәүерҙә икһеҙ-сикһеҙ исемһеҙ океандарҙың, диңгеҙҙәрҙең барлыҡ тереклектәре әле ғәйәт ҙур бәхәстәр тыуҙырған шәкеләр урынлашҡан ергә ағылған. Һөҙөмтәлә, хәҙерге Йөрәктау, Ҡуштау, Торатау һәм юҡҡа сығып бөтә яҙған Шаһтау барлыҡҡа килгән. Шәкеләрҙең барлыҡҡа килеүенә бәйле, ғалимдар төрлө фараздар әйтә. Бәлки бында ҡасандыр диңгеҙ йәйрәп ятҡандыр, йә һыуҙың үҙенсәлеге сифаты үҙенә ылыҡтырғандыр. Йөҙәр миллион йылдар буйына һыу тереклектәрен бер нисә нөктәгә йыйыу өсөн ниндәй көс һәм ҡөҙрәт кәрәк! Әле һуңыраҡ, миллиондарса йылдар үткәс, Европа һәм Азия ҡитғалары бер-береһенә килеп ҡушыла, йөҙҙәрсә километрға һуҙылған Урал тауҙары теҙмәһе барлыҡҡа килә. Ғалимдар раҫлауынса, шәкеләр был дәһшәтле ҡушылыуҙы ла кисерә. Хатта барлыҡ нигеҙе менән шәкеләр теҙмәһе тиҫтәләрсә метрға өҫкә күтәрелә ә Себер яғы, киреһенсә, аҫҡа төшә. Көнсығыш Себер уйһыулығы – шуның дәлиле. Башҡа фараздар ҙа бар.
Ғалимдар раҫлауынса, Ер шарында башҡа бындай шәкеләр теҙмәһе юҡ. Бәлки башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадында ҙур урын алып торған легендаларға нигеҙ булған шәкеләр тәбиғәт ҡомартҡыһы булараҡ ҡына билдәлелек яуларҙар ине, әгәр тормош алға китеп, сода етештереүселәр ошондағы тауҙарҙа эзбиздең күп булыуын һәм уны етештереүҙең табышлы икәнлеген иҫбатламаһалар.
Нимә ул бөгөн сода? Бөгөн сәнәғәттә сода файҙаланылмаған өлкәне табыуы ҡыйын. Металлургия, ҡағыҙ, аҙыҡ-түлек етештереүҙән, машиналар төҙөлөшө сәнәғәтенән алып, ҡоймаҡ ҡойоуға тиклем, тормошобоҙҙо соданан башҡа күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Төрлө мәлүмәттәр билдәләүенсә, хәҙерге Рәсәйҙә йөҙләп предприятиеның яҙмышы соданың ҡулында. Ә улар йөҙҙәрсә мең эшселәр, уларҙың ғаилә ағзалары, тигән һүҙ. Составында сода булған продукцияны етештереү өсөн тәү сиратта эзбиз кәрәк булһа, икенсе урында тоҙ тора. Стәрлетамаҡ шәкеләренең составында сифатлы эзбиздең булыуы хәҙерге заводтан алыҫ түгел, Ағиҙелдең уң ярында ифрат ҙур тоҙ ятҡылыҡтарының эшкәртелә башлауы ғалимдарҙы яңы үҫеп килгән Стәрлетамаҡ эргәһендә бөтә Советтар союзын тәьмин итерлек сода етештереү заводы төҙөргә мөмкинлек бирә.
Етештереүҙе нимәнән башланылар? Шаһтауҙы шартлатыуҙан. Шул яҡта йәшәүселәр һәм эшләүселәр хәтерләйҙер, график буйынса көндөҙгө сәғәт дүрттә Шаһтау эргәһендә барлыҡ хәрәкәт туҡтатыла, сөнки теүәл ваҡытында тирә-йүнде ҡеүәтле шартлау яңғыратасаҡ.
Бер сеймал сығанағы ла мәңгелек түгел. Шаһтау менән дә шулай булды. Завод әле бер 10-15 йыл элек кенә эзбиз өсөн борсолмай ине. Әле башланмаған Торатау, унан 2-3 тапҡыр ҙурыраҡ Ҡуштау бар. Ә инде улар ҙа шартлатылып бөтһә, Йөрәктау шундай аяныслы яҙмышҡа дусар ителергә тейеш ине.
Беҙ хәҙер ыңғыраша-ыңғыраша төҙөгән капитализмдың ысынбарлығы шунда сағылыш таба ла инде. Карл Маркстың “Капитал”ында шундай мәғәнәле юлдар бар: капиталист, бер һум һалып, ике һум табыш алыу мөмкинлеге булһа, бер кәртә алдында ла туҡтап ҡалмай, хатта енәйәт ҡылыуҙан да баш тартмай.
Шаһтауҙы, төбөнә тиклем төшөп, ҡырып-һепереп бөтөрөр алдынан соданың яңы хужалары, үҙебеҙҙең аранан сыҡҡан капиталистар, башҡа шәкеләрҙе үҙҙәренең байлығына әүерелдереү өсөн эш йәйелдереп ебәрҙе.
Ошо урында әлеге мәҡәләне уҡыған кешеләр араһында мыҫҡыллы йылмайыуҙар күрәм һәм һүҙҙәр ишетәм. Шәкеләрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн һеҙ нимә эшләнегеҙ? Ҡуштауҙы һаҡлаусыларҙы күҫәктәр менән туҡмап, батҡаҡтан һөйрәп йөрөткәндә уларҙы яҡлап ниндәй һүҙҙәр әйттегеҙ?
Был һорауҙарға яуап биреүе ҡыйын. Ни хәл итәйек, ваҡыт үткән һайын, заманалар үҙгәреп тора. Хәҙер, Булат Рафиҡов, Рәшит Солтангәрәев, Роберт Байымов, Рауил Бикбаев, Мостай Кәрим, Әхмәт Сөләймәнов кеүек ил ағалары арабыҙҙан киткәндән һуң, әҙиптәребеҙ үҙҙәренең бурысын халыҡты туплауҙа, хәҡиҡәтте һис ҡурҡмайынса әйтеп биреүҙә түгел, исем һәм наградалар туплауҙа күрә. Быныһы – һүҙ ыңғайы тыуған фекерҙәр.
Хәҡиҡәт өсөн, билдәләргә кәрәк, “Сода”ның хәҙерге милекселәре, етештереүҙең топ-менеджерҙары бөгөн Башҡортостанда үҙҙәрен төп хужа итеп тоя, йылдар буйы тупланған экология проблемаларын хәл итеүгә сығымдар аҙ бүлә һәм төп бурысы итеп табыш алыуҙы күрә. Төп милекселәргә Францияла, Испанияла урынлашҡан йөҙҙәрсә гектар ерҙәр биләгән ҡәлғәләрен ҡарарға кәрәк бит.
Үҙҙәре заводҡа хужа булып алғас, яңы милекселәр, хәтерләйһегеҙме, эштәрен нимәнән башланы? Юғары лигаға сығырға иҫәп тотоусы, Башҡортостандан берҙән-бер “Содовик” футбол командаһын таратыуҙан, спорт, мәҙәниәт учреждениеларынан баш тартыуҙан башланы.
Хәтерләйһегеҙме, 2009 йылда ҙур шау-шыу менән бер нисә ойоштороусы “Башҡортостандың ете мөғжизәһе” исемле бәйге ойошторғайны. Бик ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс, иҫтә ҡалырлыҡ ине ул. Бар донъяға билдәле башҡорт солоҡ балы, Салауат Юлаев һәйкәле, ҡурай, Янғантау, Шүлгәнташ мәмерйәһе, “Урал батыр” эпосы, Красноусол минераль һыуҙары менән бергә иң алда Торатау шәкеһе лә ҡатнаша ине. Йыл буйына беренсе урында килгән Торатау бер төн эсендә исемлектән төшөп ҡалды һәм быға берәү ҙә иғтибар итмәне. Тик “Башҡортостан” гәзите генә: “Беҙ үҙ ихтыярыбыҙ менән Торатауҙан баш тарттыҡ һәм уның яҙмышын хәл иттек. Хәҙерге завод хужалары, был тауҙың бер әһәмиәте лә юҡ, сөнки ул мөғжизәләр исемлегенә лә индерелмәгән, тип иҫбатлаясаҡ һәм хаҡлы буласаҡ”, тип яҙып сыҡты. Һатылыу хаҡы күпме булғандыр, белмәйем, ләкин һуңынан ғына был сараның “Сода” тарафынан финансланыуы мәғлүм булды. Шуныһы ҡыҙыҡ, сараны ойоштороусылар бөгөн дә арабыҙҙа йөрөй. Хәҙер улар ниҙәр кисерә һәм ниндәй һүҙҙәр һөйләй икән?
Хәҙер, завод хужаларынан айырмалы, шәкеләр яҙмышы күпселекте ҡәнәғәтләндерә. “Сода” менеджерҙарының эшселәр һанын кәметеү, етештереүҙе түбәнәйтеү, спонсорлыҡ программаларынан баш тартыу һымаҡ янауҙарын ваҡытлы күренеш, тип баһаларға мөмкин. Сөнки республика етәкселегенең заводтың заманында ниндәй юлдар һәм ысулдар менән хосусилаштырылыуын өйрәнә башлауы, уны республика ҡарамағына ҡайтарыу хаҡында иғлан итеүе капиталистарҙы үҙ урынына ултыртырға тейеш.
Республика Башлығы Радий Хәбировтың бер нисә көн элек Рәсих Хәмитовты экология һәм тәбиғәт байлыҡтарын файҙаланыу буйынса үҙенең советнигы итеп тәғәйенләүе юҡҡа түгел. Был ауыр һәм яуаплы вазифаға үҙенең бар ғүмерен Башҡортостандың ер аҫты байлыҡтарын өйрәнеүгә, һаҡлауға, файҙаланыуға арнаған, республиканың мөмкинлектәрен белгән кеше килде. Рәсих Әғзәм улының тәүге белдереүҙәре үк “Сода”ның хәҙерге хужаларының һәм менеджерҙарының уйҙырмаларын юҡҡа сығарҙы һәм тағы ла бер тапҡыр милекселәрҙең үҙҙәре өсөн тик табыш алыуҙы маҡсат итеп ҡуйыуҙарын фашланы. Башҡортостанда “Сода” өсөн йөҙҙәрсә йылға етерелек сеймал бар, бары тик технологияны үҙгәртеп ҡорорға, тәбиғәтте һаҡлауға сығымдарҙы арттырырға кәрәк. Республика Башлығы советнигының Шаһтау итәгендә генә 200 миллион тонна, йәғни 50 йылға етерлек сеймал ятыуын иғлан итеүе бик күптәр өсөн асыш булып яңғыраны. Баҡтиһәң, бындай ятҡылыҡтар республиканың эсендә генә тиҫтәләп иҫәпләнә һәм улар сифаты яғынан шәкеләрҙекенән һис тә ҡалышмай, хатта өҫтөнлөктәре лә бар.
Шулай булғас, Башҡортостанда сода етештереүҙең киләсәге ышаныслы, ә халыҡты эшһеҙ ҡалдырыу, етештереүҙе кәметеү хаҡында уйҙырмаларҙың нигеҙе юҡ. Әлбиттә, милекселәр алып еткермәгән табыштарын иҫәпләйҙер һәм шәкеләргә ымһыныуҙан баш тартмайҙыр. Ләкин хәҙер заман икенсе. Шәкеләр яҙмышын юғарыла иҫкә алған бәйгелә Торатауҙы тоттороп ебәргән һымаҡ ҡына хәл итеп булмаҫ. Сода етештереүсе завод та сит илдәрҙә ят ҡояш аҫтында ҡыҙыныусыларҙың түгел, республика мәнфәғәттәрен ҡайғыртырға бурыслы. Үкенескә ҡаршы, һуңғы өс тиҫтә йыл эсендәге хосусилаштырыу шауҡымы һис тә халыҡ ихтыяжын ҡайғыртып түгел, ә айырым кешеләрҙең халыҡты талауы иҫәбенә тормошҡа ашырылды. Был ғәҙелһеҙлеккә лә бер заман сик ҡуйылырға тейеш.
Читайте нас: