+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Август 2020, 17:34

ЗӨҺРӘ ҠОТЛОГИЛДИНА ИЖАДЫ ҠАСАН ЛАЙЫҠЛЫ БАҺА АЛЫР?

Арыу-талыу белмәҫ, ләкин әле булһа лайыҡлы баһа алмаған билдәле шағирә һәм журналист Зөһрә Ҡотлогилдина Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап, тыл ветерандарының, һуғыш йылдары балаларының тетрәндергес хәтирәләренән торған өсөнсө йыйынтығын сығарҙы.

ЗӨҺРӘ ҠОТЛОГИЛДИНА ИЖАДЫ ҠАСАН ЛАЙЫҠЛЫ БАҺА АЛЫР?
Арыу-талыу белмәҫ, ләкин әле булһа лайыҡлы баһа алмаған билдәле шағирә һәм журналист Зөһрә Ҡотлогилдина Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап, тыл ветерандарының, һуғыш йылдары балаларының тетрәндергес хәтирәләренән торған өсөнсө йыйынтығын сығарҙы. Быға тиклем 2010 йылда “Һуғыш балалары – тарих яралары”, 2015 йылда “Һуғыш яралаған бала саҡ” йыйынтыҡтарын баҫтырһа, былтыр “Хан һүҙенән юғарыраҡ – әҙип һүҙе” тигән китабын үҙ иҫәбенә нәшер иткәйне. Лайыҡлы авторҙың лайыҡлы китаптары. Инде нисәнсе тапҡыр республика журналистарының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһына тәҡдим ителә. Һоҡланыу һүҙҙәренә һәм маҡтауҙарға күмелеп, инде нисәнсе тапҡыр төшөп ҡала. Ғүмерен балалар гәзитендә журналистикаға бағышлаған, үҙе хәҙерге ҡәләм оҫталарының күпселеген тәрбиәләгән, ҡанат ҡуйған Зөһрә Ҡотлогилдина был юлы ла маҡтала-маҡтала, лауреаттар исемлегенән төшөп ҡалырмы икән? Һүҙ юҡ, элекке лауреатар бөтәһе лә лайыҡлы, республика журналистар союзы йомарт һәм аҡыллы. Бәлки төп гәзиттәр һәм мәғлүмәт саралары лауреат миҙалдарын үҙ-ара бүлешеүҙән баш тартып, ғүмерен журналистикаға бағышлаған өлкән апайҙарына иғтибар итерҙәр?
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ.
Читайте нас: