0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Сентябрь 2020, 19:12

“ҺӘНӘК” ЖУРНАЛЫ САЙТЫ – ИҢ ЯҠШЫЛАР ИҪӘБЕНДӘ!

“Ағиҙел” журналынан ҡәләмдәштәр һөйөнсө алмаһа, беҙ “Һәнәк”тең юғары урын биләүен белмәй ҙә ҡалыр инек. Лайвинтернет (www.liveinternet.ru) бойондороҡһоҙ рейтинг агентлығы барлыҡ Рәсәй буйынса интернет сайттарҙың, эш һөҙөмтәләренә ярашлы, урындарын билдәләй. Рейтингта 170 сайт ҡатнашҡан. “Яңылыҡтар һәм мәғлүмәт саралары” номинацияһында иң тәүге урындарҙа – “Башинформ”, “РБК”, “АиФ”, “Комсомольская правда”, “БСТ” һымаҡ ҙур мәғлүмәт саралары. 21 урынды “Республика Башкортостан” биләй, унан ҡала – “Молодежная газета” (26), “Йәшлек” (29) килә. Ә 34-се урынды 3158 сайт статистикаһы менән “Һәнәк” журналы сайты алып тора.

Биләгән урыныбыҙҙың ҡәҙерен белер өсөн беҙҙән һуң кемдәр урын алғанын барлайыҡ. 35-се – “Сөйөмбикә” журналы, унан һуң – “Өмөт” (36), “Ағиҙел” журналы (42), “Башҡортостан уҡытыусыһы” (47), “Ҡазан утлары” (48), “Толпар” (54), “Тамаша” (60), “Башҡортостан ҡыҙы” (66), “Ватандаш” (79), “Бельский просторы” (83), “Истоки” (84), “Аманат” (94) һәм “Аҡбуҙат” (100).
Шуныһы иғтибарға лайыҡ, рейтингта күп кенә район һәм ҡала баҫмалары лайыҡлы урын алған. Мәҫәлән, “Салауат ерендә”, “Торатау”, “Стәрлебаш шишмәләре”, “Көнгәк”, “Ашҡаҙар” – ыңғай күрһәткестәргә өлгәшкән.
“Һәнәк” өсөн 34-се урын аҙмы әллә күпме? Яңы турыға башлаған сайтыбыҙ өсөн беҙ уны бик юғары баһалайбыҙ һәм ғорурланабыҙ. Был күрһәткескә беҙ һеҙҙең ярҙам менән өлгәштек. Киләсәкттә лә һеҙгә лайыҡ булырға тырышасаҡбыҙ.
Читайте нас: