+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Сентябрь 2020, 19:45

ӘБЕЙҘӘР СЫУАҒЫН ҠАР КИСЕП ҠАРШЫЛАРБЫҘМЫ?

Һиҙәһегеҙме, йәмәғәт, ел төньяҡҡа боролдо. Борондан күҙәтелгән, әгәр ел тиреҫтән килә икән, тимәк, оҙаҡламай ҡар яуыуы ла ихтимал. Әгәр дөрөҫ булһа, Уралдың таулы төбәктәрендә тәүге ҡар бөртөктәре күренгән дә инде. Синоптиктар һуңғы арала хаталанмай башланы. Һауа торошо боҙолорға, ямғыр ҡойорға булһа, фараздары тулыһынса раҫҡа сыға ла ҡуя. Бөгөн, мәҫәлән, иртәгәгә ҡаршы төндә ҡар вәғәҙә итәләр. Яуһа ла, оҙаҡ ятмаҫ, бер-ике сәғәт эсендә иреп бөтөр. Уның ҡарауы, аҙна уртаһында әбейҙәр сыуағы башланасаҡ. Йылы, күңелле һәм барыһы ла ҡәнәғәт буласаҡ. Бик алыҫҡа барғы килмәй, ләкин йылы һауа торошоноң ике аҙнаға яҡын булыуы бик ихтимал.

Ә ҡар яуыуға килгәндә, беҙ тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп татыныҡ. Быныһын да нисек тә үткәрербеҙ әле.
Сентябрҙең һуңғы ун көнлөгөндә яуған ҡар хаҡында халыҡ ырымы нимә һөйләй һуң? Йәнәһе, сентябрь бөткәнсе ҡар яуыр булһа, тимәк, ҡырҡ көн ҡара ятыр, тип фараз итәләр. Бөгөн ҡар күренһә, йәнәһе, ноябрҙең урталарында ғына ысын ҡарҙы күрергә мөмкин.
Шулай булһа, беҙ риза. Автомобиль йөрөтөүселәр ошо арала тәгәрмәстәрен алыштыра башлаһа, насар булмаҫ ине. Юлдарҙа иҫән-һау йөрөгөҙ!
Читайте нас: