+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Сентябрь 2020, 11:19

БАШҠОРТ КВН-Ы... СӘСӘНЛЕК ТРАДИЦИЯЛАРЫНА ТАЯНҺЫН!

Борон-борон заманда түгел, ә тап беҙҙең ваҡыттарҙа бер батыр ер-һыу күреү, бәхет эҙләү маҡсатында оҙон юлға сыҡҡан, ти. Бара торғас, бер оло йылға ярына килеп төртөлгән. Йылға шундай киң һәм мул һыулы – бер ярынан ҡысҡырһаң, ҡаршы ярҙа торған кешегә һинең тауышың саҡ-саҡ ишетелерлек, ти. Егет йылға аша һалынған мөһәбәт күпер буйлап атлап киткән. Шул ваҡыт күкте ҡара болоттар ҡаплап алған да, дауыл ҡупҡан, бер аҙҙан йәшенләп ямғыр яуа башлаған. Егет ғәрәсәт уртаһында ҡалған. Ҡулсатыры булмағанға күрә, үтәнән-үтә һыуланған, күшеккән. Артына әйләнеп ҡараһа, саҡ күперҙең урта биленә генә еткән икән. “Ҡайҙа барырға? Белгән яҡҡа кире ҡайтырғамы, әллә билдәһеҙлеккә ынтылып, юлды дауам итергәме? Ҡайтһам, ете диңгеҙ аръяғындағы тылсымлы ҡаланы күреү тигән хыялым тормошҡа ашмай ҡалыр инде” тип, уйға ҡалған... Был тормошта ошондай ғәрәсәттәр көтмәгәндә килеп баҫа ла, һиңә үҙ талабын ҡуя шул: йә, ауырлыҡтарға түҙеп, артабан көрәшәһең, йә, ышыҡ эҙләп, кирегә сигенәһең. Был тарихтың аҙағын аҙ ғына һуңыраҡ һөйләрбеҙ инде. Әлегә һүҙҙе икенсерәк юҫыҡҡа йүнәлтеп тороу хәйерлерәк булыр. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ –Башҡорт асыҡ КВН Лигаһы уйындары финалисы, бер кешенән торған “Кәкре Сүкеш” КВН командаһының капитаны ла, актеры ла, авторы ла, декарациялар йөрөтөүсеһе лә – Фидан ҠОЛМӨХӘМӘТОВ менән әңгәмә көтә! Беҙ уның менән тормоштоң ҡатмарлы һынауҙарын еңелерәк үтеү юлын күрһәтеүсе юмор, атап әйткәндә, башҡорт юморы тураһында әңгәмәләшербеҙ, һүҙ ыңғайында егеттең тормошонда булып үткән ҡайһы бер ҡыҙыҡлы хәлдәр тураһында ла бәйән итербеҙ, “күшеккән егет” тарихының аҙағын да һеҙгә ишеттерербеҙ.

БАШҠОРТ КВН-Ы...
СӘСӘНЛЕК ТРАДИЦИЯЛАРЫНА ТАЯНҺЫН!
Борон-борон заманда түгел, ә тап беҙҙең ваҡыттарҙа бер батыр ер-һыу күреү, бәхет эҙләү маҡсатында оҙон юлға сыҡҡан, ти. Бара торғас, бер оло йылға ярына килеп төртөлгән. Йылға шундай киң һәм мул һыулы – бер ярынан ҡысҡырһаң, ҡаршы ярҙа торған кешегә һинең тауышың саҡ-саҡ ишетелерлек, ти. Егет йылға аша һалынған мөһәбәт күпер буйлап атлап киткән. Шул ваҡыт күкте ҡара болоттар ҡаплап алған да, дауыл ҡупҡан, бер аҙҙан йәшенләп ямғыр яуа башлаған. Егет ғәрәсәт уртаһында ҡалған. Ҡулсатыры булмағанға күрә, үтәнән-үтә һыуланған, күшеккән. Артына әйләнеп ҡараһа, саҡ күперҙең урта биленә генә еткән икән. “Ҡайҙа барырға? Белгән яҡҡа кире ҡайтырғамы, әллә билдәһеҙлеккә ынтылып, юлды дауам итергәме? Ҡайтһам, ете диңгеҙ аръяғындағы тылсымлы ҡаланы күреү тигән хыялым тормошҡа ашмай ҡалыр инде” тип, уйға ҡалған... Был тормошта ошондай ғәрәсәттәр көтмәгәндә килеп баҫа ла, һиңә үҙ талабын ҡуя шул: йә, ауырлыҡтарға түҙеп, артабан көрәшәһең, йә, ышыҡ эҙләп, кирегә сигенәһең. Был тарихтың аҙағын аҙ ғына һуңыраҡ һөйләрбеҙ инде. Әлегә һүҙҙе икенсерәк юҫыҡҡа йүнәлтеп тороу хәйерлерәк булыр. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ –Башҡорт асыҡ КВН Лигаһы уйындары финалисы, бер кешенән торған “Кәкре Сүкеш” КВН командаһының капитаны ла, актеры ла, авторы ла, декарациялар йөрөтөүсеһе лә – Фидан ҠОЛМӨХӘМӘТОВ менән әңгәмә көтә! Беҙ уның менән тормоштоң ҡатмарлы һынауҙарын еңелерәк үтеү юлын күрһәтеүсе юмор, атап әйткәндә, башҡорт юморы тураһында әңгәмәләшербеҙ, һүҙ ыңғайында егеттең тормошонда булып үткән ҡайһы бер ҡыҙыҡлы хәлдәр тураһында ла бәйән итербеҙ, “күшеккән егет” тарихының аҙағын да һеҙгә ишеттерербеҙ.
-Фидан, 25 февраль Милли йәштәр театрында Башҡорт асыҡ КВН Лигаһының ярымфинал уйындарында һин, барыһын да көлдөрөүең менән бер рәттән матур итеп йырланың, музыкаль инструменттарҙа ла уйнаның, Пушкиндың “Евгений Онегин” шиғыр формаһындағы романынан өҙөк тә күрһәттең һәм баһалама комиссияһы ағзаларынан иң юғары баһа алыуға өлгәштең. Тамашасылар ҙа һинең сығышыңды айырыуса ныҡ оҡшатты. Күптәр һине профессиональ музыкант булараҡ та асты. Кем һуң һин, үҙең менән таныштырып үт әле.
Фидан: Күгәрсен районында йөрөгән ҡанатлы һүҙҙәге һымаҡ, “Бисмиллаһиррахмани-Рахимов” тип башлайыҡ. Мин – Әбйәлил районы Әбделмәмбәт ауылында 1990 йылда тыуып, Баймаҡ районында үҫкән кешемен. Минең тәүге һүҙем “Суверенитет” һүҙе булған, тиҙәр. Әлбиттә, биш йәшемдә бер һүҙ булһа ла әйтергә өйрәнеүемә әсәйем ныҡ ҡыуанған. Әйткәндәй, әсәйем, әллә шул мәлдә үк 2013 йылда буласаҡ ташҡынды алдан һиҙгәнме, әллә Әбйәлил еләктәре уға ваҡ тойолғанмы, беҙҙе алып, Баймаҡ районына күсеп киткән. Шаярыуҙы ситкәрәк ҡуйып, үҙем менән таныштырыуҙы дауам итәйем. Сибай ҡалаһында музыкаль мәктәптә, аҙаҡ Өфө музыка гимназияһында, БДУ-ның журналистика факультетында белем алдым. Фортепианола, ҡурайҙа, баянда уйнай, йырлай беләм. Мәктәптә лә, гимназияла ла музыка йүнәлешендә уҡып, юғары белем алыу ваҡыты еткәс, журналистлыҡ һөнәренә йөҙ бороуым минең өсөн дә, туғандарым өсөн дә көтөлмәгән һынылыш булды. Улар һаман мине артист булыр, тип өмөтләнә.
Уның ҡарауы, БДУ-ла абруйлы остаздарым, факультеттағы башҡорт мөхите мине туған телебеҙгә, халҡыбыҙға, рухи ҡиммәттәребеҙгә яҡынайтты. Мәктәп йылдарында, университетта ла рус телендә шиғырҙар яҙған булһам, әле бына яңыраҡ башҡорт телендә лә шиғыр яҙып ҡараным һәм: “Килеп сыға бит!” – тигән һығымтаға килдем. Артабан да яҙышырға ниәтем бар. Әйткәндәй, ярымфинал уйындарында яңғыраған “Евгений Онегин”дан өҙөктәге башҡортса шиғри тексты ла үҙем яҙҙым. Тамашасыға бик оҡшаны буғай. КВН темаһына һуғылдыҡ, үҙемде мин был өлкәлә ярайһы уҡ тәжрибә туплаған кеше тип әйтә алам. 2008 йылдан бирле КВН уйнайым. Шуға, ҡайһы бер “шаяртыу рецептарым” да бар.
КВН-ға дуҫтары араһында үҙен яҡшы яҡтан күрһәтә алмаған кешеләр генә килә, тигән ҡалыплашҡан фекер йәшәй. Был фекер дөрөҫлөккә тап килеп етмәй, минеңсә. Сөнки, әҙерәк кенә шаярта белһә, КВН-да бөтәһе лә уйнай ала. Үҙең шаярта белһәң һәм, команда йыя алһаң, шул еткән. Шуға, был ҡалыплашҡан фекерҙе мин инҡар итәм. Минең командамды ғына ҡарағыҙ, КВН-да бер кеше лә уйнай ала бит!
2012 йылға тиклем мин Рәфис исемле дуҫым менән “Горняк-Дозор” командаһында уйнаным. Тик, Рәфис КВН-дан ситләшкәс, бер үҙем ҡалдым. “Яландағы яңғыҙ (кеше) – һуғышсы түгел” тиһәләр ҙә, командаға яңы егеттәр һәм ҡыҙҙар алғым килмәне. Бүтән кеше лә эҙләп торманым, быйылғы фестивалгә бер үҙем сығырға ҡарар иттем. Бер үҙем ҡалдым, тип ҡайғырырғамы ни? Ҡайғырып йәшәүгә ҡарағанда, көлөп йәшәүе еңелерәк...
Уңышлы КВН-сы булыу өсөн тамашасыны көлдөрә белеү генә етмәй, уйландыра белеү ҙә зарур. Ә бының өсөн донъялағы хәлдәр, һин һүҙ алып барған өлкә, әйбер тураһында етерлек кимәлдә хәбәрҙар ҙә булырға, үҙеңә лә уйлана, сағыштыра, һығымта яһай белергә кәрәк. Миңә тормош тәжрибәм, шулай уҡ, китаптар уҡыу ярҙамға килә. Халҡымдың бөгөнгөһө менән дә ҡыҙыҡһынып йәшәйем, уның тураһында яңынан-яңы мәғлүмәттәр йыям, күңелемә һеңдерә йөрөйөм. Тормош тәжрибәһе тигәндәй, игеҙәгем Айгизәне, мине һәм ағайым Вадимды әсәйебеҙ яңғыҙы үҫтерҙе. Бәләкәйҙән ағайыма тарайған кейем-һалымды мин кейә торғайным. Рәсем дәресенә фломастерҙар, уҡыу өсөн бүтән кәрәк-яраҡтар һатып алыр өсөн йәйге каникул ваҡытында ауылдаштарға (Баймаҡ районы Түбә ауылында) ялланып бесән сабыуым, картуф утап-күмеүем, утын ярыуым да хәтерҙә ҡалған. Әммә беҙ бер ҙә күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәнек. Ағайым бигерәк шаян, игеҙәгем, Айгизә – етдирәк, әммә, ул да шаяртыуҙы аңлай торған кешеләр. Бәләкәй сағымдан башҡаларҙы көлдөрөргә яраттым. Үҙем эләгеп ҡолаһам, эргәләге кешеләрҙең көлөүенә ҡушылып, көлөп ята бирә торғайным. Әсәйем ундай саҡтарҙа: “Кит, кеше көлдөрөп ятма, тор!” - тип, шелтәләй ине. Ә миңә ҡыҙыҡ, ҡалғандар көлһә, рәхәт булып ҡала. Әле лә сәхнәгә ынтылыуымдың бар ғилләһе – кешене көлдөрөп, рәхәтлек алыу. Әйткәнәй, минең КВН-сы булыуымды ишеткән күп кенә кешеләр йыш ҡына: “Йә, ошо урында шаяртып күрһәт әле”,- тип үтенә. Ә мин көлдөрһәм дә, килде-китте хәбәр һөйләй алмайым бит инде, шуға, итәғәтле генә итеп баш тартыуҙы ҡулайыраҡ күрәм.
- Юморҙың төрлөһө була: “әсе”һе, тағы, кешенең кәмселектәренән, кире сифаттарынан көлгән саҡта бар сиктәрҙе үтеп киткән “тупаҫ”ы... “Ҡара” юмор тигән төшөнсә лә бар. Ә һинең юморыңдың тәбиғәте ниндәй?
Фидан: Халыҡсан юморҙыр, тип уйлайым. Сөнки, мин идеяларҙы “һауанан” алмайым, ә халҡымдан алам, тексты “бармаҡтан һурып” яҙмайым, ә халҡыбыҙ араһында киң таралған лаҡаптар менән байытып яҙам. Мәҫәлән, минең сығыштарҙа ауыл тематикаһы бик киң яҡтыртыла.
Көлкөләрҙе мөмкин тиклем үткерерәк итергә тырышам. Көлкө яҙыу – әҫәр яҙыу һымаҡ уҡ ауыр нәмә. Өҫтәл артында яҙышып ултыраһың-ултыраһың да, оҡшамаһа, ҡағыҙҙы йомарлап ташлайһың. Унан өр-яңы биттән яп-яңы номер яҙылып та ҡуя. Ҡабат-ҡабат эшләгәнгә күрә лә, минең текстар тамашасы тарафынан да, баһалама комиссияһы тарафынан да йылы ҡабул ителәлер, моғайын. Миңә башҡорт телендәге “Атаҡ-атаҡ!”, “ыста-ыста!” һымаҡ мөнәсәбәт һүҙҙәр, “йомшағыраҡ” әрләшеү һүҙҙәре оҡшай. Мин уларҙы бик яратып файҙаланам.
-Күптән түгел үткән Башҡорт асыҡ КВН Лигаһының ярымфинал уйындарында ҡатнашҡан коллегаларыңдың сығыштары тураһында ни әйтерһең? Кемдәрҙең шаяртыуҙарын оҡшаттың, ә кемгә тағы тырышыбыраҡ әҙерләнергә кәңәш итер инең?
Фидан: Һорауыңдың икенсе яртыһынан башлайыҡ. 19-нда үткән уйындарҙа “Бытбылдыҡ”тарҙың, “Өтөр”ҙәрҙең, ә 25-ндә – “Страйктың” сығыштары оҡшаны. Бытбылдыҡтар менән страйктарҙы мин үҙемдең төп дәғүәселәрем тип һанайым. “Хәйнешондар”ҙы барыһы ла ярата. Ярымфинал уйындары алдынан интернет селтәрендә үткәрелгән тауыш биреүҙән күренеүенсә, күпселек тап ошо команданың финалға сығасағына ышаныс белдерҙе. Тик, егеттәргә тәжрибә етеңкерәмәне шикелле. Шаяртыуҙары ла шәп ине...
Тәүге һорауға – командаларҙың сығыштарының эстәлегенә килгәндә, мине шул ҡыуандыра: йәштәр үҙ фекерҙәрен ҡыйыуыраҡ белдерә башланы. Был, үҙ сиратында, халҡыбыҙ фекерен, уның мәнфәғәттәрен тәғәйен кешеләргә ишеттерә торған трибуна барлыҡҡа килде тигән һүҙ.
Сығыштарҙа коллегалар сама тигән нәмәгә лә нығыраҡ иғтибар итһен ине. Айырым командаларҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙан көлөү ғәҙәте йышайҙы. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан көлөргә ярамай, минеңсә. Уларҙы нисек бар, шулай, йәғни, бөйөк һәм бейек итеп ҡабул итергә кәрәк. Улар КВН-да сығыш яһай икән, шул килеш – гүзәл зат образында яҡтыртылырға тейеш. Юғиһә, халҡыбыҙҙың иң ҡиммәтле, иң ғәзиз ҡатын-ҡыҙ төшөнсәһенә бысраҡ яғыусылар ҙа осрап тора. Әйҙә, егеттәр тураһында теләһә-нисек итеп шаяртһындар, көлһөндәр – унан ғына егет кешенең дәрәжәһе кәмемәй, минеңсә. Тағы, эпосыбыҙ “Урал батыр”ҙы ла КВН сәхнәһенә алып сығыр алдынан ете ҡат үлсәргә кәрәк. Ғөмүмән, бындай ҡомартҡыларыбыҙҙан көлөүгә табу һалынырға тейеш. Юғиһә, тап ошо ике төшөнсәгә – башҡорт ҡыҙы образына һәм мәшһүр эпосыбыҙға һаҡһыҙ тотонғандары өсөн ҡайһы бер командалар тураһында күңелһеҙ тәьҫораттар ҡалды.
Ҡатын-ҡыҙҙар темаһына ҡағылыуын ҡағылғас, күңелде өйкәп торған тағы бер нәмә тураһында ла әйтмәй булдыра алмайым. Тик ҡыҙҙарҙан ғына торған командаларҙы егеттәр менән “байытырға” кәрәк, минеңсә. Ана бит, “Хыялыйҙар” командаһы ҡыҙҙары үҙ сығыштарына егеттәрҙе саҡырып сығарғас, ҡыҙыҡлы ноталар барлыҡҡа килде. Ғөмүмән, КВН-ды (шартлы рәүештә, әлбиттә) сәсәндәр әйтеше менән сағыштырһаҡ, бик күп уртаҡлыҡтар табырға булыр ине. Ә халҡыбыҙҙа сәсән – ул фәҡәт ир затынан булған, ти философия фәндәре кандидаты, этнограф Зәкирйән Әминев. Шуға, бәлки, юмор өлкәһендә егеттәр генә сығыш яһаһа, яҡшыраҡ булмаҫ инеме икән? Башҡорт КВН-ы сәсәнлек традицияларына ла таянырға тейеш, минеңсә. Башҡорттоң бай фольклорына, тарихи үткәненә, ата-бабаларҙың ғөрөф ғәҙәттәренә нигеҙләнгән юмор ғына милли юморыбыҙҙың йәҙән билдәләй. Беҙ үҙ сығышыбыҙҙы ошо үҙенсәлектәргә нигеҙләнеп ҡорорға тейешбеҙ. Әгәр шулай түгел икән, беҙҙең сығыш аҡ ҡағыҙ битенә аҡ буяу менән нимәлер яҙыуға бәрәбәр буласаҡ.
-Һинең һүҙҙәрең менән тулыһынса килешәм. Бер тапҡыр үҙеңдең “автостопсылыҡ” менән мауығыуың тураһында ла әйтә биреп ҡуйғайның. Шул турала ла һөйләп үтмәҫһеңме?
Фидан: Сит ил авторҙарының автомобиль туҡтатып, төрлө ерҙәргә сәйәхәт итеүҙәре тураһындағы китаптарын уҡырға яраттым. Бер ваҡыт, зәңгәр экрандарҙа “Һауаға тиклем барып етеү” (“Достучаться до небес”) исемле фильм күрһәтелгәс, дуҫым Салауат менән фильм тураһында һөйләшеп киттек тә, диңгеҙҙе барып күргебеҙ килде. Фильмда төп геройҙар – үлемесле ауырыуға дусар булған ике егет, төрлө кәртәләрҙе үтеп, закондарҙы боҙоп, диңгеҙгә барып етәләр. Беҙ был эште законлы юл менән атҡарырға булдыҡ. Шул көндә үк Ҡара диңгеҙгә юлға сығырға хәл иттек, көнөн дә билдәләнек. 20 көндән һуң икебеҙ ҙә рюкзакттар артмаҡлап, килешелгән ергә килеп еттек. Бер ни өндәшмәй генә Иглин яғына юлланыусы автобусҡа билет алып ултырҙыҡ. Һуңғы көнгә тиклем мине төрлө шикле уйҙар борсоно. Хәүеф тойғоһо ла бар. Иглин янында оло юлда төшөп ҡалдыҡ та, шулай уҡ өндәшешмәй генә юлдағы машиналарға ҡул күтәрә башланыҡ. 15 минут үттеме, юҡмы, бер водитель ултыртып алды. Беҙ уға ниндәй маҡсат менән китеп барыуыбыҙҙы һөйләп бирҙек. Төндә Һарытау өлкәһенең Сызрань ҡалаһы ситенә килеп еттек тә, яланда үҙебеҙ менән йөрөтмәле ҡыуышыбыҙҙы ҡороп, усаҡ яғып, дөгө бешереп, сәй ҡайнатып эстек. Таң менән тағы юлға сығып баҫтыҡ. Был юлы ла уңыш йылмайҙы – Сочиҙың үҙенә юлланыусы ағай ултыртып алды, уның иркен машинаһында ике көн эсендә рәхәтләнеп барып та еттек. Сочиға килеп төшкәндә таңғы 4 ине. “Ҡайҙа диңгеҙ?” тип, Салауат менән тирә-яҡҡа ҡарашабыҙ. Бер ваҡыт талғын ғына шау ҡолаҡҡа салынды. Беҙ – тот та, шул яҡҡа табан йүгер! Диңгеҙгә етеү менән сисенеп ташлап, таң менән һыу инә башланыҡ. Эх, ул мәлдәге ҡыуанысты әйтеп кенә аңлатырлыҡ түгел! Ҡара диңгеҙ ярында бер аҙна ял иттек, ҡояшта ҡыҙынып, ҡарайышып бөттөк. Әммә, ҡайтырға кәрәк. Сочиға ял итергә килеүсе турист халҡы Абхазия тәбиғәтен үлтереп маҡтағас, ҡайтабыҙмы, әллә барабыҙмы, тип, бер аҙ икеләнеп торҙоҡ та, тимер аҡса ташлағайныҡ, “барабыҙ” тигән яғы төштө һәм беҙ артабан юлландыҡ. Был илдә шарлауыҡтар күп һәм матур икәнлегенә инандыҡ. Тауҙары тураһында әйтеп тә тормайым.
Ат ҡайтыу яғына еңелерәк тартһа, беҙ ҡайтыр юлды килгәндәге һымаҡ тиҙ үтмәнек. Юлға сыҡҡанда кеҫәбеҙҙә дүртәр мең аҡсабыҙ бар ине, нисек кенә ҡыҫып тоторға тырышһаҡ та, уныһы ла бөттө, ярай әле водителдәр ярҙам итте – кем 100 һум, кем 50 һум аҡса биреп китте. Әйткәндәй, ошо сәйәхәттән һуң миндә водителдәргә ҡарата яңы ҡараш барлыҡҡа килде. Оло юлда йөрөүселәр ҡалалағы һөмһөҙ водителдәрҙән ҡырҡа айырыла икән: улары шул тиклем кешелеклеләр. Бәлки оҙон юл хәүефе әҙәми затты кешелеклерәк итәлер?
Был сәйәхәттән һуң ике йыл үткәс, Санкт-Петербург ҡалаһына бер үҙем юлландым. Ҡулыма диплом алған, эшләп тә йөрөгән саҡ ине. Аҙмы-күпме аҡса тупланым да, тағы сығып киттем. Түбәнге Новгород аша үткән саҡта Ока йылғаһы аша һалынған күпер уртаһында (мәҡәлә башында һүҙ барған) йәшенле ямғырға эләктем. Алға йүгерергәме? Артҡамы? Күперҙең урта тирәһендә торам икән. “Әһә! Алда бер ҡоролма күренә, шунда ышыҡланайым”, - тип, алға киттем. Ел мине тегеләй ҙә, былай ҙа бәүелтә. Сиркәү эсенә килеп инеп, поптан ҡоро кейемдәремде кейеп алырға рөхсәт һораным. Ул миңә бер урын күрһәтте лә, мин кейенеп алдым. Сиркәүгә тәү тапҡыр ингәнгә күрә, мәсеттән нимәһе менән айырыла икән, тип, уны ҡарап йөрөй башланым. Арғы яҡта йырлап торалар, кешеләр суҡына, иконалар ҡуйыллған, майшәмдәр яна... Ахырҙа бер әбей: “Улым, ә һин ниңә доға уҡымайһың әле ул? Әйҙә әле, мин һине суҡындырайым”, - тип яҡынлашҡас, “Юҡ, рәхмәт, кәрәкмәй”, - тип, сығып китергә тура килде.
Өфө-Санкт-Петербург юлында, Татарстандағы бер икмәк заводы биләмәһендә ҡарауылсынан рөхсәт һорап, йоҡлап сыҡтым, эй, серәкәйҙәре йонсотто! Татарҙар уҫал, уларҙан бигерәк, серәкәйҙәре эре һәм уҫал икән, тип, йоҡо ҡапсығым эсендә борғолана-борғолана төн үткәрҙем.
Бара-бара Мәскәүҙе үттем, Санкт-Петербург ҡалаһына ла еттем. Унда бер дуҫымда ҡундым да, ҡала менән танышҡас, поезд менән ҡайтырға сыҡтым. Бер үҙем булғас, күңелһеҙ ине, шуға, тимер атҡа ултырҙым.
Автостоп менән бер “ауырығас”, туҡтауы ай-һай, еңел түгел икән! Яңынан-яңы ерҙәрҙе барып күрге килә. Әле бына, яҡын киләсәктә Байҡал күленә сәфәр тоторға хыялланам.
Беҙҙең йәштәргә, айырыуса 18 йәштән үткән йәштәргә йыш ҡына “алйотланып” алыу етмәй. Улар бөгөн шул тиклем “дөрөҫ”тәр, уларҙың тормоштары ла төҫһөҙ, уҡыуҙары ла, эштәре лә яйһыҙ. Балаларса ихласлап ҡыуанырға, улар һымаҡ, “шыршыға эленгән тәтәй артынан үрмәләргә” онотоп барабыҙ түгелме? Ә тормошта үтә етди булырға ла ярамай – донъяның ауырлығы билеңде һындырыуы бар.
Шулай итеп...
Фидандың бер сығышынан өҙөк. “Хәтәр район ул – Баймаҡ районы. Баймаҡта ғына “Һаумыһығыҙ!” тигәнгә, - “Һауҙырһағыҙ, һауырбыҙ!” – тигән яуап ишетергә була. Туҡмалыу, ғәҙәттә, ошо фразанан һуң башлана ла инде (Әйткәндәй, мин шуға ла нейҙе ҡыҫып, Өфөлә ултырам). Баймаҡ – боронғо гректарҙың Спартаһы һымаҡ: халҡы шундай рухлы, уларҙың ҡатындары ла, “Мин – башҡорт!” тип күкрәк һуғыуҙан, балаларына һөт урынына ҡаймаҡ имеҙәләр, имеш...”
Илгиз ИШБУЛАТОВ әңгәмә ҡорҙо.
2014 йылда “Киске Өфө” гәзите өсөн әҙерләнгән материал, автор архивынан алынды.
Читайте нас: