+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Сентябрь 2020, 14:40

КОРОНАВИРУСТЫ ЕҢЕРЛЕК КӨС БАРМЫ? ВАКЦИНАЦИЯ ЯРҘАМ ИТЕРМЕ?

Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, Башҡортостанға һынау өсөн йоғошло сиргә ҡаршы етештерелгән вакцинаның тәүге өлгөләре килтерелде. Иң тәүҙә уны кемгә ҡаҙаясаҡтар, йоғонтоһо бармы? Өлкәндәр вакцинаға өмөт итә аламы? Вакцинация үткәндәргә бала табырға яраймы? Ошо һорауҙарға Рәсәй инвестициялар фондының генераль директоры Кирилл Дмитриев һөйләй.

КОРОНАВИРУСТЫ ЕҢЕРЛЕК КӨС БАРМЫ? ВАКЦИНАЦИЯ ЯРҘАМ ИТЕРМЕ?
Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, Башҡортостанға һынау өсөн йоғошло сиргә ҡаршы етештерелгән вакцинаның тәүге өлгөләре килтерелде. Иң тәүҙә уны кемгә ҡаҙаясаҡтар, йоғонтоһо бармы? Өлкәндәр вакцинаға өмөт итә аламы? Вакцинация үткәндәргә бала табырға яраймы? Ошо һорауҙарға Рәсәй инвестициялар фондының генераль директоры Кирилл Дмитриев һөйләй.
– “Юлдаш-Y” вакцинаһы коронавирусҡа ҡаршы донъяла беренсе булып Рәсәйҙә етештерелде. Уның нигеҙендә кеше аденовирусы платформаһы тора. Иҫегеҙгә төшөрәм, аденовирус һәр кешелә була торған, ләкин зыянһыҙ тип әйтерлек киҙеү. Беҙҙең эш тәжрибәһендә ошо вирустың зыянһыҙ икәнен раҫлаған 250 клиник тикшеренеү ята. Шуның өсөн дә Рәсәйҙә вакцинаны тиҙ уйлап табыуға һәм теркәүгә өлгәштеләр. Икенсе илдәрҙә быға тиклем аҙ һыналған юл менән киттеләр һәм вакцина өсөн маймыл аденовирусына өҫтөнлөк бирҙеләр.
Беҙҙең вакцинаға ҡыҙыҡһыныу бик ҙур, сөнки ул зыянһыҙ. Уның үҙ үҙенсәлектәре бар һәм вакцина ҡаҙауҙы сағыштырмаса еңел үткәрергә мөмкинлек бирә. Әлеге ваҡытта 40 меңләп кеше ҡатнашыуында һынауҙарҙың йомғаҡлау этабы үткәрелә. Шундай уҡ һынауҙар Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Бразилия һәм Һиндостан һымаҡ илдәрҙә үтәсәк.
Рәсәй халҡы ҡасан вакциналар ҡабул итә башлаясаҡ?
– Ноябрь-декабрь айҙарында вакцина миллионлап етештереләсәк. Декабрь аҙаҡтарына һәр ай һайын 10 миллионға тиклем доза етештерә башлаясаҡбыҙ. Был мөмкинлек беҙгә 2021 йылдың майына тиклем Рәсәйҙә теләгән кешеләрҙең ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә мөмкинлек бирәсәк. Шулай итеп, Рәсәй был йәһәттән донъяла беренсе ил буласаҡ. Вакцинация тулыһынса бушлай буласаҡ.
Сит илдәргә һатыу мәсьәләһе ҡараламы?
– Әлегә беҙ вакциналар баҙарын өйрәнәбеҙ. Беҙҙе дарыуҙың хаҡы, үҙҡиммәте, күләме ҡыҙыҡһындыра. Шулай ҙа маҡсат аҡса эшләүҙә түгел, ә лайыҡлы хаҡҡа сифатлы тауар етештереү. Сит илдәрҙә ҡыҙыҡһыныу көслө, әлегә 1,2 миллиард дозаға заказ бар. Мексика, Бразилия, Һиндостан менән килешеүҙәр төҙөлдө. Тағы ла ете ил менән һөйләшеүҙәр бара. Беҙҙең өсөн кешеләрҙе ҡотҡарыу ғына түгел, Рәсәй вакцинаһының сифатын таныу ҙа мөһим. Беҙҙең менән хеҙмәттәшлек иткәндәр Рәсәй вакцинаһының өҫтөнлөктәрен таныны инде.
Шулай ҙа халыҡ араһында вакцинаға ҡаршы шик тойғоһо көслө...
– Бында ике йүнәлеш өҫтөнлөк итә. Вакцинаны тик уға ышанғандарға ғына ҡаҙаясаҡтар. Был эш баштан алып аҙағына тиклем ирекле.
Икенсе йүнәлеш – алға киткән капиталистик илдәрҙә Рәсәй вакцинаһына ҡаршы ойошторолған эшмәкәрлек. Бының менән сәйәсмәндәр ҙә, дарыу етештереүсе компаниялар ҙа шөғөлләнә. Уларға беҙҙең алда барыуыбыҙ һәм вакцинаның иң хәүефһеҙ нигеҙҙә барлыҡҡа килеүе оҡшамай.
Беҙҙең вакцинаның үҙенсәләге нимәлә?
– Беҙҙең вакцина иммунитетты күҙәнәк кимәлендә тәьмин итә. Ә ул оҙайлы һаҡланыу өсөн отошло. Вакцина ике компоненттан тора. Мәҫәлән, беҙ вакцина етештергәндә кеше аденовирусының бишенсе һәм егерме алтынсы өлгөләрен файҙаландыҡ. Бөгөн Ҡытайҙа бишенсе аденовирусты файҙаланалар, ә егерме алтынсыһы юҡ. Башҡа лабораториялар егерме алтынсыны тотонһа, уларҙа бишенсеһе юҡ. Тимәк, уларҙың вакцианаһы талаптарға яуап бирмәйәсәк, ә беҙҙеке бик файҙалы буласаҡ.
Вакцина ҡайҙа һәм нисек етештерелә?
– Вакцина өсөн махсус агрегаттар – ферментерҙар кәрәк. Улар бөгөн Мәскәү өлкәһендә һәм Санкт-Петербургта ғына эшләй, башҡа төбәктәрҙә өйрәнеү мөмкинлеген дә ҡарайбыҙ. Халыҡ-ара ихтыяжды иҫәпкә алып, Һиндостан, Бразилия, Көньяк Корея һәм Ҡытайҙа етештереү мөмкинлектәре лә өйрәнелә.
Иң тәүҙә беҙгә һаҡлау мөмкинлектәрен яйға һалырға кәрәк. Вакцина тик түбән температурала ғына һаҡлана. Иретелгәндән һуң яңынан туңдырған осраҡта сифатын юғалта. Икенсе юлы – порошок хәлендә һаҡлау мөмкинлеге бар. Әйткәндәй, Рәсәй төбәктәре октябрь-ноябрь айҙарында вакцинаны күпләп аласаҡ һәм файҙаланасаҡ.
Вакцинаны дарыуханала һатып алып буласаҡмы?
– Дарыуханаларҙа уны һаҡлау һәм һатыу өсөн шарттар юҡ, ләкин Рәсәйҙә дауаханаларҙа вакцина ҡаҙау өсөн айырым пункттар барлыҡҡа киләсәк.
Препаратты ҡабул итеүселәр исемлегендә журналистар буласаҡмы?
– Әлбиттә, һеҙҙең һөнәр хәүеф төркөмөнә ҡарай, кешеләр менән йыш аралашаһығыҙ. Хәбәрселәр һәм ирекмәндәр, теләктәре булған осраҡта, оҙаҡламай асыласаҡ пункттарға мөрәжәғәт итә аласаҡ.
Йәштәр өйләнешергә йыйына, уларға вакцина ҡабул итергә һәм бала табырға яраймы?
– Был йәһәттән беҙҙең препараттың өҫтөнлөгө шунда: уның репродуктив мөмкинлеккә бер зыяны ла юҡ. “Юлдаш-Y” вакцинаһы йәштәрҙең киләсәккә пландарына зыян килтермәйәсәк. Ошо йәһәттән үткәрелгән 250-ләп тикшеренеү быны раҫлай. Ә бына сит ил препараттары репродуктив йәһәттән бер тикшереү ҙә үтмәгән.
Ә өлкән йәштәгеләр менән ни эшләрбеҙ икән?
Был йәһәттән дә һынауҙар бара, һәм улар бик ыңғай һөҙөмтә бирә. Бына минең атайым менән әсәйем икеһе лә 74-әр йәштә, вакцина ҡабул иттеләр һәм еңел үткәрҙеләр. Минең үҙемдең дә бер аҙ температурам күтәрелде.
Читайте нас: