+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Сентябрь 2020, 14:27

ВИРУС. УНЫ НИСЕК АЛДАРҒА?

Көҙҙөң һалҡын һәм еүеш килеүе төрлө киҙеүҙәрҙең әүҙемлеген көсәйтә. Әгәр һәр кеше һаҡланыу сараларынан тыш, ашау-эсеү мәсьәләһенә лә иғтибар итһә, сирҙе еңелерәк үткәрергә мөмкин. Билдәле отоларинголог Владимир Зайцев шундай юлдар тәҡдим итә.Ул иң тәүҙә һыуҙы күберәк эсергә ҡуша. Ғәҙәттә, инфекция шыйыҡса алдында көсһөҙ, кеше тирләй, таҙарына. Был осраҡта төрлө сәйҙәр файҙалы. Алдан хәстәрләгәндәр төрлө үләндәрҙән эсемлектәр әҙерләй ала.

ВИРУС. УНЫ НИСЕК АЛДАРҒА?
Көҙҙөң һалҡын һәм еүеш килеүе төрлө киҙеүҙәрҙең әүҙемлеген көсәйтә. Әгәр һәр кеше һаҡланыу сараларынан тыш, ашау-эсеү мәсьәләһенә лә иғтибар итһә, сирҙе еңелерәк үткәрергә мөмкин. Билдәле отоларинголог Владимир Зайцев шундай юлдар тәҡдим итә.
Ул иң тәүҙә һыуҙы күберәк эсергә ҡуша. Ғәҙәттә, инфекция шыйыҡса алдында көсһөҙ, кеше тирләй, таҙарына. Был осраҡта төрлө сәйҙәр файҙалы. Алдан хәстәрләгәндәр төрлө үләндәрҙән эсемлектәр әҙерләй ала.
Билдәле табип ошо осорҙа С витаминын күберәк ҡулланырға кәңәш итә. Был витамин имбир, киви, цитрустарҙа бик күп. Хәҙер күптәр тоҙланған кәбеҫтә хаҡында онотоп бара. С витамины кәбеҫтәлә бигерәк күп. Сәй эскәндә лимон, грейпфурт ҡулланыу ҙа ифрат файҙалы.
Бер литр һыуға ярты лимон һутын һығыу бик шәп эсемлек барлыҡҡа килтерәсәк. Тик уны стаканлап түгел, аш араһында бер нисә тапҡыр аҙ-аҙлап, йәғни бер-ике йотом ҡулланыу бик файҙалы. Һәр хәлдә ошо эсемлек алдығыҙҙан өҙөлмәһен.
Халыҡ йәшелсәләр хаҡында онотто. Эре күҙәнәкле кәбеҫтә, кишер, ҡыҙыл сөгөлдөр һәм башҡаларҙы әүҙем кимереү ашҡаҙан-эсәк юлдарын таҙартыуға булышлыҡ итәсәк.
Әгәр инде йүтәлләһәгеҙ, тамағығыҙ шешһә, быуындарығыҙ һыҙлаһа, танауыҙҙан аҡһа, ҡолаҡ тонһа, халыҡ медицинаһы ла ярҙам итмәһә, табипҡа мөрәжәғәт итеүҙән башҡа сарағыҙ юҡ.
Иҫән-һау булығыҙ, яҡындарығыҙҙы һәм үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ.
Читайте нас: