Хәйерле көн, һаумыһығыҙ, ҡәҙерле, хөрмәтле ветерандарыбыҙ – уҡыусыларыбыҙ, авторҙарыбыҙ һәм коллегаларыбыҙ! Һеҙҙе бөгөн ололар көнө менән ҡотлайҙарҙыр, миңә, нисектер яманһыу, үҙемдән дә йәшерәк һеңле-ҡустыларҙы ҡотлауы әллә нисек. Быйыл мин үҙем, беләһегеҙҙер, 95 йәшемде тултырҙым.
Йөҙ йәшкә етергә оҙаҡ әле, тағы ла тотош биш йыл бар алда, әллә күпме ғүмер, мине “Һәнәк” бабай тиергә ашыҡмай тороғоҙ. Һеҙҙәге идеялар, көс-дәрт, шаянлыҡ мине лә йәшлегемә алып ҡайта, заман менән бергә атларға мәжбүр итә. Шуға күрә иң тәүҙә һеҙҙе, ҡәҙерле коллегаларымды – Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов ҡустыны, Рәлиф Кинйәбаев, Мар. Сәлим, Факил Мырҙаҡаев, Әнүәр Тереғолов, Әсҡәт Сәлихов мырҙаларҙы, Любовь Сайранова һеңлекәште байрамығыҙ менән ҡотлайым. Айырым ҡотлауым – минең һәр һанымды көтөп алып, һәр юлыма күҙ нурҙарын түгеп, хаттар яҙып, теге йәки был хәлдәргә үҙ ҡарашын белдереп, матбуғатыбыҙҙы тотоп торған авторҙарыбыҙға барып етһен! Сайтыбыҙҙы, төркөмөбөҙҙө даими ҡарап барыусылар араһында ла оло тормош тәжрибәһе туплаған уҡыусыларыбыҙ, дуҫтарыбыҙ күплеген беләм. Тәбрикләү һүҙҙәремде һеҙ ҙә ҡабул итегеҙ! Ололар көнө менән, күңелдәре һәр саҡ йәш булғандар көнө менән һеҙҙе, туғандар!