-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Октябрь 2020, 23:56

“БӘХИЛЛӘШКӘНДӘ... – 5“

Ошо хикәйәне баҫҡан ваҡытта сайтыбыҙҙың ҡулланыусылары Әнүәрҙе, уның әсәһен үҙ кешеләре итеп яратып өлгөрҙөләр. Хатта дауамын талап итеүселәр ҙә табылды. Беҙгә иһә ҡулланыусының талабы – ҡанун, тигән һымаҡ, хикәйәне дауам итеү теләге лә тоҡанып ҡуйғайны.Ләкин күпме генә эҙләнеп ҡарамайыҡ, әҫәр үҙенең тәүге өлгөһө сиктәренән арта алманы. Беләһегеҙме, бының сәбәбе нимәлә?

“БӘХИЛЛӘШКӘНДӘ... – 5“
Ошо хикәйәне баҫҡан ваҡытта сайтыбыҙҙың ҡулланыусылары Әнүәрҙе, уның әсәһен үҙ кешеләре итеп яратып өлгөрҙөләр. Хатта дауамын талап итеүселәр ҙә табылды. Беҙгә иһә ҡулланыусының талабы – ҡанун, тигән һымаҡ, хикәйәне дауам итеү теләге лә тоҡанып ҡуйғайны.
Ләкин күпме генә эҙләнеп ҡарамайыҡ, әҫәр үҙенең тәүге өлгөһө сиктәренән арта алманы. Беләһегеҙме, бының сәбәбе нимәлә? Әнүәрҙең характерында һәм уның әсәһенең аҡылында. Беҙ кисәге эскесегә иғтибарҙы туплап, уны бик осондороп ебәреүебеҙ ҙә ихтимал ине. Ә кем гарантия бирә, Әнүәр бер көндән йәки бер аҙнанан яңынан эсә башламаҫ, тип. Кеше организмы бик нескә һәм тупаҫ ҡоролған. Ул ваҡ ҡына, ымһындырғыс һәм ылыҡтырғыс зәхмәттәргә тиҙ бирешә һәм бер нисә көндән кеше әҙәм күтәрмәҫлек тауҙай ауырлыҡтарҙы еңеп сыға. Бындай үҙенсәлектәргә аңлатма табыуы ҡыйын.
Әйтәйек, беҙҙең арабыҙҙа байтаҡ йылдар һурыҡмайынса эсеп, һуңынан шайтан һыуынан ғөмүмән баш тартып, үҙҙәренең барлыҡ тормошон айыҡ йәшәүгә арнағандар күп. Ошо хаҡта бер дуҫыма һөйләгәйнем. Үҙе, үкенескә ҡаршы, спиртлы эсемлеккә әүәҫ кеше, ошо миҫалымды бер һынау һымаҡ ҡабул итте һәм икенсе көнөнә шылтыратып: “Төнө буйы һинең һөйләгәндәреңде хәтерләп, үҙем менән ҡатнашып, эсеп йөрөгәндәрҙе барлап яттым һәм тетрәндем. Баҡ тиһәң, уларҙың береһе лә иҫән түгел икән. Барыһы ла эсеп үлеп бөттөләр, мин генә тороп ҡалғанмын”, – тине ул.
“Бәхилләшкәндә...” хикәйәһе тормошта булған ваҡиғаларға нигеҙләнеп яҙылды, тип әйткәйнек. Бының өсөн, әлбиттә,кемдәрҙеңдер күпме һәм нимә эсеүен аңдып йөрөү мотлаҡ түгел. Миҫалдар, кем әйтмешләй, эргәбеҙҙә генә ята.
Беҙгә, айныҡ йәшәү рәүешенә өҫтөнлөк биреүселәргә, был тема яҡын, уның һеҙҙе лә борсоғанын беләбеҙ. Әйҙәгеҙ, ошо хаҡта артабан да яҙайыҡ.
Һүҙ ыңғайы, үҙебеҙҙең яҙыу стиле ижад тәртибе хаҡында аңлатма бирергә теләк бар. Әҫәрҙәрҙең өлөштәргә бүленеп бирелеүе айҡанлы, дәғүәләр ҙә, үпкә һүҙҙәре лә йыш ишетелә. Беҙҙең ижади коллектив ҙур түгел, ләкин иртәнән алып кискә тиклем “Һәнәк” һәм “Вилы” журналдарының ҡағыҙ форматын, “Һәнәк”тең сайтын тултырыу менән мәшғүлбеҙ. Оҙаҡламай, йәғни, ошо көндәрҙә, ниһайәт, “Вилы” журналының сайты ла эшләй башлар, тип көтәбеҙ. Беҙ көндөкөн көнгә яҙып ижад итеү менән мәшғүлбеҙ. Өлгөрмәгән, һуңлаған осраҡтар ҙа булғылай. Хатта хаталар ҙа осраштырғылай. Шуға беҙҙең ҡайһы бер етешһеҙлектәргә иғтибар итмәй, ниндәй шарттарҙа эшләүебеҙҙе лә иҫәпкә алһағыҙ ине, тигән үтенес бар. Ә инде юғарыла иҫкә алған хаталарға килгәндә, беҙҙең уҡыусылар ябай уҡыусы түгел, уҡытыусы, белемле, зыялы кешеләр. Уларға ла, әйҙә, бер аҙ эш ҡалһын.
Ә ғөмүмән алғанда, беҙгә һеҙҙең менән эшләү, аралашыу оҡшай. Киләсәктә лә бергә ҡалайыҡ!
------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: