+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Октябрь 2020, 09:00

ТАШ ЙЫЛЫҺЫ. Мажаралы бәйән. Өсөнсө бүлек.

Фрид әфәнде бөгөн иртән шундай ҡарарға килде: быларға ышанырға була. Һәр хәлдә, уның мөмкинлектәре хужаларҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек. Оҙаҡҡа һуҙырға ярамай. Сөнки йәйҙең иң ҡыҙыу ваҡыты, тегенән-бынан туристарҙың килеп сығыуы, ҡыҫылыуы бар. Ошо хаҡта иртән Абсалахов менән дә һөйләшеп алдылар. Кабинетынан ситкә сығып өйрәнмәгән Макар Вадимович та йонсой башланы. Өйҙәге уңайлыҡтарын, ҡатыны бешергән тәмле аштарҙы хәтерләй. Юҡ, бындағы ҡыҙҙар, Айбикә менән Гөлбаныу, тырыша. Уларҙың бешеренеүе иң ҙур баһаға лайыҡ. Хәҙер бында эсеү тураһында ла һүҙ юҡ, күберәк эш менән булалар. Ғәлләмов ҡурсаулыҡтың төрлө биләмәләренән киптерергә үләндәр, сәскәләр алып ҡайта. Фрид әфәнде уларҙы бик ентекләп өйрәнә һәм диктофонына яҙып бара. Төшкә тиклем тирә-йүнде өйрәнһәләр, яҡтыла эшләһәләр, төштән һуң Күнгән мәмерйәһе эсенә инеп китәләр. Хәҙер эш былай ҡоролған: ҡурсауллыҡты ҡараусыларҙың береһе, Айтуған исемле егет, Әйүп исемле ярҙамсыһы менән мәмерйә эсенә үтеп инә, мөмкин тиклем төпкәрәк үтергә кәрәк. Сөнки төпкөлдәге тынлыҡ менән өҫтәге тынлыҡты сағыштырып булмай. Фрид әфәнденең заданиеһын тормошҡа ашырыусылар тынлыҡ хаҡындағы уның талаптарын сәйер ҡабул итһә лә, эшкә бик теләп тотондолар. Ниңә икеләнеп торорға, түләйҙәр, әгәр теләһәң, көндөкөн көнгә алып торорға мөмкин. Ә инде аҡсаңды һаҡларға урын булмаһа, хушлашыр алдынан эш хаҡын тулыһынса бирәсәктәр. Күптәр хәҙер көн үтһен, сабата туҙһын, тигән һымаҡ, күпме аҡса эшләүҙәрен һанап ҡына йөрөй. Фрид үҙе лә күргеләне, ғүмерҙә калькулятор күрмәгән ҡулдары менән былар көн дә килемде иҫәпләп кенә тора. Ҡунаҡтың да үҙ иҫәп-хисабы бар. Шуға теүәл иҫәпләй, артығын берәүгә лә тотторғаны юҡ.



ТАШ ЙЫЛЫҺЫ.
Мажаралы бәйән.
Өсөнсө бүлек.
Фрид әфәнде бөгөн иртән шундай ҡарарға килде: быларға ышанырға була. Һәр хәлдә, уның мөмкинлектәре хужаларҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек. Оҙаҡҡа һуҙырға ярамай. Сөнки йәйҙең иң ҡыҙыу ваҡыты, тегенән-бынан туристарҙың килеп сығыуы, ҡыҫылыуы бар. Ошо хаҡта иртән Абсалахов менән дә һөйләшеп алдылар. Кабинетынан ситкә сығып өйрәнмәгән Макар Вадимович та йонсой башланы. Өйҙәге уңайлыҡтарын, ҡатыны бешергән тәмле аштарҙы хәтерләй. Юҡ, бындағы ҡыҙҙар, Айбикә менән Гөлбаныу, тырыша. Уларҙың бешеренеүе иң ҙур баһаға лайыҡ. Хәҙер бында эсеү тураһында ла һүҙ юҡ, күберәк эш менән булалар. Ғәлләмов ҡурсаулыҡтың төрлө биләмәләренән киптерергә үләндәр, сәскәләр алып ҡайта. Фрид әфәнде уларҙы бик ентекләп өйрәнә һәм диктофонына яҙып бара. Төшкә тиклем тирә-йүнде өйрәнһәләр, яҡтыла эшләһәләр, төштән һуң Күнгән мәмерйәһе эсенә инеп китәләр. Хәҙер эш былай ҡоролған: ҡурсауллыҡты ҡараусыларҙың береһе, Айтуған исемле егет, Әйүп исемле ярҙамсыһы менән мәмерйә эсенә үтеп инә, мөмкин тиклем төпкәрәк үтергә кәрәк. Сөнки төпкөлдәге тынлыҡ менән өҫтәге тынлыҡты сағыштырып булмай. Фрид әфәнденең заданиеһын тормошҡа ашырыусылар тынлыҡ хаҡындағы уның талаптарын сәйер ҡабул итһә лә, эшкә бик теләп тотондолар. Ниңә икеләнеп торорға, түләйҙәр, әгәр теләһәң, көндөкөн көнгә алып торорға мөмкин. Ә инде аҡсаңды һаҡларға урын булмаһа, хушлашыр алдынан эш хаҡын тулыһынса бирәсәктәр. Күптәр хәҙер көн үтһен, сабата туҙһын, тигән һымаҡ, күпме аҡса эшләүҙәрен һанап ҡына йөрөй. Фрид үҙе лә күргеләне, ғүмерҙә калькулятор күрмәгән ҡулдары менән былар көн дә килемде иҫәпләп кенә тора. Ҡунаҡтың да үҙ иҫәп-хисабы бар. Шуға теүәл иҫәпләй, артығын берәүгә лә тотторғаны юҡ.
Фрид Рәсәйгә килер алдынан Берлинда үткән һуңғы һөйләшеүҙе иҫенә төшөрҙө. Ҡунаҡты, уның сәфәренең ни өсөн ярым йәшерен шарттарҙа ойошторолоуының сәбәптәре ҡыҙыҡһындырмай. Уға аҡсаһын түләйҙәр икән, ул эшләргә тейеш. Рәсәй-Германия яғынан был килешеүҙең уңышлы тормошҡа ашырылыуы ныҡ ҡыҙыҡһындыра. Үҙегеҙ беләһегеҙ, төрлө сәйәси ваҡиғалар менән бәйле, Евросоюз-Рәсәй араһындағы үҙ-ара санкциялар ҡайһы бер инвестицияларҙы бик иғлан итмәй генә тормошҡа ашынырға мәжбүрләй. Ә, бер ҡараһаң, Рәсәй менән хеҙмәттәшлек итеү һәр яҡ өсөн дә отошло. Миллиардтар менән иҫәпләнгән инвестициялар урындағы халыҡҡа эш бирә, уларға етеш йәшәүгә мөмкинлектәрҙе аса. Ана, Айбикә менән Гөлбаныуҙың икеһенең дә ирҙәре Себергә вахта менән йөрөй, нефть сығара икән, Ауылда үҙҙәренә эш юҡ, ә ғаиләләрҙе ҡарарға кәрәк. Ә был ҡатындар үҙҙәрен лайыҡлы тота. Фрид бөтәһен дә күреп-һиҙеп йөрөй. Абсалаховҡа, ҡатындарҙың палаткаһына бер-нисә тапҡыр ынтылып ҡарағандан һуң, был ҡәлғәнең баҫып алынмаҫлыҡ икәнлеген күргәс, кире уйларға тура килде. Фрид мәмерйә буйлап атлай һәм Берлиндағы аҙаҡҡы осрашыуҙы күңеленән үткәрә...
– Мин – арлашсы, – тине уға зауыҡлы кабинетында йомшаҡ ҡәнәфигә яртылаш күмелеп ултырған таныш түгел ир. Ярым ҡараңғыла уның йөҙө түгел, һыны ла күренер-күренмәҫ, тауышы ла ишетелер-ишетелмәҫ. – Минең нимә менән шөғөлләнеүем һине ҡыҙыҡһындырырға тейеш түгел. Әгәр һуңынан мемуарҙар яҙырға теләһәң, минең хаҡта “сетерекле мәсьәләләрҙе хәл итеүсе” тип яҙа алаһың. Миңә был эште башҡарыуҙы йөкмәттеләр һәм мин уны үтәйәсәкмен. Әгәр сәйәсәт менән ҡыҙыҡһынһаң, беләһеңдер, Евросоюз-Рәсәй мөнәсәбәттәре һис тә яҡшынан түгел. Бай һәм туйып кикергән Европа бер нисә йыл элек кенә бөлгән, асҡа ҡаҡланған Рәсәйҙең етеш йәшәүен, күтәрелеп китеүен ҡабул итмәй. Ә хеҙмәттәшлек итергә кәрәк. Минең менән эшләгән кешеләр һәр мөмкинлекте файҙаланырға мәжбүр. Эйе, беҙҙә аҡса бар. Ә улар инвестицияларға, ҡеүәтле заводтарға, эш урындарына мохтаж. Әгәр беҙ уйлап эш итһәк, был аҡсаларҙы Рәсәйгә һалыуға һәм ике яҡ өсөн дә отошло итеп үҙләштереүҙә файҙалана алабыҙ. Һинең былтырғы сәфәрең һәм уның буйынса отчет беҙҙә бер проектты тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә. Ғөмүмән, был эш һинең тормошоңда төп ваҡиға булмағайы. Сығымдар, уның күләме беҙҙе ҡәнәғәтләндерә. Әлбиттә, һин күп һорайһың, ләкин беҙ сығымдарҙы ҡайтарыуға өмөт итәбеҙ. Һинең өсөн минең бер нисә өҫтәлмә һорауым бар. Урал тауҙарындағы ул мәмерйәнең быға тиклем таланмауын, йәғни боронғо килеш һаҡланыуын гарантиялап буламы?
Фрид саҡ ҡына уйланды. Ә ниңә икеләнергә? Аҡса бирәләр, барлыҡ сығымдарҙы ҡаплайҙар, тәүәккәлләргә кәрәк.
– Әгәр гарантия булмаһа, мин үҙем тотонмаҫ инем, – тине Фрид. – Мәсьәләнең стерекле икәнлеген аңлайым, ғәйәт ҙур ауырлыҡтар көткәнен дә беләм. Һеҙ дөрөҫ тотоп алдығыҙ. Был проект минең тормошомда хәл иткес булыуы бик ихтимал. Шулай булғас, ҙур теләк менән эш башларға ризамын.
Ҡаршыла ултырған һын тағы ла бер һорау бирҙе:
– Ә һин уны үҙең күрҙеңме, тотоп ҡараныңмы?
– Эйе, мин уны күрҙем ләкин тотоп ҡарарға батырсылыҡ итмәнем.
Һын тағы ла телгә килде:
– Миңә оҡшай. Һинең тиҙерәк юлың уңып, әйләнеп ҡайтыуыңды теләйбеҙ. Әйткәндәй, әгәр уңышлы тамамланһа, ошо йәһәттән һин иң тәүгеһе һәм берҙән-бере буласаҡһың.
– Ә Испанияла нисек? – тип һүҙ башлап ҡына өлгөрҙө Фрид.
– Испания нимә, бында сағыштырыу урынһыҙ. Испанияла, эшкә тотонғас, Франко үҙе туҡтатҡан һәм һаҡ ҡуйҙырған. Һәм ул тәртип әле лә дауам итә. Ә Рәсәйҙә – беренсе тапҡыр. Килештекме?
– Һеҙҙән тора инде, – тип саҡ ҡына юхаланды Фрид. – Хәҙер минең яҙмыш тулыһынса һеҙҙең ҡулда.
– Шулай шул, – тип көлдө тегеһе. – Беләһеңме, әлеге урынға килеп еткәнсе мин донъяла байтаҡ ҡына хилафлыҡтар ҡыллдым. Улар араһында төрлөһө булды. Ҡылған эштәремдең ҡайһыларына үҙем ҙур теләк менән ашҡынып бара торғайным. Икенселәрен иһә, тәүге көндәрҙән үк ташлап киткем йәки, ғөмүмән, юғалғым килә ине. Ысынлап әйтәм, әле мин, йәш саҡтарҙы иҫкә төшөрөп, һинең менән барыр инем.
– Һеҙҙең менән хеҙмәттәшлек итеү миңә бер көс-ҡеүәт бирһә, һеҙҙең менән унда барып етеү, ғөмүмән, әлеге тормошомдоң төп ваҡиғаһы буласаҡ. Әйҙәгеҙ, тәржемәсе яллай быҙ ҙа, алға.
– Өгөтләмәгеҙ мине, – тине ҡараңғы һын. – Юғиһә, эйәреп китеүем дә бар. Туҡһан йәшең тулып барғанда яңы эштәр хаҡында уйларға түгел, балаларың менән бергә тормошоңдоң һуңғы көндәренә һоҡланып йәшәргә кәрәк...
Фрид юлдаштарының туҡтауын күрҙе. Шулай итеп, ике сәғәт атланылар ҙа мы икән? Риф менән Хәмит туҡтаны:
– Ял итеп алайыҡ, хәҙер барып етәбеҙ.
Ярай, оҙаҡҡа китте. Ошо бер аҙна эсендә барлыҡ эштәрҙе тамамлап, йомғаҡлап ҡуйырға кәрәк булыр. Билдәһеҙлек йонсота. Ә инде ҙур аҡса тураһында һүҙ йөрөгән ваҡытта – бигерәк тә.
Фрид Мирондың эргәһенә ултырҙы. Ғәҙәт буйынса, бышылдашып ҡына һөйләшәләр. Риф менән Хәмиттең арыраҡ ҡыштырҙағаны ишетелә.
– Һин әҙерме? – тип бышылдап ҡына һораны Фрид Мирондан.
– Һорайһың тағы, – тине водитель. – Хәҙер, оҙаҡламай, аҙна була, эргәһенән үтеп йөрөйбөҙ, күҙ ҙә һалғаныюыҙ юҡ. Эшкә тотонорға ваҡыт. Бөгөн башларға иҫәп. Ә миңә алиби тәьмин итә алаһыңмы? – тип Мирон Фридтың ҡолағына бышылданы.
– Алдан уйланылған. Яғыулығың етә. Мин һиңә сигнал биреү менән, юғалырға тейешһең. Нисек уйлайһың, күпме көн кәрәк буласаҡ?
– Өс-дүрт көндә йырып сығырбыҙ ул, – тине Мирон.
– Ә һине түләү ҡәнәғәтләндерәме?
– Үҙең ҡара, шеф, – тине Мирон. – Мине бит таш баҫыу ҡурҡынысы ла бар. Шунан һуң төп эште минең башҡарыуым да күҙ уңынан төшөп ҡалмаһын ине.
Фрид Мирондың ҡулынан тотто:
– Ошо көндән, ошо сәғәттән мин һиңә өсләтә түләй башлайым.
– Рәхмәт! – водитель урынында һикереп ҡуйҙы. – Ә мин һинән икеләтә һорармын, тип кенә тора инем.
– Ә беҙ нимә өсөн түләгәнебеҙҙе беләбеҙ. Һинең тырышлыҡтан беҙҙең яҙмыш хәл ителә. Алға, Мирон, бер үк һынатма, беҙҙең ышанысты аҡла!
Мирон рюкзагын һәм билендәге ауыр йөктө ҡулдары менән һыйпаштырҙы: былары ғына түҙһен инде.
– Ә тышта ҡалғандарҙың берәйһе һиҙенмәнеме? Ана, ҡурсаулыҡ ҡарауылсыһының Әйүп исемле ярҙамсыһы бар бит, ул һорауҙарҙы күп бирә. Мин уны мент-мәҙәр түгелме икән, тип уйлайым.
– Ярай, асыҡларбыҙ, – тине Фрид. – Уны миңә һуңғы минутта ғына тағып ебәрҙеләр. Ә һин көньяҡ маршруттан тыш, сыҡҡанда төньяҡ юлды яҡшы беләһеңме? Төньяҡта сығыу күпкә еңелерәк буласаҡ. Сөнки унда урман ташыусылар юлдарҙы арҡыры-буй һалып бөткән. Шул йүнәлештә ҡурҡмайынса сыға алаһың.
Риф менән Хәмиттең туҡталғаны һәм уларҙы көткәне күренде. Нимәлер эҙләгән һымаҡ, мәмерйәнең көмбәҙен, стеналарын ентекләп яҡтырттылар. Риф бында Мәскәүҙән, Өфөнән килгән ғалимдарҙы бер нисә тапҡыр алып килгән икән.
– Мине Сусанин, тип йөрөттөләр, – тине ул ғорурланып. – Яңыраҡ сәләмдәре килде. “Сусанинға сәләм әйтегеҙ”, – тигәндәр.
Фрид үҙе лә уйға ҡалды. Әйткәндәй, был Сусанин тигәндәре кем була икән һуң?
– Ә Сусанин кем һуң ул? – тине ул, үҙе лә һиҙмәҫтән.
Юлдаштары шым ғына көлшөп алдылар. Сусанинды ла белмәгән кеше булыр икән. Хәйер, сит ил кешеһе Рәсәй тарихын ҡайҙан өйрәнһен инде.
– Бына, мин, мәҫәлән, үҙем – Сусанин, – тине Риф. – Донъя беҙҙе шул тиклем ныҡ ҡаҡҡыланы-һуҡҡыланы, шулай булғас, Рәсәйҙә тыуған һәр кеше үҙ ихтыяры менән ысын күңелдән Сусанин булырға һәм уның батырлығын ҡабатларға әҙер.
Фрид эстән генә ҡабатланы:
– Сусанин. Сусанин... Асыҡларға кәрәк булыр.
– Йәгеҙ, – тине Мирон, бер аҙ ял иткәндән һуң. – Хәҙер ҡайһығыҙ Сусанин булып уйнарға теләй?
– Хәҙер – минең сират, – тине Хәмит. – Әйҙәгеҙ, төшкә тиклем сығып өлгөрәйек. Бындағы һыуыҡ һөйәккә тиклем үтте.
Риф алғараҡ сыҡты ла, юлдаштарын туҡтатты:
– Әйҙәгеҙ, саҡ ҡына уңға керәйек. Мин һеҙгә бер мөғжизә күрһәтәм. Тик һеҙ уны башҡа берәүгә лә һөйләргә лә, күрһәтергә лә тейеш түгелһегеҙ. Был хаҡта беҙ дүртәү генә беләбеҙ.
Фридтың тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Нимә һөйләй был малай, барлыҡ эште юҡҡа сығара бит. Әллә туҡталып ҡарарғамы?
– Мөғжизә эҙләргә ваҡыт юҡ! – тинеул тупаҫ ҡына. – Бөгөн беҙҙең программала тауыштар яҙыу ҡаралған. Уңға ла, һулға ла тайпылмайбыҙ. Әйҙәгеҙ, Сусанин әфәнделәр, беҙгә нимә йөкмәтелгән, шуны тормошҡа ашырабыҙ.
– Эх, Фрид әфәнде,. – тине Хәмит. – Ә мин һеҙгә мәмерйәнең төп серен асып, ҙур ғына премияға иҫәп тотҡайным. Былай булғас, һеҙгә мөғжизәнән, миңә премиянан мәхрүм ҡалырға тура килә инде.
– Ваҡыт юҡ, – тине Фрид. – Сыҡҡас,яҡшылап аңлатырһың.юғиһә, мин дә өшөй башланым.
– Ә серең нимәнән ғибәрәт? – тип ҡыҙыҡһынды Мирон. – Әллә ҡылыс тешле юлбарыҫтың баш һөйәген таптыңмы?
– Улайһа, кәрәкмәй, – тине Хәмит. Ә мин һеҙҙе таң ҡалдырырға уйлағайным, булманы.
Дауамы бар.
------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: