+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Октябрь 2020, 10:39

РЕСПУБЛИКА КӨНӨ МЕНӘН!

Башҡортостанда быйыл утыҙынсы тапҡыр Республика көнө билдәләнәсәк. Байрам программаһы бик ҙур. Республиканың ҡала һәм райондарында, ауылдарында байрам алды өмәләре үтте, ауыл хужалығы йәрминкәләре, тантаналы саралар ойошторолдо, хеҙмәт алдынғыларын һәм ветерандарҙы тәбрикләнеләр. Өфө ҡалаһы халҡын икеләтә байрам көтә. Быйыл беренсе тапҡыр Республика көнө һәм Өфө ҡалаһы көнө берләштерелгән форматта үтәсәк. Өфө ҡалаһында быйыл, быға тиклем бар ваҡытта ла булмағанса, ҙур төҙөкләндереү эштәре башҡарылды. Республика көнө уңайынан, хеҙмәт алдынғыларын, ветерандарҙы тәбрикләнеләр, Салауат Юлаев исемендәге, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премиялар лауреаттарына бүләктәр тапшырылды.

Өс көнлөк ял байрам сараларын киң һәм йөкмәткеле үткәрергә мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, конгресс-холл эргәһендәге амфитеатрҙа ябай үҙешмәкәрҙәрҙән алып, донъя кимәлендәге йондоҙҙар ҡатнашыуында байрам саралары үтәсәк.
Байрам сараларын ойоштороусылар, йоғошло сир таралыу менән бәйле, хәлдең ҡатмарлы булыуын күҙ уңында тотоп, һаҡланыу сараларын ҡәтғи һәм теүәл үтәргә тәҡдим итә. Байрамда, көндәрҙең һәйбәт тороуын иҫәпкә алып, тамашасыларҙың бик күп йыйылыуы көтөлә.
Иҫән-һау булығыҙ, хөрмәтле ватандаштар! Республика көнө менән!
Фото: glavarb.ru
Читайте нас: