+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Октябрь 2020, 21:20

КОММУНИЗМ ТӨҘӨҮСЕЛӘР ҺӘМ ЙОҒОШЛО СИРГӘ ҠАРШЫ КӨРӘШЕҮСЕЛӘР.

Беҙ, 60-сы йылдар уртаһында мәктәп ишектәрен үрелеп асыусылар, дәреслектәребеҙҙең иң тәүге биттәренә “СССР халыҡтарының хәҙерге быуыны 1980 йылда коммунизмда йәшәйәсәк”, тип яҙылған ғәйәт ымһындырғыс һүҙҙәргә ышанып, уның ҡасан килеп етерен һанап аҙаплана торғайныҡ. Ана бит, райүҙәктән килгән лектор ҙа беҙҙең һәр беребеҙгә төртөп күрһәтеп: “Һеҙҙең һәр берегеҙ комунизм төҙөүҙә ҡатнаша”, – тип әллә бушты һөйләй, әллә алдай, әллә ышандырырға тырыша. Беҙ әле мәктәптә уҡып йөрөйбөҙ, беҙҙән ниндәй коммунизм төҙөүсе сыҡһын? Коммунизмды ана, баҫыуҙа иген урыусылар, сөгөлдөр ҡаҙыусылар, фермаларҙа мал һимертеүселәр, һыйыр һауыусылар төҙөйҙөр, тип уйлайбыҙ. Фермала эшләүсе Фәләнетдин ағай арбаһының йә санаһының төбөнә бер тоҡ һалып ҡайтһа, уның ҡатыны коммунизм төҙөгәндән дә бигерәк ҡыуана.80-се йылдар ҙа үтеп китте. Әллә юлдар аймылышты, ҡыҫҡаһы, беҙҙе коммунизм урап үтеп китте.Йоғошло сир таралғас, иҫемә әлеге коммунизм төҙөү менән бәйле ата-әсәйҙәребеҙҙең, өләсәй-олатайҙарыбыҙҙың, үҙебеҙҙең иртәнән алып, кискә тиклем һалған көсөбөҙ иҫкә төшә. Ә коммунизм төҙөү менән йоғошло сирҙән һаҡлаусы битлек кейеү араһында айырма йәки оҡшашлыҡ бармы?

КОММУНИЗМ ТӨҘӨҮСЕЛӘР ҺӘМ ЙОҒОШЛО СИРГӘ ҠАРШЫ КӨРӘШЕҮСЕЛӘР.
Беҙ, 60-сы йылдар уртаһында мәктәп ишектәрен үрелеп асыусылар, дәреслектәребеҙҙең иң тәүге биттәренә “СССР халыҡтарының хәҙерге быуыны 1980 йылда коммунизмда йәшәйәсәк”, тип яҙылған ғәйәт ымһындырғыс һүҙҙәргә ышанып, уның ҡасан килеп етерен һанап аҙаплана торғайныҡ. Ана бит, райүҙәктән килгән лектор ҙа беҙҙең һәр беребеҙгә төртөп күрһәтеп: “Һеҙҙең һәр берегеҙ комунизм төҙөүҙә ҡатнаша”, – тип әллә бушты һөйләй, әллә алдай, әллә ышандырырға тырыша. Беҙ әле мәктәптә уҡып йөрөйбөҙ, беҙҙән ниндәй коммунизм төҙөүсе сыҡһын? Коммунизмды ана, баҫыуҙа иген урыусылар, сөгөлдөр ҡаҙыусылар, фермаларҙа мал һимертеүселәр, һыйыр һауыусылар төҙөйҙөр, тип уйлайбыҙ. Фермала эшләүсе Фәләнетдин ағай арбаһының йә санаһының төбөнә бер тоҡ һалып ҡайтһа, уның ҡатыны коммунизм төҙөгәндән дә бигерәк ҡыуана.
80-се йылдар ҙа үтеп китте. Әллә юлдар аймылышты, ҡыҫҡаһы, беҙҙе коммунизм урап үтеп китте.
Йоғошло сир таралғас, иҫемә әлеге коммунизм төҙөү менән бәйле ата-әсәйҙәребеҙҙең, өләсәй-олатайҙарыбыҙҙың, үҙебеҙҙең иртәнән алып, кискә тиклем һалған көсөбөҙ иҫкә төшә. Ә коммунизм төҙөү менән йоғошло сирҙән һаҡлаусы битлек кейеү араһында айырма йәки оҡшашлыҡ бармы? Дөрөҫ әйтәһегеҙ, оҡшашлыҡ та, айырма ла бар. Беҙ элек 80-се йылдарға тиклем коммунизм төҙөгән һымаҡ итеп тоя инек. Ә хәҙер иһә, үҙебеҙҙе битлек кейгән һымаҡ итеп тоябыҙ. Кейгән битлегебеҙ йә танауға, йә эйәккә эләктерелгән, йә бөтөнләй кеҫәбеҙҙә ята. Коммунизм өсөн көрәшебеҙ капитализмдың еңеүе менән тамамланһа, битлектәребеҙҙе эләктереп йөрөү нимә менән бөтөр, әлегә әйтә алмайым. Күңелем һиҙә, битлектәрҙе онотмаҫҡа, уларҙанн баш тартмаҫҡа кәрәктер ул. Кемдәр битлектән баш тарта йәки ҡулланмай, өс мең һумға тиклем штраф түләйәсәк тигән хәбәр ҙә ишетелеп ҡалды. Хатта күпмелер штраф та йыйылған икән, тип тә һөйләнеләр. Әгәр битлекһеҙ йөрөгәндәрҙең иҫәбен теүәл генә алһаҡ, штраф түләтһәк, беҙҙә, бәлки, тағы бер коммунизм төҙөп ҡарарлыҡ аҡса йыйылыр ине.
Әйткәндәй, коммунизм төҙөй алмаған өсөн беҙ штрафты бик күп, артығы менән, хатта көс етмәҫлек итеп түләнек. Кемдәргә, тиһегеҙме? Әлбиттә, дәүләткә түгел, олигархтарға. Тәүҙә ваучер алып түләнек, аҙаҡ хәҙерге олигархтарға нефтләтә, газлата, урманлата түләнек.
Шулай булғас, халыҡҡа бер генә мөрәжәғәтем бар. Ярай, коммунизмы ла, социализмы ла беҙгә эләкмәгән икән, үҙебеҙгә генә үпкәләйек. Исмаһам, талап ителгәнсә, битлек кейеп, үҙебеҙҙе булһа ла, ҡотҡарып ҡалайыҡ!
Читайте нас: