+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Октябрь 2020, 16:24

БЕР ЯМАНДЫҢ – БЕР АРЫУЫ.

Коронавирус эләктерҙем, ахырыһы, тип хафаланғандар үпкәһен ҡаратырға компьютер томографияһына йүгерә. Республика Хөкүмәтендә дүшәмбе көн үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров вируслы инфекция эләктергән һәр кемдең КТ үтергә тырышыуы арҡаһында медицина учреждениеларында сираттар барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләне.

Быйыл ғына, булғандарына өҫтәп, республика дауаханаларына 10-дан ашыу КТ аппараты алып ҡуйылған, тик хәҙер шул да етмәй. Башлыҡ билдәләүенсә, хатта күрше төбәктәрҙән дә КТ үтер өсөн беҙгә киләләр. "Шуға, - тине ул, - аңлатыу эше алып барырға кәрәк: КТ үтергә күрһәтмә бар икән - тимәк, тикшереү үтәбеҙ, күрһәтмә булмаһа – флюорография эшләйбеҙ".
Бер ямандың – бер яҡшыһы, тигәндәй, БР һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, амбулатор үҙәктәрҙә барлығы 60 меңдән ашыу КТ үткәрелгән, һөҙөмтәлә 700-ҙән ашыу яман шеш осрағы асыҡланған. Был ауырыу шәп түгел, әлбиттә, әммә КТ үтмәһә, кеше үҙендә яман шеш яһалып ятыуын да белмәй йөрөр һәм дауаланыр ваҡытты үткәреп ебәрер ине.
Ковидлы ауырыуҙар артыуға бәйле Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында һәм Өфөнөң 10-сы ҡала клиник дауаханаһында койкалар фонды арттырыла, ә Стәрлетамаҡта 400 урынлыҡ яңы инфекцион госпиталь декабргә төҙөлөп бөтөргә тейеш.
Амбулатор режимда өйөндә дауаланыусыларҙы ҡарашыу өсөн БДМУ студенттары терапевтарға ярҙамға ебәреләсәк.
Читайте нас: