Аттар быйыл да тоҙ һорай. Тибендә аттар күренә башланы. Быйыл да былтырғы һымаҡ йылҡы өйөрҙәре юлдарға сығыр инде.
Мин аттарға ҡарап, Өфө-Белорет-Баймаҡ юлында быйыл булған, дөрөҫөрәге, була яҙған автомобиль һәләкәттәренең береһен иҫкә төшөрәм. Бер танышым менән булған ваҡиғаны гәзиттәр бик ентекләп яҙғайны... Төн уртаһында ҡеүәтле “Лэнд Круизер”, тын юлда ҙур үрҙәрҙе артылып, алға ашыға. Үрҙәрҙең береһендә ҙур тиҙлек менән барған ҡеүәтле япон джибы юл уртаһында торған аттарға килеп бәрелә. Бер тай, бәрелгән ыңғайы, капот өҫтөнән шыуып, алғы тәҙрәнән салонға килеп инә һәм артҡы ишекте емереп асып, төшөп ҡала. Артҡы урындарҙа йоҡлап ятҡан малай менән ҡыҙ хатта быны һиҙмәй ҙә ҡала.
Был була яҙған фажиғә хаҡында Баймаҡ яғында әле лә легенда һымаҡ итеп һөйләйҙәр. Был осраҡта ҡорбандар теркәлмәһә лә, һорау ҡала. Аттар ни өсөн юл уртаһына сығып баҫа? Минерал тоҙҙарға ихтыяж, инстинкт килтерә аттарҙы юл уртаһына. Тәүге ҡар яуыу менән, юлдарҙа боҙлауыҡ башлана. Кем үткән, үҙе белә. Боҙлауыҡтарҙан ҡотолоуҙың сараһы берәү генә. Иреп, машиналар үтерлек булһын өсөн тоҙ һибергә кәрәк. Ә йылҡы малының организмы тоҙ һорай. Аттар юлға тоҙ яларға килә һәм бында үҙҙәрен ниндәй ҡурҡыныс һағалағанын белмәй.
Тап ошо көндәрҙә аттар менән бәйле тәүге юғалтыуҙар теркәлде лә инде. Белорет юлында тәгәрмәс аҫтында ҡалып, ике ат һәләк булған. Автомобиль металл һыныҡтарына әйләнгән. Ярай, бәхеткә, кешеләр иҫән-һау.
Аттарҙың тоҙ ялауы йыл әйләнәһенә дауам итәсәк. Бынан ҡотолоу юлы бармы? Бар, әлбиттә. Сөнки беҙҙә Африка түгел, аттарҙың һәр береһенең хужаһы бар. Улар ат өсөн яуап бирә һәм һәләкәт һөҙөмтәһендә булған зыянды ла ҡаплай. Аттарҙы кис көнө ҡарап алып ҡайтырға һәм бикләп ҡуйырға, тоҙ ялауҙы өйҙә ойошторорға тәҡдим итеү генә мәсьәләне ыңғай хәл итмәҫ. Бәлки юлдан ситтәрәк шул уҡ ат хужалары үҙҙәренең малдары өсөн тоҙ ялау урындары ойошторорға тейештер?
Аттар күндәм, тыныс һәм егәрле мал. Кешеләрҙең матди тормошон тәьмин итеүҙә улар төп урындарҙың береһен алып тора. Шулай булғас, уларға иғтибар ҙа кәрәктер.